БАШҠОРТСАЛАТЫП
■ Өсөнсө класта уҡығанда уҡ, уҙе аш-һыу менән шөғөлләнгән арала, әсәйем башҡорт китаптарын ҡысҡырып уҡыуымды һорай торғайны. Н. Ғәйетбаев. Бабич, башҡорт ғаиләһенән сығып, башҡорттар араһында үҫеп, башҡорт халҡының моң, зарын йырлаған һәм шул милләттең хәрәкәтенә ҡатнашып, шул илдә үлгән башҡорт шағиры. И. Насыри.
БАШҠОРТ II (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Әй, ирәкте, гәрәй ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Родовые подразделения башкир-айлинцев, ирэктин-цев, гарейцев.
БАШҠОРТ АТЫ (Р: башкирская лошадь; И.: Bashkir breed of horses; T: Başkurt atı) и.
Башҡортостан территорияһында таралған ат төрө {боронғо осорҙа Азиянан килтерелгән һәм төньяҡ урман ат төрҙәренең ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән). □ Башкирская лошадь. ■ Уның Ташлыға килеп йөрөүенең бер оло маҡсаты ошо башҡорт аттарын Европаның оҙон тороҡло тоҡомо менән ҡушыуҙа ине бит. 3. Ураҡсин.
БАШҠОРТ БАЛЫ (Р: башкирский мёд; И.: Bashkir honey; T: Başkurt bah) u.
Башҡортостанда етештерелгән бал.
□ Башкирский мёд. ■ Башҡорт балы Аме-рикола, Японияла һәм Европа илдәрендә бик популяр. «Башҡортостан», 6 февраль 2010.
БАШҠОРТЛАШЫУ (башҡортлаш-) (Р: обашкириться; И.: turn Bashkir; T.: Başkurtça konuşmaya başlamak) ҡ.
Теле менән башҡортҡа әйләнеү. □ Обашкириться. ■ Ырыу башлығы Мәмбәт — сығышы менән ҡаҙаҡ. Әммә ул кесе йәштән ук башҡорттар араһында йәшәй һәм уның нәҫел-нәсәбе тулыһынса башҡортлашып, ҡеүәтле үҫәргән ырыуының бер өлөшөнә әүерелә. Риүәйәттән.
БАШҠОРТЛОҠ (башҡортлоғо) (Р: башкирский дух; И.: Bashkir essence; T.: Başkurt olmak durumu) и.
Милләте һәм рухы менән башҡорт булыу.
□ Башкирский дух. ■ [Хөкөм эйәһе:] һин
ситтә күп йөрөп, башҡортлоҡ хоҡуғыңды юғалтҡанһың, шуның менән бергә үҙеңә тәғәйен ергә булған хаҡыңды ла юйғанһың.
3. Ураҡсин. Ситтәр тарафынан үҙҙәренең ҡыҫыла башланыуына түҙеме ҡалмаған урындағы халыҡ, борондан ҡалған ғәҙәт буйынса, башҡортлоғомдо онотмағанмын әле, тип сәмләнеп, илемде ат ҡороғо менән булһа ла ҡурсалармын тип, яуға сыҡты. Р. Насыров.
БАШҠОРТ ОСО (Р: название родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостан, көнсығыш Татарстан ауылдарында таралған башҡорт сығышлы ара-нәҫелдәр исеме. □ Названия родовых подразделений северозападных башкир и башкир восточного Татарстана.
БАШҠОРТСА (Р: по-башкирски; И.: in Bashkir; T: Başkurtça) р.
1. Башҡорт телендә. □ По-башкирски (касательно языка). Башҡортса белеү. Башҡортса уҡыу. Башҡортса һөйләү. Башҡортса йырлау. ■ Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, Ирназар ҡысҡырып ебәрә яҙҙы: тыштағы тимер юлсылар башҡортса һөйләшәләр ҙә баһа! Ә. Хәкимов.
2. Башҡорттар кеүек, башҡорт халҡына хас. □ По-башкирски. Башҡортса бейеү. Башҡортса кейенеү. ■ Бары башҡортса ғына гөжләй төҫлө ул иңкештәре, башҡортса ғына моңлана ҡоштары, үләндәре лә ошо ерҙә генә үҫә, башҡортса ғына бәүелә. Р. Камал. Йә, Алтын, быларға башҡортса көрәшергә өйрәт әле! — тиер ине бер төрлө эрелек менән. 3. Ураҡсин.
БАШҠОРТСАЛАП (Р: по-башкирски; И.: in Bashkir; T: Başkurtça) р.
Башҡортса. □ По-башкирски (об ответе, разговоре, речи). Башҡортсалап яуап биреү. Башҡортсалап уҡыу.
БАШҠОРТСАЛАТЫП (Р: по-башкир ски; И.: in Bashkir on purpose; T: Başkurt-ça)p.
189