АЛПАУЫТЛЫ
Аҡылдан яҙған. □ Сумасшедший. Алйымай кеше. Алйыман кеше һымаҡ ҡыланыу. Алйыманды тәрбиәләү.
АЛҠА ҮЛӘНЕ (Р.: повилика; И.: cuscu-ta; T.: küsküt) и. диал. ҡар. кесерткән ебәге.
Тамырһыҙ һәм япраҡһыҙ, йылтыр еп һабаҡлы паразит үлән. □ Повилика (лат. Cuscuta). Алҡа үләне баҫҡан. Алҡа үләненән таҙартыу. Алҡа үләне зарарлы.
АЛҠА ЯУЛЫҠ (яулығы) (Р.: большой двойной платок, украшенный монетами; И.: kind of large kerchief; T.: büyük başörtüsü) и. этн.
Тәңкәле ҡушъяулыҡ. □ Большой двойной платок, украшенный монетами. Алҡа яулыҡ менән хайран итеү. Бик боронғо алҡа яулыҡ. Алҡа яулыҡ бүләк итеү.
АЛЛА ЙОРТО (Р.: мечеть; И.: mosque; T.: cami) и. һөйл. ҡар. мәсет, (баш хәреф менән)
Мосолмандарҙың йыйылып намаҙ уҡый торған махсус йорто. □ Мечеть. Изге Алла йорто. Алла йортона йыйылыу. ■ Республиканың шундай матур төбәгендә көҙгө сыуаҡ бер көндә Алла йорто асыла. Алла йорто ҡотло булһын, илебеҙгә иман һәм нур таратыуҙа уның тиңе булмаһын! «Йәшлек», 8 ноябрь 2013.
АЛЛА ПИПЕЙЕ (Р.: божья коровка; И.: ladybird; T.: uğur böceği) и. диал. ҡар. ҡамҡа II, 1.
1. (баш хәреф менән) Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫлө, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына ҡуңыҙ; ҡояш апай. □ Божья коровка, доел. Божий цыплёнок (лат. Coccinellidae). Ике нөктәле Алла пипейе. Алла пипейе оса.
2. Ҡып-ҡыҙыл төҫтәге, ҡара төрткөлө бөжәк. □ Клоп-солдатик (лат. Pyrrhocoris apterus).
АЛЛА СЕБЕШЕ (Р.: Клоп-солдатик; И.: insect species; T.: bir böcek) и. диал. (баш хәреф менән)
Ваҡ ҡына, ҡып-ҡыҙыл төҫтәге тупраҡ бөжәге. □ Клоп-солдатик. доел. Божий цыплёнок. Ваҡ ҡына Алла себеше йөрөй. Тупраҡ өҫтөндә Алла себеше йыбырлай.
АЛЛА ТИТЕЙЕ и. диал. ҡар. ҡамҡа. (баш хәреф менән) Алла титейе йыбырлай. Алла титейе күренә башлау.
АЛМАГҮК (алмагүге) (Р.: сивая лошадь с коричневыми пятнами; И.: sort of grey horse; T.: elma kır at) и. диал.
һоро таплы күк ат. □ Сивая лошадь с коричневыми пятнами. Алмагүк егеү. Алмагүктә сабыу.
АЛМАҒАС ҮЛӘНЕ (Р.: ромашка пахучая; И.: wild chamomile; T.: papatya) и. диал.
Астра сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, еҫле аҡ сәскә атҡан бер йыллыҡ үҫемлек; еҫле ромашка. □ Ромашка пахучая (лат. Matricaria discoided). Алмағас үләне йыйыу. Алмағас үләнен киптереү. Аҡ тажлы алмағас үләне.
АЛМАЛУТ (Р.: кирказон обыкновенный; И.: (European) birthwort; T.: lohusaotu) и. диал. ҡар. алмаут.
Туғайҙарҙа, болондарҙа, урманда үҫкән, алма кеүегерәк емеш биргән, үрмәле күп йыллыҡ урман үләне; алма үләне. □ Кирказон обыкновенный (лат. Aristolochia clema-titis). Урман ситендә алмалут үҫә. Бейек алмалут. Алмалут сәскә атҡан. Алмалут төнәтмәһе.
АЛМАПА (Р.: лапша величиной в ладонь; И.: large noodle; T.: avuç içi büyüklüğünde kesilen erişte) и. диал.
Дүрткелләп киҫелгән эре ҡул һалмаһы. □ Лапша величиной в ладонь. Ашҡа алмапа һалыу. Алмапа әҙерләү. Алмапа ҡырҡыу.
АЛПАНША (Р.: неопрятный; И.: unkempt; T.: paçoz) с. диал. ҡар. әрпеш.
Йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәгән, тейешле тәртипте һаҡламаған. □ Неопрятный, неряшливый. Алпанша кеше. Алпанша хужабикә. Ауыл алпаншаһы.
АЛПАУЫТЛЫ (Р.: большой; И.: large; T.: büyük) с. диал.
Тышҡы күренеше ҙур; эре, мөһабәт. □ Большой, величественный. Ҡарсыға ҡыйғырға ҡарағанда алпауытлы була. Алпауытлы кәүҙә. 1000 йәшкә еткән алпауытлы ылыҫлы ағас.
593