БАШ-БАШЫ
1. Тәүге бала. □ Первенец. Баш балалары малай булды. • Баш бала — йән аҙығы, кинйә бала — йорт ҡаҙығы. Мәҡәл.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, боҙ яуыуҙы туҡтатыуҙа, төрлө ауырыуҙарҙы имләүҙә ҡатнашыусы кеше. П Первенец {мифологизированное лицо, участвующее в обрядах остановки града, лечения различных болезней). ■ Биртекте бер баш бала, бер кинйд бала йыя. Башҡорт мифологияһынан.
БАШ БАРМАҠ (бармағы) (Р.: большой палец; И.: trumb; T.: büyük parmak) и.
1. Ҡулдың йәки аяҡтың башҡа бармаҡтарҙан ситтәрәк урынлашҡан ике быуынлы йыуан ҡыҫҡа бармағы. □ Большой палец.
■ Ҡаҙнабаевтың уҙе өсөн, баш врач! Ул бына тигән кеше! Шамратов, ҡыҙып китеп, баш бармағын курһәтеп ташланы. Д. Бүләков. Синцов ҡына урынынан ҡуҙғалманы. Ни тураһындалыр уйланып ятты-ятты ла сауҡалар араһында уҫкән баш бармаҡ йыуанлығындасы төп-төҙ, шып-шыма көпшәне киҫеп алып, яр буйындағы Бейеш эргәһенә барҙы. Я. Хамматов.
2. миф. Ышыныуҙар буйынса, дауалау көсөнә эйә булған бармаҡ. □ Большой палец {мифологизированная часть тела).
■ Өсйәнде баш бармаҡ менән генә төртөп имләйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
БАШБАТА (Р.: надмогильный камень;И.: stela; T: mezarlık) и.
Ҡәбер ташы. □ Стела, надмогильный камень (с надписью). Башбата ҡуйыу. Башба-та тергеҙеу.
БАШБАУ (Р: верёвка на передке телег и саней; И.: kind of a cord; T.: ip türü) и. диал.
Арба һәм сананың алдында баҫрауға эләктерелә торған бау. □ Верёвка на передке телег и саней для закрепления слеги. Арбаның башбауы өҙөлөп сыҡты. Башбауын яңыртыр кәрәк.
БАШ-БАШ (Р: множество головок; И.: numerous; T.: baş baş) c.
Башлы нәмәләрҙең күп булыуы. □ Множество головок, кочанов. Баш-баш кәбеҫтә.
БАШ-БАШҠА (Р: по отдельности; И.: separately; T.: ayrı ayrı) р. диал.
Башҡа-башҡа. □ По отдельности. Бесәнде баш-башҡа һалыу. Әйберҙәрҙе баш-башҡа урынлаштырыу.
БАШБАШТАҠ (Р: своевольный; И.: self-willed; T.: harm) с.
Кешене иҫәпкә алмайынса, үҙенсә эш итеүсән; үҙ белдекле. □ Своевольный, самовольный, самоуправный. ■ [Мөхәммәт-сәлим:] Уларҙың һуҙҙәре өҫтөн ҡалғанда ла, башбаштаҡ ҡыланыштарын белә тороп, шымып ҡалыу килешмәҫ. Я. Хамматов.
БАШБАШТАҠЛАНЫУ (башбаштаҡлан-) (Р: самовольничать; И.: take liberties (with); T.: özgür davranmak) ҡ.
Башбаштаҡлыҡ итеү. □ Вольничать; самовольничать, самоуправствовать, своевольничать; поступать самовольно. // Самовольство, самоуправство. ■ Аптырағас, Азамат, башбаштаҡланып, штуцерҙы алмаштырырға, диаметрын тарайтырға ҡуша, әммә идаралыҡта шунда уҡ белеп алалар, нефтте ниңә кәметәһегеҙ, тип ҡысҡырырға тотоналар. Р. Солтангәрәев. Әл-фирҙең кәйеф шәптән тугел. Ҡатынының башбаштаҡланып йөрөуе етмәгән, эшләгән заводында ла хәлдәр хөрт икән. Н. Мусин.
БАШБАШТАҠЛЫҠ (башбаштаҡлығы) (Р: произвол; И.: arbitrary rule; T.: keyfince davranma) и.
Үҙ белдеклегенә, ихтыярына нигеҙләнгән ҡыланыш, тәртип. □ Произвол, самоуправство; своеволие. ■ Хан, быларҙың башбаштаҡлығын белгәс, асыуынан шартларҙай булды, ләкин рәсми аҙым яһаманы, уҙе электән һөйһөнөп етмәгән бер-ике ырыу башын саҡыртып алды ла ярандары алдында ҡамсы менән ярып ҡайтарҙы. 3. Ураҡсин. Ярһыуы ни тиклем көслө булмаһын, уйлаған ниәтенең сейле-бешле икәнен, аҙаҡ Федо-товтың да рәхмәт әйтмәҫен аңлай ине Рамазан. Алабарманлыҡ, башбаштаҡлыҡ тип шелтәләйәсәк. Ә. Хәкимов.
БАШ-БАШЫ (Р: два конца; И.: two ends of an object; T.: iki ucu) и. йыйн.
183