БАШЛАУ
на. ■ [Алып менән Барсындың] ете улынан ете башҡорт ырыуы башланып киткән, ти. Әкиәттән.
3. Тотона башлау. □ Начать пользоваться. Башланған икмәк. Башланған май. Башланған дәфтәр. ■ Ул [Яҡуп] башланған эшен бер ни тиклем ослап ҡуйырға булды. М. Кәрим. • Башланған эш — бөткән эш. Мәҡәл.
БАШЛАНЫП! (Р.: начало; И.: origin, beginning; T.: başlangıç) и.
1. ҡар. башланғыс 1,1. ■ Уйлана, аңламай Искәндәр, бармы был донъяның сығанағы, башланышы? Ә. Хәкимов.
2. әҙ. Халыҡ ижады һәм әҙәби әҫәрҙә инеш өлөшө, башы. □ Зачин. Йыр башланышы. Бәйет башланышы. ■ «Мукәй кантон» әҫәрендә бәйеттәргә хас.. традицион башла -ныш бөтөнләй юҡ. Ғ. Ҡунафин.
БАШЛАП I (Р: сперва; И.: at first; T.: başlangıçta) р.
1. Беренсе булып, иң элек; тәүҙә.
□ Сперва, сначала. ■ [Таңһылыу:] Тәуҙә уҙ-ҙәре башлап ҡастылар ҙа, хәҙер көләләр. М. Буранғолов. Икәуҙән-икәу шул ерҙә башлап ғумер иткән, ти. «Урал батыр».
2. Беренсе ҡат, тәүге тапҡыр. □ Первый раз. Башлап осрашыу. ■ Моратов менән Са-юшев — байтаҡтан бирле таныштар. Ләкин улар хәҙер нисек башлап танышыуҙары тураһында һуҙ ҡуҙғатмай. Н. Мусин.
БАШЛАП II (Р: от; И.: from; T: ...dan) бәйл.
Сығанаҡ килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, ниҙеңдер башланғыс сиген белдерә.
□ От, с. Иртәнән башлап кискәсә. ■ [Зифа:] Рәхмәт һиңә, партизан!.. Мин — бөгөндән башлап уҙемдең яратҡан эшемдә! Н. Мусин. [Әхмәтгәрәйҙең] атаһы, атаһының атаһы, тағы нисәмә быуын олаталары, Балапан исемле боронғо бабаларынан башлап, илдә риуәйәт итеп һөйләрлек данлыҡлы мәргән булғандар. Ә. Хәкимов.
БАШЛАП БАРЫУСЫ I (Р: направляю щий; И.: guiding; T: yol gösteren) с.
Алдан барыусы, үҙ артынан әйҙәүсе, эйәртеүсе. □ Направляющий. ■ Полк 1942
йылдың 12 апрелендә фронтҡа китә. Куп хәл иткес алыштарҙа ҡатнаша һәм һәр ваҡыт маршта башлап барыусы отряд итеп тәғәйенләнә. «Йәншишмә», 10 декабрь 2010.
БАШЛАП БАРЫУСЫ II (Р: направляющий; И.: guide, directing; T.: yol gösterici) и.
1. хәрб. Хәрби төркөмдөң алдында барыусы һалдат. □ Направляющий, доел. Тот, кто идёт впереди, начинает. Отрядтың башлап барыусыһы билдәләнелде.
2. Ниндәйҙер төркөмдөң башында тороусы, сәйәси, ижтимағи, сәнғәт һ. б. ағымдарҙы башлап ебәреүсе, етәкләүсе кеше йәки төркөм. □ Предводитель, лидер. ■ «Башҡорт» этнонимының этимологик йөкмәткеһен, мәғәнәһен Ә. Бейешев «башлап барыусы» тип аңлата. М. Зәйнуллин.
БАШЛАТЫУ (башлат-) ҡ. йөкм. ҡар. башлау, понуд. от башлау. Эш башлатыу. Башҡорттарҙа йәш килендән һыу башлатыу йолаһы бар.
БАШЛАУ I (башла-) [боронғо төрки башла-] (Р: начинать; И.: start; T: başlamak) ҡ.
1. Эш-хәлгә билдәле бер урындан, билдәле бер ваҡытта тотоноу; керешеү. □ Начинать, приступать. // Начало. Эш башлау. Яңынан башлау. ■ Харис уға шундай яратып, айырым бер наҙ менән ҡарап ултыра: «Башлап китер өсөн мин һиңә аҡса бирермен. Барып урынлашыу менән, банк-та иҫәп асырһың да шунда кусерермен». Г. Ғиззәтуллина. Ер-Һыу кибә башлау менән Бохара, Хиуа яҡтарынан каруандар киләсәк, уларҙың тауарына складтарҙы бушатып, уҙҙәренә алмашҡа тейәтергә ағас-таҡта, он, бойҙай, ярма кеуек нәмә әҙерләтергә кәрәк. 3. Ураҡсин.
2. Эш-хәрәкәтте ғәмәлләштерергә керешеү. □ Начинать, начать. // Начало. Йыйылышты башлау. Мәҡәләне башлау. Йыр башлау. ■ Миша уҡшый башланы, бөтөн ағзаларын тартышыу тетрәтте. Ике-өс минут уҙҙымы, юҡмы, аяҡтары һуҙылды, йөҙөндәге һыҙланыу билдәһе юғалып, сырайы яҡтырып киткәндәй булды. Ә. Хәкимов.
191