ЖИЗ ҮЛӘН
ЖИЗ ҮЛӘН (Р.: ковыль; И.: feather grass; T.: sorguç otu) и. диал. ҡар. ҡылған.
Ялбырлап ултырған йөнтәҫ сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipa). Тау тулы жиз улән.
ЖИЛӘКЧИЧКӘ (Р.: колокольчик; И.: blue-bell; T.: çançiçeği) и. диал. ҡар. ҡыңғырау сәскә.
Ҡыңғырауға оҡшап торған күк, зәңгәр сәскәле күп йыллыҡ баллы үҫемлек. □ Колокольчик (лат. Campanula). Жиләкчичкә куп беҙҙә.
ЖОНГЛЁРЛЫҠ (жонглёрлығы) (Р.: жонглёрство; И.: juggling; T.: jonglörlük) и.
Жонглёр оҫталығы. □ Жонглёрство. Туптар менән жонглёрлыҡ итеу. Жонглёрлыҡ итергә өйрәнеу.
ЖӨНБАШ (Р.: одуванчик; И.: dandelion;
T.: karahindiba) и. диал. ҡар. бәпембә 1.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Жөнбаш осороу. Жөнбаш орлоғо.
ЖӨННӨКӘЙБАШ (Р.: одуванчик; И.: dandelion; T.: karahindiba) и. диал. ҡар. бәпембә 1.
Ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән үҫемлек. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Жөннөкәйбаш мамығы.
ЖЫЛАН ҠУҘҒАЛАҠ (ҡуҙғалағы) (Р.: щавель; И.: hock; T.: labada) и. диал. ҡар. ҡуҙғалаҡ.
Ашарға яраҡлы әскелтем япраҡлы үлән. □ Щавель (лат. Rumex). Жылан ҡуҙғалаҡтан бәлеш.
ЗАМБАР (Р.: замбар; И.: wild horned animal species; T.: sambar geyiği) и. зоол.
Цейлонда, һиндостанда, Филиппин утрауҙарында һәм Ҡытайҙа йәшәй торған, айыры тояҡлы, тармаҡ мөгөҙлө, көйөшлө эре хайуан. □ Замбар (лат. Cervus unicolor). Замбар мөгөҙө. Замбар балаһы.
ЗЕКӘНБАШ (Р: рогоз; И.: reed mace; T.: saz) и. диал. ҡар. екән.
Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, көрән, оҙонса башлы ялпаҡ күл ҡамышы һәм шуның йөнтәҫ башы. □ Рогоз (лат. Турһа). Зеҡәнбаш ҡамыш.
ЗОМБИ [ингл. zombie} (Р.: зомби; И.: zombie; Т.: zombi) и.
1. миф. Африка мифологияһында: саҡырып алыусының ихтыярын үтәп йөрөгән үле кешенең рухы. □ Зомби. Зомбиҙар тураһында йәнһурәт ҡарау.
2. кусм. Икенсе кешеләр ихтыярына һуҡырҙарса буйһоноусы, үҙ аллы хәл итеү һәләтен юғалтҡан кеше. □ Зомби. Зомбиға әйләнеу.
ЗӘҢНӘ ПЕЧИН (Р.: горицвет; И.: adonis; T.: kandamlası) и. диал. ҡар. умырзая.
Иртә яҙ сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре һары сәскәле үлән. □ Горицвет (лат. Adonis). Яҙғы зәңнә печин. Ҡыҙыл зәңнә печин.
ЗӘҢНӘ ҮЛӘНЕ (Р.: сныть обыкновенная; И.: goutweed; T.: keçi ayağı) и. диал. ҡар. еҫле балтырған.
Көпшә һабаҡлы, киң киртләс япраҡлы, сатыр сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек. □ Сныть обыкновенная (лат. Aegopodium). Зәңге булмаһын тиһәң, зәңнә уләненән аш бешереп ашарға кәрәк.
ЗӘҺӘР ЛЮТИК (Р.: лютик едкий; И.: tall crowfoot; T.: düğün çiçeği) и. бот.
Йылтыр һары ваҡ сәскәле ағыулы үлән.
□ Лютик едкий (лат. Ranunculus acris). ■ Яр буйында ер-һыу ҡарабойҙайы, зәһәр лютик, курән, ҡырҡбыуын, уҡъяпраҡ һ. б. уҫә. «Башҡортостан энциклопедияһы »нан.
ИНӘ ҠОРТ (Р: пчела матка; И.: bee queen; Т.: кгаһзе ari) и. умарт.
Бал ҡорттарының инәһе. □ Пчела матка. М Ғаиләлә өс төрлө бал ҡорто була: инә ҡорт, эшсе ҡорттар һәм ата ҡорттар. «Башҡортостан», 31 март 2012.
ИНӘ ҠОРТ КҮҘӘНӘГЕ (Р: маточник;
И.: queen cell; T.: kraliçe hücre) и. умарт.
Яңы инә бал ҡортон сығара торған кәрәҙҙәге ҙур күҙәнәк. □ Маточник (пчелы). Бал ҡорттары инә ҡорт куҙәнәген яһай.
ИНӘЛЕК КӨПШӘҺЕ (Р.: маточные трубы; И.: Fallopian tubes; T.: Fallop tüpleri) и. анат.
Балаятҡыға бәйле булған нәҙек кенә үткел. □ Маточные трубы. ■ Яралғы инәлек
610