ДУБЫР
ДУБЫР [рус. двор] (Р.: конный двор; И.: stable yard; T.: at avlusu) и. диал.
Ат һарайы. □ Конный двор. ■ Аттарҙың бышҡырыуына һиҫкәнеп, текмә ярығынан ғына дубыр эсенә бағам. Р. Камал.
ДУФИРЕСЕ и. диал. ҡар. дейеү пәрейе. Балаларҙы дуфиресе менән ҡурҡытыу.
ДУШНАМ [фарс. (Р.: брань; И.: abuse; quarrel; T.: düşnam) и. иҫк. кит.
Әрләшеү һүҙе. □ Брань, ругань, оскорбление. Душном ишетеу.
ЕВРО [рус.] и. ҡар. евровалюта. Һумдарҙы евроға кусереу. Евро менән иҫәпләу. Евро төшкән.
ЕВРОКЛИРИНГ [евро + ингл. clearing ‘таҙартыу’] (Р.: евроклиринг; И.: Euro clearing; T.: euro kliring) и.
Европала ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙәр системаһы. □ Евроклиринг. Евроклиринг менән туләу.
ЕВРОПА АҠ ШЫРШЫҺЫ (Р.: пихта европейская; И.: European spruce; T.: Orta Avrupa göknarı) и. бот. (баш хәреф менән)
Ҡарағай һымаҡтар төрөнә ҡараған, оҙонлоғо 30-60 метрға еткән, ҡаты ылыҫлы мәңге йәшел ағас. □ Пихта европейская (лат. Abies alba). Европа аҡ шыршыһы ултыртыу. Европа аҡ шыршыһы һәр саҡ йәм-йәшел. Европа аҡ шыршыһы ботаҡтары.
ЕВРОПА БЕРЛӘШМӘҺЕ (Р.: Евро союз; И.: European Union; T.: Avrupa Birliği) и. (баш хәреф менән)
Европа берләшмәһе тураһында килешеү (Маастрихт килешеүе) төҙөгән, 28 Европа дәүләтен берләштергән иҡтисади һәм сәйәси берләшмә. □ Евросоюз (ЕС). Европа берләшмәһе сиктәрендә уткәрелгән йыйылыш.
ЕВРОПА БИЗОНЫ (Р.: бизон евро пейский; И.: European aaroch; T.: Avrupa bizonu) и. зоол. (баш хәреф менән)
Европала иң эре һөтимәр хайуан булған, элекке заманда ҡырып бөтөрөлгән, хәҙерге көндә ҡурсаулыҡтарҙа һәм зоопарктарҙа ғына һаҡланып ҡалған бик эре ҡырағай үгеҙ. □ Бизон европейский (лат. Bison bona-sus). Европа бизоны Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
ЕВРОПА ҠАРАҒАСЫ (Р.: лиственница европейская; И.: European larch; T.: Avrupa melezi) и. бот. (баш хәреф менән)
Ҡарағас һымаҡтар төрөнә ҡараған, тарбаҡ ботаҡлы бейек ағас. □ Лиственница европейская, лиственница опадающая (лат. Larix decidua). Европа ҡарағасы тубырсығы. Европа ҡарағасы ҡышын энәһен ҡоя.
ЕВРОПА ҠОНДОҘО (Р.: бобр евро пейский; И.: European beaver; T.: Avrupa kunduzu) и. зоол. (баш хәреф менән)
Европала һәм Көнбайыш Себерҙә йәшәй торған, кимереүселәр төркөмөнә ҡараған, көрән йөнлө һыу буйы йәнлеге. □ Бобр европейский (лат. Castor fiber). Европа ҡондоҙо өңө. Европа ҡондоҙо тиреһе. Европа ҡондоҙон аулау.
ЕВРОПАРЛАМЕНТ [рус.] (Р.: Европарламент; И.: European parliament; T.: Avrupa Parlamentosu) и.
«Европа иҡтисади берлеге»нә ингән көнбайыш Европа илдәренең иң юғары дәрәжәләге закон сығарыу органы. □ Европарламент. Европарламент ултырышы. Европарламент ҡарары. Европарламент закондары.
ЕВРОПОЛ [ингл. Europol] (Р.: Европол; И.: Europol; T.: Avrupa Polis Ofisi) и.
Европа илдәрендә халыҡ-ара енәйәтсе-леккә ҡаршы көрәшә торған Интерпол рәүешендәге ойошма. □ Европол (полицейская служба Европейского союза). Европол мәғ-лумәттәре буйынса.
ЕЛБИҘӘК II (елбиҙәге) (Р.: перламутровка; И.: butterfly species; T.: cengaver) и. зоол.
Матур, асыҡ һары төҫтәге көндөҙгө күбәләк. □ Перламутровка (лат. Argynnis). Елбиҙәктәр осоп йөрөй.
ЕЛБИҘӘК ҠАНАТ и. зоол. ҡар. елбиҙәк.
Елбиҙәк ҡанаттың төҙөлөшөн өйрәнеу.
ЕЛПӘҘӘ ҠАНАТЛЫЛАР (Р.: веерокрылые; И.: insect species; T.: yelpaze kanatlılar) и. зоол.
Бөтә ер йөҙөндә йәшәй торған, инә заттары бал ҡортонда, һағыҙаҡтарҙа һәм цика-даларҙа паразитлыҡ итә торған бик ваҡ бөжәктәр. □ Веерокрылые (лат. Strepsiptera).
608