Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 611


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЙӘБЕШКӘК
көпшәһендә урынлашһа, артабан уҫә алмай, көпшә шартлай. Г. Яҡупова.
ИРЕКМӘН (Р.: волонтёр; И.: volunteer; T.: gönüllü) и.
Үҙ ирке менән бушлай файҙалы эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән кеше. □ Волонтёр. Ирекмәндәр ярҙамы. ■ Ошо көндәрҙә Өфөлә «Ирекмән-2017» конкурсы башланды. «Башҡортостан», 24 март 2017.
ИТӘҒӘТЛЕЛЕК (итәғәтлелеге) (Р.: учтивость; И.: courtesy; T.: naziklik, edep) u.
Кешенең тәрбиәле, әҙәпле булыу сифаты; итәғәтлек. □ Учтивость, вежливость, почтительность. Итәғәтлелек нормалары. Итәғәтлелек курһәтеу. ■ «Килмешәк»тең был зирәклеге, итәғәтлелеге президиум өҫтәле артында ултырыусылар куңеленә хуш килде, курәһең. Д. Бүләков.
ЙОМОРТҠА АҠҺЫМЫ и. диал. ҡар. йомортҡа ағы. Йомортҡа аҡһымын айырып алыу. Йомортҡа аҡһымын туҡыу.
ЙОМОРТҠА ТӘБЕЙӘҺЕ (Р.: омлет;
И.: omelet, scrambled eggs; T.: omlet) и. ҡар. тәбейә 1.
Йомортҡаны һытып ҡурған аҙыҡ. □ Омлет. Йомортҡа тәбейәһе ашау. Йомортҡа тәбейәһе ҡурыу. Йомортҡа тәбейәһенә тоҙ һибеу.
ЙОМРО ТЕГӘНӘК (тегәнәге) (Р.: репей ник; И.: thistle; T.: löşlek) и. диал. ҡар. дегәнәк 1.
Эре япраҡлы, йәбешкәк тубалсаҡлы, сәнскеле үҫемлек. □ Репейник, лопух (лат. Arctium). Йомро тегәнәктәр йәбешә.
ЙОРТ КҮБӘЛӘГЕ и. диал. ҡар. кесерткән күбәләге. Йорт кубәләге кубәйгән. Йорт кубәләктәре оса башланы.
ЙӨҘЬЯФРАҠ (йоҙьяфрағы) (Р.: тысячелистник; И.: achillea; T.: civanperçemi) и. диал. ҡар. меңьяпраҡ.
Өйкөм сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, тетмәкәй япраҡлы, аҡ сәскәле дарыу үләне; бысылғы. □ Тысячелистник (лат. Achillea). Йөҙьяфраҡ сәскәһе. Йөҙьяфраҡ тамыры. Йөҙьяфраҡ киптереу.
ЙӨННӨБАШ (Р .: одуванчик; И.: dandelion; T.: karahindiba) и. диал. ҡар. бәпембә 1.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән үҫемлек. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Йөннөбаштар орлоҡ сәсә. Йөннөбаш сәскәләре иртәнге ысыҡҡа мансылған.
ЙҮТӘЛ СӘЙЕ (Р.: грудница мохнатая; И.: linosyris villosa; T.: tüylü galateli) и. бот.
Август-сентябрь айҙарында һары сәскә атыусы күп йыллыҡ үлән. □ Грудница мохнатая (лат. Linosyris villosa). Йутәл сәйе төнәтмәһе. Йутәл сәйе эсеу. Йутәл сәйе тамырының оҙонлоғо 40 см-ға саҡлы етә.
ЙҮТӘЛ ҮЛӘНЕ (Р.: термопсис; И.: golden banners, false-lupines; T.: piyan) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ ағыулы үҫемлек. □ Термопсис (лат. Thermopsis). Йутәл уләне ҡуҙағы. Йутәл уләне орлоҡтары август айында өлгөрә.
ЙЫЛАН ҠЫМЫҘЛЫҒЫ и. диал. ҡар. йылантамыр. Йылан ҡымыҙлығы төнәтмәһе. Йылан ҡымыҙлығының сәскәһе.
ЙЫЛАУҠАЙ III (Р.: недоквасившийся катык; И.: qatyq not made sour properly; T.: yogurt) и. диал.
Әсеп өлгөрмәгән ҡатыҡ. □ Недоквасившийся катык. Бер мискә йылауҡай. Йылау-ҡайҙы йылы урынға ҡуйып тороу.
ЙЫЛҒАЙЕБӘК (йылғайебәге) (Р.: шел-ковник; И.: water crowfoot; T.: beyaz su çiçeği) и. бот.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған, аҡ сәскә атыусы йылға йәки һаҙ үләне. □ Шелковник, лютик водяной (лат. Ranunculus aquatilis). Бөҙрәләнгән йылғайебәк. Тамырланмаусан йылғайебәк. Төклө йылғайебәк.
ЙЫРҒЫС (Р.: древоточец; И.: timberworm; T.: bir cins gece kelebeği) и. зоол.
Ағас эсенә эйәләүсе ҡарышлауыҡ. □ Древоточец (лат. Cossus cossus). Йукә йырғысы. Йырғыс кубәләктәре. Йырғыстарҙы ҡоротоу саралары.
ЙӘБЕШКӘК V (йәбешкәге) (Р.: репей-ничек; И.: agrimony; T.: fıtıkotu) и. бот.
Роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, һары сәскә атыусы күп йыллыҡ үҫемлек; йәшел һырлан. □ Репейничек (лат. Agrimonia). Азия йәбешкәге. Төклө йәбешкәк. Ябай йә
611