Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 609


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЖАРАПЕЧИН
Елпәҙә ҡанатлылар ғаиләһенә ҡараған бөжәктәр.
ЕЛПӘҘӘ МЫЙЫҠ ҠУҢЫҘҘАР (Р.: жуки веероусые; И.: beetle species; T.: bir cins böcek) и. зоол.
Ҡаты ҡанатлылар ғаиләһенә ҡараған ваҡ бөжәктәр. □ Жуки веероусые (лат. Rhipip-horidae).
ЕМЕШ ҠУҢЫҘҘАРЫ (Р .: плодожилы; И.: plaguily; T.: fındık kurdu) и. зоол.
Киң таралған, сәтләүектәргә, сливаға, имән сәтләүегенә зарар килтерә торған ваҡ бөжәктәр. □ Плодожилы. Емеш ҡуңыҙҙарын ағыулау. Емеш ҡуңыҙҙары кубәйгән.
ЕМЕШ МЫРЫ (Р.: яблонная плодожорка; И.: sort of garden pest; T.: elma içkurdu) и. зоол.
Ҡарышлауығы алмаға зарар килтерә торған күбәләк. □ Яблонная плодожорка (лат. Cydia pomonella). Емеш мырын бөтөрөу. Алмағасҡа емеш мыры һырыған.
ЕН АРБАҺЫ (Р.: перекати-поле; И.: tumbleweed; T.: fidan) и. һөйл. ҡар. ҡамғаҡ I.
Орлоғо өлгөргәс, тамырынан өҙөлөп, ел ыңғайына тәгәрләп китә торған дала үҫемлеге. □ Перекати-поле. ■ Ҡорһаҡһыған ағас мискә кеуек, шыңғырап көн иткән был дала. Тик йөрөгән бында ен арбаһы, угәй-һетеп уткән йылғалар. X. Ғиләжев.
ЕРҘӘН ТЕЙЕНГӘН (Р.: болезнь, которая, по поверьям, может появиться от соприкосновения с землёй (при падении на землю, сидении на ней); И.: kind of malady; T.: yerden dokunan hastalık) и. миф.
Ергә ятҡанда йәки ултырғанда ҡағылған ауырыуҙарҙың атамаһы. □ Болезнь, которая, по поверьям, может появиться от соприкосновения с землёй (при падении на землю, сидении на ней). Ерҙән тейенгән сирҙе өшкөрөу. М Ерҙән тейенгән ауырыуҙы Аятел көрсиҙе кире уҡып имләйҙәр. Ерҙән тейенгән ауырыуҙарҙы сатлы юлға һалалар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЕРТИШКЕС (Р.: землеройка; И.: kind of shrew; T.: sivri faregiller) и. зоол.
Ләпәк сысҡандарға яҡын торған, ҡиәфәте сысҡандарға оҡшаған, Көньяҡ Америка менән Австралиянан башҡа бөтә илдәрҙә
йәшәй торған ваҡ кейек. □ Землеройка (лат. Soricidae). Ертишкестәр бөжәктәр, ваҡ ҡоштар менән туҡлана.
ЕҪЛЕ БАЛТЫРҒАН (Р.: сныть обыкновенная; И.: aegopodium; T.: keçiayağı) и. бот.
Оҙонсараҡ киртләс япраҡлы, сатыр сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Сныть обыкновенная (лат. Aegopodium). Еҫле балтырған йыйыу. Еҫле балтырған уҫкән урын.
ЕҪЛЕ РОМАШКА (Р.: ромашка пахучая; И.: camomile species; T.: papatya) и. бот.
Сәскәһенең уртаһы йәшкелт һары, тажы булмаған, тетмәкәй япраҡлы еҫле үҫемлек. □ Ромашка пахучая, ромашка безъязычко-вая (лат. Matricaria discoidea). Ялан тулы еҫле ромашка.
ЕҪЛЕ ТАРБАҒАЙ (Р.: скерда пахучая; И.: wild grass species; T.: kıskı) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, тарбаҡ ботаҡлы, һары сатыр сәскәле бейек үлән. □ Скерда пахучая (лат. Crepis). Еҫле тарбағай - хуш еҫле улән.
ЕҪЛЕ ТИЛЕ ТОРМА (Р.: желтушник левкойный; И.: treacle-mustard; T.: zarifeotu) и. бот.
Тура төҙ һабаҡлы, ваҡ һары сәскәле бер йыллыҡ үлән. □ Желтушник левкойный (лат. Erysimum cheiranthoides). Еҫле тиле торма май айынан көҙ башына тиклем сәскә ата.
ЕҪЛЕ ҺЫРМАУЫҠ (һырмауығы) (Р.: ясменник пахучий; И.: perennial grass species; T.: belumotu) и. бот.
Ваҡ сәнскеле күп йыллыҡ үлән. □ Ясменник пахучий (лат. Asperula graveolens). Урман тулы еҫле һырмауыҡ.
ЖАЛЮЗИ [фр. jalousie} (Р.: жалюзи; И.: Venetian blind; T.: jaluzi) и.
Яҡтылыҡты йәки һауа ағымын үҙгәртеү өсөн тәҙрәләргә һ. б. ҡуйыла торған, айырым таҫмаларҙан яһалған пәрҙә. □ Жалюзи. Тәҙрәләргә жалюзи элеу.
ЖАРАПЕЧИН и. диал. ҡар. юл япрағы. Яраға жарапечин ябыу.
609