БАШҠАРЫУСЫ
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт араһының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-кипчаков.
БАШҠАРАМА (Р: передние вязки саней; И.: detail of sledge gear; T.: kızağın önü) и. диал.
Сана табандарының алғы яҡтағы кәкре баштарын тоташтырып торған ҡарама. □ Передние вязки саней. Сананың башҡарамаһы һынып сыҡты.
БАШҠАРҒЫҺЫҘ (Р.: неисполнимый; И.: impracticable; T.: yapılamaz) с.
Үтә алмаҫлыҡ. □ Неисполнимый. Башҡарғыһыҙ йөкләмә. Башҡарғыһыҙ эш бирҙеләр.
БАШҠАРМА I [боронғо төрки башғур ‘өйрәтеү’] (Р: исполнительный; И.: executive; T.: yönetim) с.
Ҡарарҙарҙы үтәү, туранан-тура етәкселек итеү эшен тормошҡа ашырған (ойошмаға ҡарата). □ Исполнительный. Башҡарма комитет. Башҡарма орган. Башҡарма власть.
■ [Алёша:] Беҙҙекеләр башҡарма йортона аҡтарҙы яҡын ебәрмәй «максимка»нан атып яталар... — тип ҡабаланып теҙеп китте. 3. Биишева. [Әмир Дамирович:] Ошо ситуацияла башҡарма комитет та һыуҙан ҡоро сығырға теләй. Д. Бүләков.
БАШҠАРМА II (Р: исполнительный орган; И.: executive body; T.: yönetim kurulu) и.
Ҡарарҙарҙы үтәү, туранан-тура етәкселек итеү эшен тормошҡа ашырған ойошма, учреждение. □ Исполнительный орган.
■ Бына минең ҡулда кантон башҡармаһының ҡарары. 3. Ураҡсин.
БАШҠАРЫЛЫУ I (башҡарыл-) ҡ. төш. ҡар. башҡарыу I. страд, от башҡарыу I.
■ Бөтөн эш ҡул көсө менән башҡарыла. Ә. Хәкимов. Дивизияны аттар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеу ҙә тулыһынса райондар, колхоз-совхоздар, предприятиелар, айырым кешеләр иҫәбенә башҡарыла. 3. Ураҡсин.
БАШҠАРЫЛЫУ II (Р: управление; И.: government; T.: yöneltme) и. лингв.
Эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә тороуын талап иткән синтаксик бәйләнеш. □ Управление. Был һүҙбәйләнеш башҡарылыу бәйләнешенә ҡарай.
БАШҠАРЫЛЫУСЫ (Р: управляемое; И.: determinant; T.: tamlayan) с. лингв.
Эйәреүсе. □ Управляемое. Башҡарылыусы һүҙ. Был һүҙбәйләнештә башҡарыусы һүҙ менән башҡарылыусы һүҙҙе табығыҙ.
БАШҠАРЫП СЫҒЫУ (башҡарып сыҡ-) (Р: довести (дело) до конца; И.: execute; T.: başarmak) ҡ.
Эште урын-еренә еткереп башҡарыу, атҡарыу. □ Довести (дело) до конца; совершить, выполнить. Я Генерал-губернатор Перовский Рәсәй императоры ҡуйған бурысты башҡарып сығырға йәне-тәне менән тырышты. 3. Ураҡсин. [Яубаҫаров:] Әгәр ошо эштәрҙе бөтә ил күләмендә башҡарып сыҡһаҡ, беләһегеҙме ниндәй байлыҡ киләсәк!.. Д. Бүләков.
БАШҠАРЫУ I (башҡар-) (Р: осуществлять; И.: carry out; T.: gerçekleştirmek) ҡ.
1. Бойомға ашырыу, үтәү. □ Осуществлять, выполнять. // Осуществление, выполнение. Бурысты башҡарыу. Я Өйрәнсек үҙ эшен сәғәт теүәллегендә башҡара. 3. Биишева. Ул малай аҡтығы һине ҡарап, әпәүләп кенә йөрөргә тейеш, ниңә үҙ бурысын башҡармай? — тип үҙен һаман ситкә һөйрәгән ҡыҙыҡайҙы туҡтатты Арслан. Д. Шәрәфетдинов. Күрәҙәсе, ҙур эш башҡарған кеше һымаҡ, түр башындағы урындыҡҡа барып ултырҙы. Я. Хамматов.
2. Тамаша өсөн сәнғәт әҫәрен үтәү. □ Исполнять. Йыр башҡарыу. Роль башҡарыу. Я Полина Сергеевна моңһоу ғына рус романсы башҡарҙы. Р. Камал.
БАШҠАРЫУ II (башҡар-) ҡ. диал. ҡар. башҡаланыу II, 1. Ҡалай башҡарып киткәнһең.
БАШҠАРЫУСЫ I (Р: исполняющий; И.: performer; T: yapan) с.
1. Атҡарыусы, эшләүсе. □ Исполняющий. Я Төрлө ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарыусы роботтарҙы иҫәпкә алмағанда, станция
187