Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 606


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ДЕГЕТ ҮЛӘН
йыллыҡ үлән; ҡамғаҡ. □ Качим метельчатый (лат. Gypsophila paniculata). М Көньяҡ Уралда декоратив үҫемлектәрҙән һары умырзая, дауылуты, ҡаҙүлән, күк сәскә үҫә. «Торатау», 22 сентябрь 2011.
ДЕГЕТ ҮЛӘН (Р.: смолёвка; И.: bladder campion; T.: nakil) и. диал. ҡар. елем үләне.
Ҡәнәферҙәр ғаиләһенә ҡараған, һабағы йәбешкәк елем менән ҡапланған, күп йыллыҡ туғай үләне. □ Смолёвка (лат. Silene). Дегет үләне сәскәһе. Дегет үләнен йолҡоу.
ДЕГӘНӘК ГӨЛ (Р.: роза; И.: rose; Т.: gül) и. диал. ҡар. роза 1.
Төрлө төҫтәге эре, ялбыр, хуш еҫле сәскәле, сәнскәк һабаҡлы декоратив ҡыуаҡ һәм шуның сәскәһе. □ Роза (лат. Rosa). Дегәнәк гөл сәскәһе. Дегәнәк гөл үҫтереү.
ДИКӘН (Р .: рогоз; И.: reed mace; T.: saz) и. диал. ҡар. екән.
Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, көрән, оҙонса башлы ялпаҡ күл ҡамышы төрө; екәнле ҡамыш, ҡуға. □ Рогоз (лат. Турһа). Күл дикәне. Көрән дикән.
ДИЛҮЛӘН (Р.: белена; И.: henbane; Т.: banotu) и. диал. ҡар. тилебәрән.
Күкшел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло, тилертә торған ағыулы үлән. □ Белена, дурман (лат. Hyoscyamus). Дилүлән орлоғо. Дилүлән ағыулы була.
ДИҢГЕҘ АЖДАҺАҺЫ (Р.: большой морской дракон; И.: sea-dragon; T.: çarpan balığı) и. зоол.
Диңгеҙ төбөндә тереклек итеүсе, күҙҙәре башының өҫтөндә урынлашҡан ағыулы балыҡ. □ Большой морской дракон, большой морской скорпион, змейка (лат. Trachinus draco). Диңгеҙ аждаһаһы - ағыулы балыҡ.
ДИҢГЕҘ АРЫҪЛАНЫ (Р.: морской лев; И.: sea-lion; T.: yeleli denizaslanı) и. зоол.
Тюлендәр ғаиләһенә ҡараған, Тымыҡ океанда һәм көньяҡ полюс диңгеҙҙәрендә йәшәй торған имсәкле диңгеҙ хайуаны. □ Морской лев, нерпух (лат. Otariinae).
ДИҢГЕҘ АТЫ (Р.: морской конёк; И.: horsefish; T.: denizatı) и. зоол.
Энәлеләр ғаиләһенә ҡараған, башы ат фигураһына оҡшаған, ҡойроғо эсенә ҡарай уралған диңгеҙ балығы. □ Морской конёк
(лат. Hippocampus). Диңгеҙ аты - вертикаль рәүештә йөҙөп йөрөүсе үҙенсәлекле диңгеҙ тереклеге.
ДИҢГЕҘ БЕСӘЙЕ (Р.: морской кот; И.: Atlantic stingray; T.: dikenli vatoz) и. зоол.
Акулалар затына ҡараған, сысҡандыҡы кеүек нәҙек оҙон ҡойроҡло скат. □ Морской кот, обыкновенный хвостокол (лат. Dasyatis pastinaca). Диңгеҙ бесәйенең ағыуы ҡойроғонда була.
ДИҢГЕҘ БӨРКӨТӨ (Р.: орлан-белохвост; И.: white-tailed eagle; T.: bayağı deniz kartalı) и. зоол.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, Евразия-ла таралған, аҡ ҡойроҡло эре йыртҡыс ҡош. □ Орлан-белохвост, сероватень, орёл морской (лат. Haliaeetus albicilla). Диңгеҙ бөркөтө Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
ДИҢГЕҘ ЙОНДОҘО (Р.: морская звезда; И.: sea star; T.: denizyıldızı) и. зоол.
Энәтирелеләр класына ҡараған, йондоҙ формаһындағы диңгеҙ тереклеге. □ Морская звезда (лат. Asteroidea). Диңгеҙ йондоҙоноң ҡабырсағын сувенир итеп файҙаланалар.
ДИҢГЕҘ КӨСӨГӨ (Р.: обыкновенная морская собачка; И.: rusty blenny; T.: horozbina) и. зоол.
Алабуғалар отрядына ҡараған, оҙонлоғо 23 см-ға еткән, йомро башлы сыбар балыҡ. □ Обыкновенная морская собачка (лат. Parablennius sanguinolentus). Диңгеҙ көсөгө Ҡара һәм Аҡ диңгеҙҙә осрай.
ДИҢГЕҘ КӘБЕҪТӘҺЕ (Р.: морская капуста; И.: laminaria; T.: laminaria yosunu) и. бот.
Ашарға яраҡлы ылымыҡ. □ Морская капуста, ламинария (лат. Laminaria). Диңгеҙ кәбеҫтәһенән салат. Диңгеҙ кәбеҫтәһендә йод күп була. ■ Ҡан ныҡ ҡуйы булғанда, көндәлек рационға мотлаҡ ҡыяр, диңгеҙ кәбеҫтәһе, грейпфрут, помидор һәм диңгеҙ балығы индерелергә тейеш. «Йәшлек», 17 ноябрь 2016.
ДИҢГЕҘ ҠУЯНЫ (Р.: морской заяң; И.: sea hare; T.: sakallı fok) и. зоол.
Тюлендәр ғаиләһенә ҡараған, алғы ҡулдары башына яҡын урынлашҡан ҙур кәүҙәле диңгеҙ хайуаны. □ Морской заяң, лахтак
606