БАШАН
Ашлыҡ башын сүпләп урыу. □ Жать по колоску // Жатва. Арыш башаҡлау. Бойҙай башаҡларға баҫыуға сыҡтылар.
БАШАҠЛАУ II (башаҡла-) (Р.: надевать наконечники; И.: put arrow heads on; T.: temren takmak) ҡ.
Башаҡлы итеү, башаҡ ҡуйыу (уҡҡа, һөңгөгә). □ Надевать наконечники. ■ Башҡорттарға аттарының тояғын Париж -дан тыуған илгә ҡайтышлай ғына, йәғни уҡты башаҡлау мохтажлығы бөткәс кенә дағалау форсаты тейә. «Киске Өфө», 19 март 2011.
БАШАҠЛАУ III (башаҡла-) (Р.: готовить месиво для скота; И.: prepare mash; T.: hayvan yemi hazırlamak) ҡ. диал.
Малға аҙыҡ бутау. □ Готовить месиво для скота. Һыйырҙарға көрпәне башаҡлап бирергә кәрәк.
БАШАҠЛЫ I (Р: колосистый; И.: eared; T.: başaklı) с. бот.
1. Башағы булған (үҫемлектәрҙең). □ Колосистый. ■ Ҡояш яҡтыһында ялтырап күренгән ҙур башаҡлы бер һаламды ауыҙына тешләп, шаярыңҡырап килеүсе Фатима, инлек төбөнә еткәс, атын туҡтатты. Ғ. Хәйри. Бойҙай үҫә туҡ башаҡлы, арыш үҫә аҡ сал сәсле, елдә улар тирбәләләр, әйтерһең дә, кинәнәләр. К. Кинйәбулатова.
2. Башаҡлы сәскәлеге булған. □ Колосовой. Башаҡлы культуралар. Башаҡлы үҫемлектәр. Башаҡлы мал аҙығы.
БАШАҠЛЫ II (Р: с наконечником; И.: with a tip; T.: temrenli) с.
Башағы булған (ҡоралдарҙың). □ С наконечником. Н Уның ҡарауы, башаҡлы уҡ, һөңгө кеүек иң кәрәкле ҡоралы байтаҡ уның хәҙер. К. Мәргән.
БАШАҠЛЫ БОРСАҠ (борсағы) (Р: леспедеца головчатая; И.: leguminous plant species; T.: baklagillerden bitki türü) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең бер төрө. □ Леспедеца головчатая, сибирский чай (лат. lespedeza capitata). Башаҡлы борсаҡ йылға һәм урман буйҙарында, яландарҙа үҫә.
БАШАҠЛЫЛАР (Р: колосовые; И.: gramineae; T.: buğdaygiller) и. бот.
Башаҡ рәүешендәге сәскәлеге булған ҡыяҡлы үҫемлектәр. □ Колосовые (лат. Gramineae). Район хужалыҡтары башаҡлылар үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.
БАШАҠЛЫ ТАРЫ (Р: просо колосистое; И.: millet species; T: darı) и. бот.
Башаҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ үҫемлек. □ Просо колосистое, просо гребенчатое (лат. Panicum). Башаҡлы тары аҙыҡ өсөн ҡулланыла. Башаҡлы тарынан ярма етештерәләр.
БАШАҠЛЫ ЮШАН (Р: вероника колосистая; И.: veronica; T.: Yavşan otu) и. бот.
Сираждар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең бер төрө. □ Вероника колосистая (лат. Veronica spicata). Башаҡлы юшан зәңгәр, күк, алһыу төҫтә сәскә ата.
БАШАҠСЫ (Р: собиратель колосьев; И.: gleaner; T.: başakçı) и.
Башаҡ йыйыусы. □ Собиратель колосьев (на поле). ■ Әммә [Хамбал] бында булашҡан арала, башаҡсылар, усмаларын ҡосаҡлап, ауылға етеп бара ине инде. Р. Солтангәрәев.
БАШАЛАЙ и. диал. ҡар. башалтай.
БАШ АЛМАҺЫ (Р: родничок; И.: fontanella; T.: bındıldak) и. диал.
Лепкә. □ Родничок (у новорождённых). Баш алмаһы ябылмаған килеш тыуҙы.
БАШАЛТАЙ (Р: шерстяные носки без поголенка; И.: kind of woolen socks; T.: yünlü çorap) и.
1. Ҡыҫҡа ҡуныслы йөн ойоҡ. □ Шерстяные носки без поголенка. Йөн башалтай. Башалтай бәйләү. ■ [Зифа] ҡабаланып, үҙ аяғындағы башалтайын сисергә тотондо. Н. Мусин.
2. миф. Бүҫер имләүҙә ҡулланылған предмет. □ Предмет, используемый в лечении грыжи.
БАШАН I и. диал. ҡар. яҫтыҡ 1. Арбаға менгәс, башан һалып ултырҙы.
181