Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 594


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

АЛСЕПРӘК
АЛСЕПРӘК (алсепрәге) (Р.: передник;
И.: apron; cover-slut; T.: önlük) и. диал. ҡар. алъяпҡыс.
Өҫ кейеме бысрамаһын өсөн алға бәйләй торған япма. □ Передник. Биҙәкле алсепрәк. Алсепрәк тегеу. Алсепрәк бәйләу.
АЛСУҠ (алсуғы) (Р.: кисть в передней части кашмау; И.: detail of a headgear; T.: başörtüsü önündeki püskül) и. диал.
Ҡашмауҙың алдындағы суғы. □ Кисть в передней части кашмау. Алсуҡ тегеу. Мәрйенле алсуҡ. Аҡыҡлы алсуҡ.
АЛТАЯҠ (алтаяғы) (Р.: сердечник ручной мельницы; И.: mill mandrel; T.: el değirmeninin göbeği) и. диал.
Ҡул тирмәненең үҙәге. □ Сердечник ручной мельницы. Алтаяҡ һыныу. Тирмәндең алтаяғын алыштырыу.
АЛТЕШ и. диал. ҡар. алғы теш. Алтеште һурҙырыу. Алтеш һыныу.
АЛТМАН-ШАЛТМАН (Р.: ненужный;
И.: needless; unwanted; T.: gereksiz) с. диал. ҡар. ватыҡ I.
Эшлектән сыҡҡан, кәрәкһеҙ. □ Ненужный, никчёмный; разбитый. Алтман-шалт-ман әйбер. Алтман-шалтман нәмә йыйыу. Алтман-шалтманды сығарып ташлау.
АЛЪЯҠ (алъяғы) (Р.: перед; И.: front;
T.: ön) и. диал. ҡар. ал I.
1. Нимәнеңдер йөҙө ҡараған тараф; киреһе - арт. □ Перед. Бинаның алъяғы. Алъяҡ менән боролоу. Алъяҡты биҙәу.
2. Өйҙөң ҡаҙан яғы; аш-һыу бүлмәһе. □ Кухонная половина дома. Алъяҡҡа сығыу. Алъяҡты йыйыштырыу. Алъяҡта сәй ҡайнатыу.
АЛЪЯПМА и. диал. ҡар. алъяпҡыс. Алъяпма бесеу.
АЛЫ (Р.: ба; И.: wow; T.: aman) ымл. диал.
Аптырауҙы аңлатҡан һүҙ. □ Ба (выражает удивление). Алы, бына ҡалай икән! Алы, мына һиңә мә! Алы, бына бер ғәжәп!
АЛЫЯ (Р.: приветливый; И.: neighborly;
T.: güleryüzlü) с. диал. ҡар. алсаҡ.
Асыҡ сырайлы, көләс. □ Приветливый, радушный. Алыя ҡыҙ. Алыя холоҡ. Алыя йөҙ.
АМ (Р.: прямая кишка; И.: rectum; T.: am) и. диал. ҡар. күтән.
Эсәктең арт юлға килеп бөткән һуңғы өлөшө; тура эсәк. □ Прямая кишка. Амды тикшертеу.
АМАН III (Р.: цел; И.: intact; T.: sağ salim) р. диал.
Иҫән-Һау, хәүеф-хәтәрһеҙ. □ Цел, невредим. Аман булыу. Аман йөрөу. Аман йәшәу.
АМАН IV р. диал. ҡар. һаман. Аман эш-ләмәу. Аман көтөу. Аман килмәу.
АМЫРАЙЫУ (амырай-, амырая) (Р.: сидеть развалившись; И.: hog a seat; recline; T.: yayılarak oturmak) ҡ.
Иркенләп, рәхәтләнеп ултырыу; йәйелеп ултырыу. □ Сидеть развалившись. Йырла, ултырма амырайып. Алғы рәттә ултыра амырайып. Йомшаҡта амырайып ултырыу.
АНАҠАП (анаҡабы) (Р.: ройник; И.: bast basket; T.: oğul torbası) и. диал. ҡар. инә ҡорт күҙәнәге.
Күс тотоу өсөн ҡабыҡтан киң һәм түңәрәк йәки оҙонса итеп яһалған һауыт. □ Ройник, ройница. Анаҡап әҙерләу. Кусте анаҡапҡа тотоу. Оҙонса анаҡап.
АНА ҠОРТ и. диал. ҡар. инә ҡорт. Ана ҡортон айырыу. Ана ҡорт матдәһе. Умартала бер нисә ана ҡорт була.
АНАН-МЫНАН (Р.: кое-как; И.: by halves; T.: şöyle böyle) р. диал. ҡар. арлы-бирле И.
Еренә еткермәй, булыр-булмаҫ итеп. □ Кое-как. Анан-мынан эшләу. Анан-мынан ғына өйөу. Анан-мынан ғына йыйыштырып ҡуйыу.
АНАТУН (Р.: шуба, подаренная женихом матери невесты; И.: fur coat for a present; T.: gelinin annesine güveyin hediye ettiği kürk) и. этн.
Ҡыҙҙың әсәһенә кейәү яғынан бүләккә бирелгән тун. □ Шуба, подаренная женихом матери невесты. Анатун буләк итеу. Туйға анатунын, кустәнәстәрен тейәп барҙылар. Анатун кейҙереу.
АНА ҺАУЫТЫ и. диал. ҡар. анаҡап. Ана һауыты әҙерләу.
594