Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 193


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАШЛЫСА
БАШЛЫ-КҮҘЛЕ БУЛЫУ (башлы-күҙле бул-) (Р.: обзавестись семьёй; И.: settle down to married life; T.: evlenmek) ҡ.
Ғаиләле булыу, әйләнеү. □ Обзавестись семьёй; жениться, выйти замуж. // Женитьба, замужество. ■ Башлы-күҙле булғанһыңдыр инде, ҡәйнеш, был йәшеңә саҡлы яңғыҙ-ярты йөрөмәйһеңдер. 3. Ураҡсин. Азамат артынан уның ҡусты-һеңлеләре донъяға килер. Тупылдашып үҫерҙәр, ваҡыттары еткәс, башлы-күҙле булырҙар. Ә. Хәкимов.
БАШЛЫ-КҮҘЛЕ ИТЕҮ (башлы-күҙле ит-) (Р.: женить; И.: marry off; wed; T.: evlendirmek) ҡ.
Ғаиләле итеү. □ Женить, выдать замуж. ■ [Әсәһе — Әхмәткә:] Барын да өйләндерҙем, инде һине башлы-күҙле итһәк, туйыңды күрһәк,.. бик шатланыр инек. Ғ. Хәйри.
БАШЛЫҠ I (башлығы) [боронғо төрки башчы ‘түрә, башлыҡ’] (Р: начальник; И.: chief; T.: başlık) и.
Берәй төркөмгә, хужалыҡҡа етәкселек итеүсе; етәксе. □ Начальник; предводитель, глава; старший; руководитель. ■ Салауаттың өс ыҫпай һыбайлыһы, байраҡ елберләтеп, Пугачёв армияһы ҡаршыһына юрттырып килде, башлыҡтары Салауат Юлаевтың хөрмәтле батшаны көтөүен, ғәскәрҙе уға ҡушыуын хәбәр итте. Ғ. Хөсәйенов. Әпшәндә уҡыған кешенең ҡәҙере юҡ шул. Колхоз башлығы үҙе килмешәк булғас... Р. Камал. Тау уйыны ваҡытында бикбауҙыҡылар бында башлыҡ булып йөрөй. Р. Солтангәрәев. Әсмән: Йәнгилде бөрйән ырыуы башлығы булғас, Үтәғол ағай толҡа тапмай йөрөп ята әле. М. Буранғолов. • Башлыҡ булһаң, башлы бул, йыйырылмаҫ ҡашлы бул. Мәҡәл.
БАШЛЫҠ II (башлығы) (Р: шапка; И.: сар; T.: şapka) и.
1. Еңел баш кейеме. □ Шапка. Буҫтау башлыҡ. Бәйләнгән башлыҡ. Йөн башлыҡ. Башлығыңды һалып ин. ■ Ҡыҙҙарыма башлыҡ бәйләргә булдым әле, — тип ябай ғына хәбәр итте [Людмила]. М. Кәрим.
2. Өҫ кейеменә ҡуша тегелгән баш кейеме. □ Капюшон. Пальто башлығы. Плащ башлығы. ■ Ямғыр ныҡлап яуа башлаған. Бабай башлыҡлы плащын кейергә булған. Башлығын кейә алмай икән. Көләмәстән.
БАШЛЫҠ III (башлығы) (Р: сетка пчеловода; И.: anti bee mesh; T.: arıcı maskesi) u. диал.
Ҡортсоларҙың башын һәм муйынын бал ҡорттарынан һаҡлаусы эшләпә менән селтәрҙән торған битлек, күҙлек. □ Сетка пчеловода (для защиты от пчёл). Күрше бабай, башлыҡ кейеп, күс айырырға сыҡты.
БАШЛЫҠ IV (башлығы) (Р: застёжка ремешка; И.: belt buckle; T.: kemer tokası) и. диал.
Ҡайыш осон беркетеп ҡуя торған сыңға. □ Металлическая застёжка ремешка. Ҡайыш башлығы. Тимер башлыҡ.
БАШЛЫҠ V (башлығы) и. диал. ҡар. башкүнәк.
БАШЛЫҠ ИТЕҮ (башлыҡ ит-) (Р: из брать начальником; И.: elect the chief; T.: baş seçmek) ҡ.
Берәй төркөмгә етәксе, башлыҡ итеп һайлау. □ Избрать начальником, предводителем, главой, руководителем. ■ Полиция идараһына башлыҡ итеп ҡуйғандар, — тине лә Нефёдыч, Рамаҙанға өндәште: «Ҡана, эйәрсендәренең ҡағыҙҙарын күрһәт командирға». Ә. Хәкимов.
БАШЛЫСА I [төрки] (Р: преимущественно; И.: mainly; T.: başlıca) р.
Күпселек осраҡта, нигеҙҙә. □ Преимущественно, большей частью, в основном. ■ [Һабрау:] Һеҙҙең шағирҙар иһә башлыса ғишыҡ-мөхәббәт, гөл дә былбыл тураһында көйләй. Я. Хамматов.
БАШЛЫСА II (Р: главным образом; И.: mainly; T.: başlıca) мөн.
Күбеһенсә, нигеҙҙә. □ Главным образом, в основном. ■ Элек-электән Йөҙшишмә райондың ғорурлығы була килде. Сөнки район, башлыса, урмансылыҡ, ҡортсолоҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Д. Бүләков.
7— 1.0158.11
193