Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 186


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАШҠА
вич I ошонан башҡа бер һуҙ ҙә әйтә алманы.
3. Ураҡсин.
БАШҠА III (Р.: кроме; И.: besides; Т.: başka) бәйл.
1. Бүтән, тыш. □ Кроме, помимо. ■ Унда кәзә һуҡмағынан башҡа юл юҡ. Ә. Хәкимов. Ағайыңдан башҡа кем ярҙам итһен һиңә? Д. Бүләков.
2. Сығанаҡ килештәге һүҙҙәр менән килеп, кемһеҙ, нимәһеҙ мәғәнәһен бирә. □ Без кого, чего. ■ Таңһылыу: «Ул мине ярата, мин дә унан башҡа йәшәй алмайым», — тип өҙә һуға. Р. Камал. [Секретарь:] Ярҙам һорарға килдеңме? Йөромә буталып, һинән башҡа ла теләнселәр бөтмәгән, — тине. Н. Мусин.
БАШ ҠАҒЫУ (баш ҡаҡ-) (Р: кивать; И.: nod; T.: başı sallamak) ҡ.
1. Ризалыҡты йәки ризаһыҙлыҡты белдереп баш һелкеү. □ Кивать, кивнуть головой. ■ Был һуҙҙәрҙе писарь ҙа йөпләп, баш ҡағып торҙо. 3. Ураҡсин. Эйе, — тип баш ҡаҡты Вәзир. М. Кәрим.
2. кусм. Баш тартыу. □ Отрекаться, отречься от кого-чего. // Отречение. Эштән баш ҡағыу.
БАШ ҠАҘАҒЫ (Р: первый гвоздь, к которому привязывается начало нити при сновании; И.: sort of appliance used in warping; T.: ilk kazık) и.
Туҡыма һуғыу эшендә ептең башы беркетелгән тәүге ҡаҙаҡ. □ Первый гвоздь, к которому привязывается начало нити при сновании. Баш ҡаҙаҡҡа епте беркетеу.
БАШҠАҘЫҠ (башҡаҙығы) (Р: кол у изголовья могилы; И.: tomb wedge; T: mezar başındaki kazık) u.
Ҡәберҙә баш осона ҡуйылған ҡаҙыҡ, бүрәнә киҫәге. □ Кол у изголовья могилы. Башҡаҙыҡ ултыртыу.
БАШ ҠАЛА (Р: столица; И.: capital; Т: başkent) и.
Дәүләттең административ-сәйәси үҙәге. □ Столица. ■ Ә Батыр, ни тиһәң дә, баш ҡалала бер йыл йәшәне. Н. Ғәйетбаев. Йәлә-летдиндең эйәрсендәре, баш ҡаланың аҫтын-
өҫкә килтереп, шағирҙы эҙләргә, кемлеген асыҡларға кереште. Я. Хамматов.
БАШҠАЛАНЫУ I (башҡалан-) (Р: выделяться; И.: be notable (for); T.: ayrılmak) ҡ.
Төп өйҙән бүленеп сығыу. □ Выделяться, отделяться. Йәш ғаилә башҡаланды. ■ [Иҫә-кәй:] Бала-сағаларың куренмәй, мин әйтәм, башҡаланып бөтмәгәндәрҙер бит? Н. Мусин.
БАШҠАЛАНЫУ II (башҡалан-) (Р: изменяться; И.: change; T: değişmek) ҡ.
1. Икенсе төрлөгә әйләнеү, башҡа төҫкә инеү; үҙгәреү. □ Изменяться, стать другим. // Изменение. Донъя башҡаланды. Был бала бөтөнләй башҡаланып китте. ■ Боҙолған сәскә еҫе — башҡаланған... Үлерһең, былай барһа, мәсхәрәңдән!.. Ш. Бабич.
2. диал. ҡар. алмашаланыу.
БАШҠАЛАР (Р: другие; И.: others; Т: başkalar) и.
Бүтән бер, икенсе бер кешеләр хаҡында әйтелә. □ Другие. ■ Кейеҙбай, башҡаларға һиҙҙермәй ағаһының бөйөрөнә төртөп, аяғына баҫып ала. Әкиәттән. Повестарҙың ыңғай геройҙары көслө, ныҡыш кешеләр, уларҙа уҙ шәхесенән бигерәк башҡалар өсөн яуаплылыҡ ҙур. Р. Байымов.
♦ һәм башҡалар (һ. б. тип ҡыҫҡартып яҙыла) исемләп һанап сыҡҡас, ‘тағы дауам итә’ тигәнде белдерә. □ И другие, и так далее, и тому подобное.
БАШҠАЛЫҠ (башҡалығы) (Р: отличие; И.: difference; T: fark) и.
1. Айырма, үҙенсәлек. □ Отличие, различие; отличительные свойства. Фекерҙәр башҡалығы. Эш башҡалығы. ■ [Юха йыландың] өс урында башҡалығы барҙыр. Әкиәттән.
2. Айырымлыҡ. □ Отдельность, обособленность. Милли башҡалыҡ. Хужалыҡ башҡалығы.
БАШҠАПСЫҠ I (башҡапсығы) и. диал. ҡар. башкүнәк.
БАШҠАПСЫҠ II (башҡапсығы) (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
186