Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 188


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАШҠАРЫУСЫ
ла Әмиләнең атаһы — станцияның етәксеһе Лайон һәм транспорт карабын йөрөтөуселәр Дукашменән Баро ғына ҡалған. Н. Ғәйетбаев.
2. лингв. Төп һүҙ. □ Управляющий. Башҡарыусы һуҙ.
БАШҠАРЫУСЫ II (Р.: исполнитель; И.: performer; T: sanatçı) и.
Сәнғәт әҫәрен үтәүсе. □ Исполнитель. ■ Мәҙинәнең йыры, башҡарыусыһының сафлығы, һылыулығы башына киткән Әптел-әхәткә хәҙер гармун ғына етмәй. Т. Ғарипова.
БАШҠАРЫШЫУ (башҡарыш) ҡ. урт. ҡар. башҡарыу, взаимн. от башҡарыу. Өйгә бирелгән эшен башҡарышыу.
БАШҠАСА I (Р: по-другому; И.: differently; T.: başka türlü) р.
1. Башҡа төрлө, икенсе бер төрлө; бүтәнсә. □ По-другому, по-иному, иначе. Башҡаса йәшәу. Башҡаса йөрөу. ■ Хәҙер генә биналар бөтөнләй башҡаса төҙөлә. Н. Ғәйетбаев. «Саҡ ҡына сабыр итегеҙ, балаҡайҙарым. Барыһы ла башҡаса буласаҡ», — тип ҡабатлай хәҙер Дилбәр. Г. Ғиззәтуллина.
2. Бынан ары; бүтән. □ Больше. ■ Зарифа башҡаса ҡабарынманы, шулай ҙа: «Әлләсе...» — тип уҙен яҡлап ҡалырға тырышты. Т. Ғарипова. Шамратов, ирекһеҙҙән генә Ҡәмәрҙе куреп алып, таң ҡалды, башҡаса ҡараштарын да айыра алманы. Д. Бүләков. Ауылда башҡаса бындай зат булмаҫ, Хамбал киткәс, бер кем дә иленә, еренә хаслыҡ ҡылып йәшәмәҫ. Р. Солтангәрәев.
БАШҠАСА II с. ҡар. башҡа I. ■ Бөтөнләй башҡаса булған ғөрөф-ғәҙәтле яңы кешеләр менән аралашыу башҡорттар араһында донъя көтөуҙең яңы төрҙәре, яңы ғәҙәттәр барлыҡҡа килеуенә килтерә. М. Өмөтбаев.
БАШҠА САҠЫРЫУ (башҡа саҡыр-) (Р: ежегодное весеннее поминовение предков; И.: annual remembrance (of the dead) in prayer; T.: her yıl baharda babaları anma töreni) ҡ. миф.
Йыл һайын яҙ мәлендә ата-бабаларҙы иҫкә алыу йолаһы. □ Ежегодное весеннее
поминовение предков, доел. Приглашение на голову. ■ Эсэйем йыл да башҡа саҡыра торғайны. Башҡорт мифологияһынан.
БАШҠА СЫҒЫУ (башҡа сыҡ-) ҡ. этн. ҡар. башҡаланыу I. Йәш ғаилә башҡа сығып китте. ■ Әйләнеп, башҡа сығып, харап байығып киткән Стахан да ҡустыһын ҡабаланмаҫҡа, төшөмлөрәк, абруйлыраҡ хеҙмәт һайларға өгөтләне. Д. Бүләков.
БАШ ҠАТЫРҒЫС с.
1. ҡар. башватҡыс I. Баш ҡатырғыс уйҙар. Баш ҡатырғыс хәл. ■ Әллә арыулыҡ алып өлгөрҙөм, әллә юҡ, [Мират] тағы баш ҡатырғыс һорауҙарын яуҙыра башланы. «Һәнәк», 29 ноябрь 2010.
2. Маҙаға тейеүсе, ялыҡтырғыс (кеше хаҡында). □ Назойливый, надоедливый, настырный (о человеке). Баш ҡатырғыс бала.
БАШҠОҘА (Р: сват; И.: matchmaker; Т.: dünür) и. этн.
1. Килен әйттерергә барыусы. □ Сват, сваха. Ҡыҙыбыҙҙы һоратырға башҡоҙалар килеп төштө. ■ Их һеҙ, бешмәгән башҡоҙалар! — тигән быға ҡарт, баяғы әйткәс тә белә торған егеттең атаһы. М. Кәрим.
2. Төп ҡоҙа. □ Главный сват (отец жениха или невесты на свадьбе или старший брат, заменяющий его). Башҡоҙалар ҡунаҡҡа саҡырҙы.
БАШҠОР (Р: шерстяная тканевая тесьма для закрытия остова юрты; И.: kind of tape for jurt tackle; T: çadırın başını örtmek için kullanılan yünlü kumaş bant) u.
Тирмәнең сығарағын нығытып бәйләү өсөн бау. □ Шерстяная тканевая тесьма для закрытия остова юрты. Биҙәу башҡоро. Нығытыу башҡоро.
БАШҠОРТ I [боронғо төрки башғырт] (Р: башкир; И.: Bashkir; T: Başkurt) и.
Башҡортостандың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләт кешеһе (төрки телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Башкир. Башҡорт ҡыҙы. Башҡорт теле. Башҡорт аштары. Башҡорт балы. Башҡорт ҡымыҙы. Башҡорт бейеуҙәре. Башҡорт тел ғилеме.
188