Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 618


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ҠӨРЬӘН УҠЫТЫУ
Ҡолондо ҡыуалау өсөн бәләкәй сыбыртҡы. □ Кнут для жеребёнка. Ҡолон сыбыртҡыһы ишеу. Ҡолон сыбыртҡыһы менән ҡыуыу.
ҠӨРЬӘН УҠЫТЫУ (Ҡөрьән уҡыт ) (Р.: чтение Корана по усопшим в поминально-похоронных обрядах, а также по случаю новоселья и других событий; И.: ceremonial reading of the Quran; T.: dua okutmak) ҡ. дини. (баш хәреф менән)
Ерләү йолаларында, шулай уҡ яңы өйгә күсеү һәм башҡа ваҡиғалар айҡанлы Ҡөрьән аяттарын уҡытыу. □ Чтение Корана по усопшим в поминально-похоронных обрядах, а также по случаю новоселья и других событий, а Аллаһы Тәғәлә һәр йортта Ҡөрьән уҡытып торорға насип әйләһен, уларҙа гелән тыныслыҡ, татыулыҡ хөкөм һөрһөн, бер-бер артлы сабыйҙар донъяға килеп, нурҙы тағы ла арттырһын, иншал-лаһ. «Башҡортостан», 10 октябрь 2014.
ҠУЛ ОСО (Р.: кисть руки; И.: hand; Т.: el) и.
Ҡулдың ҡушҡарҙан алып, бармаҡ остарына тиклемге өлөшө. □ Кисть руки. Ҡул осона тотоу. Ҡул осон ишеккә ҡыҫыу.
ҠУЛ ПУЛЕМЁТЫ (Р.: ручной пулемёт; И.: light machine gun; T.: otomatik silah) и. хәрби.
Күтәреп йөрөтмәле еңел пулемёт. □ Ручной пулемёт. М Бер һуғышта Ғәбделғәни ҡул пулемёты менән фашистарға ҡаршы торғанда ҡаты яраланып, әсирлеккә эләгә һәм язалап ултерелә. «Ағиҙел», №6. 2012.
ҠУЛ ҺЫРТЫ (Р .: тыльная сторона руки; И.: the back of the hand; T.: elin sırtı) и.
Ҡулдың усҡа тиҫкәре яғы. □ Тыльная сторона руки. ■ һибелгән таштарҙыр бөтәһен дә [уйынсы] ҡул һырты менән кире алырға тейеш була. Халыҡ ижадынан.
ҠУЯН ТУПЫЙЫ (Р.: бутень Прескотта; И.: chervil; T.: frenkmaydanozu) и. диал. ҡар. ҡуянтубыҡ.
Япрағы менән тамыры кишергә оҡшаған, тамырын ашай торған үлән. □ Бутень Прескотта (лат. Chaerophyllum prescottî). Ҡуян тупыйы япрағы. Ҡуян тупыйы ашау. Ҡуян тупыйы йыйыу.
ҠУЯН ҮЛӘНЕ (Р.: кислица обыкновенная; И.: sorrel, wood sorrel; T.: ekşi yonca) и. бот.
Ҡоро ерҙә үҫә торған, тарбаҡай һабаҡлы, оҙонса киртләс япраҡлы, тажһыҙ сәскәле ваҡ ҡына ҡый үләне. □ Кислица обыкновенная (лат. Oxalis acetoselld). Ҡуян уләне япрағы. Ҡуян уләне сәскәһе. Ҡуян уләнен йолҡоп ташлау.
ҠЫЛПЕЧИН (Р.: ковыль; И.: feather grass; T.: sorguç otu) и. диал. ҡар. ҡылған.
Ялбырап ултырған йөнтәҫ сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipa). Сал ҡыл-печин. Ялан ҡылпечине. Ҡылпечин уҫкән ер.
ҠЫРҠ СОРҠА (Р.: дырявый, изношенный; И.: holey; T.: delik) с.
Тишкеләнеп, туҙып йәки сереп бөткән. □ Дырявый, изношенный. Ҡырк сорҡа ҡалай. ■ Өйҙөң ҡыйығындағы туҙып бөткән ҡырҡ сорҡа таҡталар .. сереп, бәҫәреп .. ҡарағусҡыл йәшел төҫкә әйләнгәндәр. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫРСЫН ЙЫУАҺЫ (Р.: лук линейный; И.: Allium lineare; T.: soğan) и. бот.
Ҡырсында үҫә торған, ҡара йәшел төҫтәге, йомро ҡыяҡлы, ваҡ сөсө йыуа. □ Лук линейный (лат. Allium lineare). Ҡырсын йыуаһы йыйыу. Ҡырсын йыуаһы ашау.
ҠЫРЫНДЫ II (Р.: хлеб, испечённый из остатков теста в квашне; И.: type of bread; T.: bir tür ekmek) и. диал.
Һауыт ситендә йәбешеп ҡалған ҡамырҙы ҡырып бешерелгән икмәк. □ Хлеб, испечённый из остатков теста в квашне. Ҡырынды бешереу. Ҡырынды ашау. Ҡатҡан ҡырынды.
ҠЫУЫШ ЙЫУА (Р.: лук-резанец; И.: chives; T.: peynir sirmosu) и. бот.
Эсе ҡыуыш йомро ҡыяҡлы сөскөлт йыуа. □ Лук-резанец (лат. Allium schoeno-prasum). Ҡыуыш йыуа ҡыяғы. Ҡыуыш йыуа йыйыу. Ашҡа ҡыуыш йыуа турау.
ҠЫШЛӘҮӘШ (Р.: пирог с сушёным красным творогом; И.: pie with red cheese; T.: ekşimikti börek) и. диал.
Кипкән ҡыҙыл эремсектән бешерелгән бәлеш. □ Пирог с сушёным красным творогом. Ҡышләуәш бешереу. Тәмле ҡышләуәш. Ҡышләуәшкә тип ҡыҙыл эремсек киптереу.
618