ДӨР
(лат. Erignathus barbatus). М Дицгеҙ ҡуяны -тюлендәр ғаиләһенән, икенсе исеме - лах-так. Г. Ситдиҡова.
ДИҢГЕҘ ҠЫЯРЫ (Р.: морской огурец; И.: holothurians, sea gherkins; T.: deniz hıyarı) и. зоол.
Энәтирелеләр класына ҡараған, умыртҡаһыҙ, оҙонса формалағы океан тереклеге. □ Морской огурец, голотурия (лат. Holot-huroidea). ■ Дицгеҙ ҡыярының оҙонлоғо икешәр метрға етә. Кеҫәртке кеуек, һаҡланғанда, уҙ-уҙен өҙә ала, тиҙ ук элекке хәленә ҡайта. Г. Ситдиҡова.
ДИҢГЕҘ САЛАТЫ (Р.: ульва; И.: sea lettuce; T.: deniz marulu) и. бот.
Ашарға яраҡлы йәшел ылымыҡ төрө. □ Ульва, морской салат (лат. Ulva). Дицгеҙ салатын ашау. Дицгеҙ салаты микроэлементтарға бай.
ДИҢГЕҘ СУСҠАҺЫ (Р.: морская свинка; И.: guiney pig; T.: kürklü) и. зоол.
Ҡулға эйәләштерелгән ҡомаҡ ҙурлыҡ кимереүсе. □ Морская свинка (лат. Cavia porcellus). Дицгеҙ сусҡаһын урсетеу. Ата дицгеҙ сусҡаһы.
ДИҢГЕҘ СӘТХЕ (Р.: уровень моря; И.: sea level; T.: deniz seviyesi) и. иҫк.
Диңгеҙ кимәле. □ Уровень моря. М Ағиҙелдең аръяғында тупраҡ насар, дицгеҙ сәтхенән юғары. Ғ. Ғисмәти.
ДИҢГЕҘ ТЕРПЕҺЕ (Р.: морской ёж; И.: echinus, sea-hedgehog; T.: deniz kestanesi) и. зоол.
Энәтирелеләр класына ҡараған, шар формаһындағы, ҡаты энәләр менән ҡапланған диңгеҙ тереклеге. □ Морской ёж (лат. Echinoidea). Дицгеҙ терпеһе ыуылдырығы. Диңгеҙ терпеһе ылымыҡ, төрлө әкәм-төкәмдәр, емтек менән туҡлана.
ДИҢГЕҘ ТИРӘК (тирәге) (Р.: белый тополь; И.: white poplar; T.: ak kavak) и. диал. ҡар. аҡ тирәк 1.
Япрағының өҫ яғы ялтырап торған йәшел, аҫҡы яғы аҡһыл төҫтә булған тирәк төрө. □ Белый тополь, тополь серебристый (лат. Populus alba). Оло дицгеҙ тирәк. Ауыл
да малға дицгеҙ тирәгенең япрағын ашаталар.
ДИҢГЕҘ ТӨЛКӨҺӨ (Р.: морская лисица; И.: thornback skate, thrasher; T.: vatoz) и. зоол.
Кәүҙәһенең өҫкө яғы төрлө төртөк, биҙәктәр менән сыбарланған, төлкөнөкөнә оҡшаған осло ауыҙлы скат төрө. □ Морская лисица, колючий скат, шиповатый скат (лат. Raja clavata). Дицгеҙ төлкөһө дицгеҙ төбөндә тереклек итә.
ДИҢГЕҘ ҮЛӘНЕ (Р.: трава морская; И.: grass-wrack; T.: deniz yosunu) и. бот.
Оҙон яҫы һабаҡлы күп йыллыҡ диңгеҙ үҫемлеге. □ Трава морская, взморник, зостера (лат. Zoster а). Дицгеҙ уләнен медицинала, мебель эшләуҙә ҡулланалар.
ДИҢГЕҘ ФИЛЕ (Р.: морской слон; И.: sea elephant; T.: deniz fili) и. зоол.
Тюлендәр ғаиләһенә ҡараған, томшоғо филдекенә оҡшаған, ҙур кәүҙәле диңгеҙ хайуаны. □ Морской слон (лат. Mirounga). Ama дицгеҙ филенец томшоғо филдеке кеуек оҙон була.
ДИҢГЕҘ ҺУҒАНЫ (Р.: морской лук; И.: sea onion; T.: ada soğanı) и. бот.
Оҙонса итләс яҫы япраҡлы, эре һуған-башлы, диңгеҙ буйында ҡырағай рәүештә үҫеүсе үлән. □ Морской лук, Дримия приморская (лат. Drimia maritima). М Дицгеҙ һуғаны дарыу булараҡ та, кимереуселәргә ҡаршы ла уңышлы ҡулланыла. Г. Ситдиҡова.
ДИҢГЕҘ ШАЙТАНЫ (Р.: европейский удильщик; И.: goosefish; T.: fener balığı) и. зоол.
Ҙур ялпаҡ башлы, киң ауыҙында осло тештәре булған эре йыртҡыс диңгеҙ балығы. □ Европейский удильщик (лат. Lophius piscatorius). Дицгеҙ шайтанының ауырлығы егерме килограмға етә. Дицгеҙ шайтанының ите ашарға яраҡлы.
ДӨР II [ғәр. >] (Р.: жемчужина; И.: pearl; T.: dür) и. иҫк. кит.
Ҡайһы бер диңгеҙ ҡабырсаҡтарында була торған затлы, мәрүәт матдә бөртөгө; ынйы. □ Жемчужина. Дөр бөртөгө. Дөр ҡашлы йөҙөк.
607