Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 601


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

АЯҠ АРБАҺЫ
АШАҒАРАУ (Р.: близорукий; И.: shortsighted; T.: miyop) с. диал. ҡар. күрәш.
Күҙе алыҫтан күрмәй, яҡындан ғына күреүгә һәләтле. □ Близорукий. Ашағарау куҙ. Ашағарау кеше. Ашағарауҙы дауалау.
АШАҠТАУ I (ашаҡта-) (Р.: семенить;
И.: mince; T.: tıpış tıpış yürümek) ҡ. диал.
Ваҡ ҡына аҙымдар менән атлау. □ Семенить. Ашаҡтап алға бара. Яй ғына ашаҡтау. Урам буйлап ашаҡтау.
АШАҠТАУ II (ашаҡта-) (Р.: перешагивать; И.: step over; T.: aşmak) ҡ. диал. ҡар. ашатлау.
Нимәнеңдер өҫтөнән аша баҫыу; аша атлау. □ Перешагивать, переступать через кого, что-л. Тупһанан ашаҡтау. Кейем өҫтөнән ашаҡтау. Ашаҡтап сығыу.
АШАНДЫ (Р.: пища; И.: food; T.: yemek) и. диал. ҡар. ашамлыҡ.
Ашай торған аҙыҡ; ризыҡ. □ Пища, еда. Юллыҡ ашанды әҙерләу. Ашандыны өҫтәлгә теҙеу. Ашандыны йыйыштырыу.
АША ҺӨЙЛӘШЕҮ (аша һөйләш-) (Р.: разговаривать самоуверенно; И.: talk self-confidently; T.: iddialı konuşmak) ҡ. диал.
Үҙенә ныҡ ышанып, эре һөйләшеү. □ Разговаривать самоуверенно. Бик ныҡ аша һөйләшә. Аша һөйләшмә! Кеше алдында аша һөйләшеу.
АША ҺУҠТЫРЫУ (аша һуҡтыр-) (Р.: преувеличивать; И.: exaggerate; overstate; T.: abartmak) ҡ. диал.
һүҙҙе, хәбәрҙе арттырып һөйләү. □ Преувеличивать; пересаливать, перебарщивать в чём', перехватить через край. Аша һуҡтыра башланы. Аша һуҡтыраһың ту-гелме? Аша һуҡтырғанды аңлап ҡалыу.
АШ ИЖАУЫ (Р.: деревянная ложка; И.: wooden spoon; T.: ahşap kaşık) и. диал.
Ағас ҡалаҡ. □ Деревянная ложка. Аш ижауы менән болғау. Семәрле аш ижауы. Оҙон һаплы аш ижауы.
АШ КӘКРЕҺЕ (Р.: вареники (творожные)', И.: perogies; T.: ekşimikli pelmeni) и. диал.
Эремсек билмәне. □ Вареники (творожные). Аш кәкреһе әҙерләу. Аш кәкреһе беше-реу. Аш кәкреһен майлап ашаһаң, тәмле була.
АШ ҠАШЫҒЫ (Р.: половник; И.: ladle;
T.: kepçe) и. диал. ҡар. сүмес I, 1.
Эсемлекте ҡойоу өсөн ҡулланыла торған сүмес; ижау. □ Половник. Ике аш ҡашығы һалыу. Аш ҡашығы менән ҡойоу. Аш ҡашығы менән һөҙөп алыу.
АШ МӘНЕҮ (аш мәне-) (Р.: быть разборчивым в еде; И.: be (fastidious), exacting in taking food; T.: yemek seçmek) ҡ. диал. ҡар. аш көҫәү.
Төрлө ашамлыҡ ашағы килеү; аш төрләү.
□ Быть разборчивым в еде (в связи с ка-ким-л. состоянием, беременностью). Әсе аш мәнеу. Итле аш мэнеу.
АШ СИБӘРЕ (Р.: искусный кулинар; И.: skilled cookery specialist; T.: usta aşçı) u. диал.
Аш-Һыу оҫтаһы. □ Искусный кулинар. Тәжрибәле аш сибәре. Аш сибәренән тәм-томдар. Аш сибәре серҙәре.
АШЫҠТАШ (Р.: бита; И.: cat-stick; Т.: aşık oyununda kullanılan sopa) и. диал. ҡар. һаҡа.
Ашыҡ һуғыу уйынындағы һуҡҡыс. □ Бита (для игры в чижики). Ашыҡташ менән һуғыу. Ашыҡташ ырғытыу. Ашыҡташ менән бәреу.
АШЫҠ ҺӨЙӘГЕ (Р .: лучевая кость; И.: antebrachial; T.: önkol kemiği) и. диал. ҡар. беләк һөйәге.
Беләктең оҙон парлы һөйәге. □ Лучевая кость. Ашыҡ һөйәге һыҙлау. Ашыҡ һөйәге һыныу. Остеопороз менән сирләгәндә йыш ҡына ашыҡ һөйәге һыныусан.
АЯҘ III (Р.: неоплодотворённый; И.: clear; T.: döllenmemiş) с. диал.
Аталанмаған. □ Неоплодотворённый (о яйце). Каҙҙың йомортҡалары аяҙ булды. Аяҙ йомортҡаларҙы ташлау.
АЯҠ АРБАҺЫ (Р.: ходунки; И.: zimmer frame; T.: yürüteç) и. диал.
1. Баҫып торғанда тотороҡлоҡто, йөрөгәндә тигеҙлекте һаҡлаусы, ярҙамға мохтаж кешеләр өсөн ҡулайлама; этмә арба. □ Ходунки {для инвалидов и пожилых людей). Аяҡ арбаһы эшләтеу. Аяҡ арбаһы менән йөрөу. Аяҡ арбаһы яһатыу.
601