Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 185


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАШҠА
БАШКӨЛЛӨ (Р.: навсегда; И.: forever; T.: ebediyen) р. диал.
Бөтөнләйгә, тотош. □ Навсегда, совсем, насовсем. ■ Ғиззәт башкөллө эшкә сумып, бигерәк тә кайта һалыу менән Гөләйфәгә буталып яманаты сыҡҡандан аҙаҡ яңынан нисек итеп донъя көтөп алып китеү, ғаилә ҡороу хаҡында төплө генә итеп уйламай ҙа йөрөй ине. Н. Мусин.
БАШКӨЛЛӘЙ р. диал. ҡар. башкөллө.
БАШКӨН (Р: понедельник; И.: Monday; T.: Pazartesi) и. диал.
Дүшәмбе. □ Понедельник. Башкөн эшкә сығабыҙ. Башкөн ҡайтып төштө.
БАШ-КҮҘ (Р: вся голова; И.: head; T.: baş) и. йыйн.
Бөтөн баш. □ Вся голова, букв. Голова и глаза. ■ [Раяның] ашхана ҡыҙҙарына ғына асыуы килә: ситтән бер яңы кеше күрендеме, баш-күҙҙәре алара ла китә тегеләрҙең. Р. Солтангәрәев.
♦ Баш-күҙ алыу ауыр хәлдән арынып, арыуланыу. □ Становиться на ноги, приходить в себя (после каких-л. трудностей). ■ [Ирназар:] Улай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, әҙерәк баш-күҙ алғас та, кургән-кисергәнемде бәйнә-бәйнә яҙып ебәрермен. Ә. Хәкимов. [Алтынбай] Ташлыға етеп, баш-күҙ алыу менән үҙенең әллә ҡасандан бирле әйтә алмай күңел төбөндә генә йөрөткән үтенесен хужаһына асып һалырға теләне. 3. Ураҡсин. Баш-күҙ тоноу 1) аптырау, иҫәңгерәү. □ Обалдеть, ошеломляться; 2) ныҡ асыуланыу, ярһыу. □ Терять голову (от ярости, гнева)’, обезуметь. Башын-күҙен әйләндереү ғашиҡ итеү. □ Сильно увлечь кого-л., вскружить голову кому-л.
БАШ-КҮҘ БУЛЫУ (баш-күҙ бул-) ҡ. ҡар. күҙ-ҡолаҡ булыу. Мал-тыуарға баш-күҙ булып тороғоҙ.
БАШ-КҮҘЛЕ БУЛЫУ (баш-күҙле бул ) ҡ. диал. ҡар. башлы-күҙле булыу. Улдары баш-күҙле булды.
БАШКҮНӘК (башкүнәге) (Р: сосуд, изготовленный из кожи; И.: vessel made of cattle’s skin; T: kap) u.
Йылҡының баш тиреһенән яһалған һауыт. □ Сосуд, изготовленный из кожи головы или шеи лошади, коровы. ■ Йәйләүҙәргә барҙыҡ, бейәләр һауҙыҡ, башкүнәкәйҙәрҙе ҡулға алып. Халыҡ йырынан.
БАШҠА I [дөйөм көнбайыш төрки башҡ ‘башҡа, бүтән’] (Р: другой; И.: separately; Т.: başka) с.
Икенсе бер нәмәнән айырмалы; бүтән.
□ Другой, иной, прочий. Башҡа ваҡыт. Башҡа ер. Башҡа урын. Башҡа эш. ■ Мәҙинәнең, әлбиттә, һыйыр быҙаулағанын күргәне бар, тик унда, фермала, әсәһе, башҡа өлкән кешеләр була. Т. Ғарипова. Илғужаға баш ҡағыуҙан башҡа сара ҡалманы. Д. Бүләков.
♦ Башынан башҡа булыу бала табып, ауырҙан ҡотолоу. □ Родить. ■ Ярай инде, иҫән-һау башынан башҡа булды. Һ. Дәүләтшина. Үҙенә башҡа 1) үҙе бер яры, айырым.
□ Отдельный. ■ Приказчик Жирников үҙе йүгереп йөрөп ағас айыртты: ҡайынын бер яҡҡа, уҫаҡтарын икенсе өйөмгә, имәндәрен үҙенә башҡа өйҙөрҙө; һоллығын оҙонораҡ быстырҙы, туғын-тәгәрмәслектәрен, дегет ҡайната, һелте яһай торғандарын шунда уҡ ту-рата барҙы. 3. Ураҡсин. [Әсирҙәр] үлемесле ҡоллоҡ ғазабынан ҡотолоуҙарына ышаныр-ышанмаҫ, бүтәндәргә бигүк ҡушылып бармай, үҙҙәренә башҡараҡ төркөмдәргә тупланып, айырыуса ныҡ миктәгән иптәштәренә ярҙам итергә тырыша. Ә. Хәкимов; 2) үҙенә бер.
□ Особенный. ■ Шамилов иһә — үҙенә башҡа кеше. Д. Бүләков.
БАШҠА II [дөйөм көнбайыш төрки башҡ ‘башҡа, бүтән’] (Р: другой; И.: separately; Т: ау п) р.
1. Үҙенә бер яры; айырым. □ Врозь, порознь, отдельно. Башҡа күсеү. Башҡа ашау. Башҡа тороу. ■ Аҡ һары, ҡыҙыл һары, ҡара һары тары бөртөктәрен һәр ҡайһыһын үҙенә башҡа айырып һалған, Иштуған килгәс, ул ҡабаланмай ғына тарыларҙың һәр төрөн үҙенә башҡа кескәй генә тоҡсайҙарға һала башланы. 3. Биишева.
2. Бынан ары; бүтән. □ Больше. Башҡа килмәне. Башҡа эшләмәне. ■ [Егор Николае
185