Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 600


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

АУ ИНӘҪЕ
һөйләгәнде ишетеп, тыңлап аңлау процесы. □ Аудирование. Аудирование үткәреү. Инглиз теленән аудирование. Аудирование буйынса күнегеүҙәр. Аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәт.
АУ ИНӘҪЕ (Р.: наружная часть рыболовной сети; И.: outer part of a net; T.: balık ağının dış kısmı) и. диал.
Ауҙың тышҡы ҡаты. □ Наружная часть рыболовной сети-режевки. Ау инәҫе үреү.
АУ Л АР А (Р.: повальная болезнь; И.: epidemic; T.: sirayet) и. диал. ҡар. киҙеү II, 1-2.
Ниндәйҙер күсеп йөрөгән йоғошло ауырыу. □ Повальная болезнь. Аулара йәбеште. Аулара йоҡтороу. Ауларанан һаҡланыу.
АУШАҢЛАУ (аушаңла-) (Р.: ходить вперевалку; И.: waddle; T.: badi badi yürümek) ҡ. диал.
Сайҡалып атлау. □ Ходить вперевалку. Аушаңлап китеп барыу. Аушацлап атлау. ■ Ул [айыу], аушацлап, ағас башына менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал ашарға тотона икән. Әкиәттән.
АУЫҘ ИҘЕЛЕҮ (ауыҙ иҙел-) (Р.: болеть ящуром; И.: be ill with murrain; T.: aft humması ile hastalanmak) ҡ. диал.
Телбешмә менән ауырыу. □ Болеть ящуром. Малдың ауыҙы иҙелгән.
АУЫҘ ИҘЕЛМӘҺЕ (Р.: ящур; И.: murrain; T.: aft humması) и. диал. ҡар. телбешмә.
Малда булған киҫкен йоғошло ауырыу. □ Ящур. Ауыҙ иҙелмәһе сире. Йоғошло ауыҙ иҙелмәһе. Ауылда ауыҙ иҙелмәһе таралған.
АУЫҘ ӘҪПЕЛӘҮ (ауыҙ әҫпелә-) ҡ. диал. ҡар. ауыҙ иҙелеү. Һыйырымдың ауыҙы әҫпеләгән.
АУЫЛ АРАҺЫ (Р.: улица; И.: village street; T.: sokak) и. диал.
Ауыл урамы. □ Улица. Ауыл араһында йөрөү. Ауыл араһын төҙөкләндереү.
АУЫЛ ТУРҒАЙЫ (Р.: воробей; И.: sparrow; T.: serçe) и. диал. ҡар. йорт турғайы.
Сыбар көрән һыртлы, буҙ башлы ваҡ ҡош; турғай. □ Воробей (лат. Passer domes-ticus). Ауыл турғайы бөтә кешегә лә билдәле.
Ауыл турғайы оялаған. Ауыл турғайы сыйырсыҡ ояһын баҫып алған.
АУЫРЛАУ (ауырла-) (Р.: болеть; И.: split a gut; T.: bel ağrısı) ҡ. диал.
Ауыр күтәреп, билгә көс төшөрөү. □ Болеть (о пояснице от поднятия тяжести), надорваться. Ауырлап тороу. Бесәндән һуң ауырлау. Балсыҡ ташып ауырлау.
АУЫРМАЛ (Р.: болезненный; И.: unhealthy; T.: sağlıksız) с. диал. ҡар. сирләшкә.
Ауырыуға бирешкән, йыш ауырыған. □ Болезненный. Тыумыштан ауырмал. Ауырмал ғына. Бик ауырмал ғына бала.
АУ ЫҪ (Р.: куплет; И.: couplet; T.: mısra) и. диал. ҡар. куплет.
Шиғри әҫәрҙең рифма менән берләштерелгән бер нисә юллыҡ бер өлөшө. □ Куплет. Ау ыҫты күтәреп алыу. Дүрт юллыҡ ауыҫ. Ауыҫты хәтергә төшөрөү.
АХЫМДАУ (ахымда-) (Р.: скандалить;
И.: kick up noise; T.: kavga etmek) ҡ. диал. ҡар. ғауғалашыу.
Кешеләр араһында ыҙғыш сығарыу. □ Скандалить. Күрше-күлән менән ахымдау. Үҙ-ара ахымдау. Юҡ-барға ахымдау.
АХЫРБАТ (Р.: затем; И.: later; T.: sonra) р. диал. ҡар. һуңынан.
Күпмелер ваҡыттан һуң. □ Затем, потом. Ахырбат эшләү. Ахырбат барыу. Ахырбат ышаныу.
АҺАРЫНЫУ (аһарын-) (Р.: умолять;
И.: implore; T.: yalvarmak) ҡ. диал. ҡар. ялбарыу.
Ниҙер эшләтеү маҡсаты менән кешегә түбәнселекле рәүештә мөрәжәғәт итеү. □ Умолять. Бик ныҡ аһарыныу. Аһарынып һорау. Ҙур йомош менән аһарыныу.
АҺҠАҠ I (аһҡағы) (Р.: хромой; И.: lame; T.: aksak) с. диал. ҡар. аҡһаҡ I.
Аяғы зәғиф; сатан, һылтыҡ. □ Хромой, хромающий. Аһҡаҡ күп йөрөй. Аһҡаҡ ҡарт. Аһҡаҡ бәрәс.
АҺҠАҠ II (аһҡағы) (Р.: перекладина; И.: cross-beam; T.: atkı) и. диал. ҡар. аҫҡаҡ I.
Ниҙелер аҫып, элеп ҡуя торған ҡулайлама. □ Перекладина (приспособление для подвешивания чего-н.). Аһҡаҡҡа сәй ҡайнатырға элеү. Аһҡаҡҡа ҡаҙан аҫыу.
600