БАШТАҠ
БАШ МЕЙЕҺЕ (Р.: головной мозг; И.: brain; T.: beyin) и.
Баш һөйәге ҡыуышлығында урынлашҡан үҙәк нервы системаһы ағзаһы. □ Головной мозг. Баш мейеһе һелкенгән. Баш мейеһен тикшерҙеләр. ■ Барабандың ҡарт ҡоҙғон кеуек ғоңғолдауы, куңелде сирҡандырып, утмәҫ бырау менән баш мейеһен быраулай... Ф. Янышев. Әухәт ағай әйтеуенсә, ысын икән: йөрәк — бер йоҙроҡ, ә баш мейеһе ике йоҙроҡ ҙурлыҡта, ти. Г. Яҡупова.
БАШ МӘҠӘЛӘ (Р.: передовая статья; И.: leading article; T.: baş makale) и.
Газета-журналдың йәки китаптың алдында бирелгән төп мәҡәлә. □ Передовая статья, передовица. Баш мәҡәләне уҡып сыҡтым. Баш мәҡәлә яҙырға ҡуштылар.
БАШНЯ [рус.] (Р.: башня; И.: tower; Т.: kule) и.
1. Айырым итеп йәки йортҡа ҡушып һалынған бейек тар ҡоролма. □ Башня. Кремль башняһы. Телевизион башня.
2. Караптың, танкының туп ултыртылған әйләнмәле ҡалпағы. □ Башня. Танк башняһы.
БАШОЙОҠ (башойоғо) и. диал. ҡар. башай II, 1. Башойоҡҡа йөн иләу. Башойоҡ башлау.
БАШ ОСО (Р: изголовье; И.: head of the bed; T.: başucu) и.
Кешенең башы эргәһендәге урын. □ Изголовье. Баш осонда тороу. ■ Әллә, мин әйтәм, әсәйемдең баш осона берәй ҡайын килтереп ултыртабыҙмы? Н. Мусин. Бына шундай атайҙың баш осона таш ултыртып, ҡәберен кәртәләп ҡуйырға ла ваҡыт тапҡан юҡ бит .. һуғыш та һуғыш. 3. Биишева. Баш осомда минең ултыртҡандар ҡайғыһы аҡ булған аҡ ҡайын. Р. Ғарипов.
БАШ ӨТӨҮ (баш өт-) ҡ. диал. ҡар. ҡыҙ ҡушыу.
БАШ САЙҠАУ (баш сайҡа-) (Р:качать головой; И.: nod one’s head; shake one’s head; T.: baş sallamak) ҡ.
Ыңғай йәки кире мәғәнәне белдереп баш һелкеү. □ Качать головой. ■ Көтмәгәндә башына килгән был татлы хыялдан көлөмһөрәп, 7*
Хаммат баш сайҡап ҡуйҙы. 3. Биишева. «Касырһың быларҙан», — ти бер әсир, ҡайғылы төҫтә баш сайҡап. Ә. Хәкимов.
БАШ СҮМЕСЕ (Р: бугорок затылочной кости; И.: cervical bone promunence; T.: oksipital kemik) и. диал.
Соңҡа. □ Бугорок затылочной кости. Баш сумесе менән ишек яңағына бәрелде. Баш сумесе һыҙлап тора.
БАШСЫ и. ҡар. юлбашсы. ■ Кыҙға-ныусан йәш йөрәк уйыңа башсы булһын. «Урал батыр».
БАШТА (Р: сначала; И.: at first; T.: öncelikle) р.
Иң элек, тәүҙә. □ Сначала, сперва, вначале; раньше, прежде. ■ [Солтан:] Мин дә бит башта, отрядҡа ҡыҙҙарҙы алмайыҡ, улар имгәк кенә булырҙар, тинем. Ш. Бикҡол. Кейеҙбай башта, ярты юлды уткәнсе, артта ҡалыбыраҡ барҙы, шунан бөтәһен дә уҙып китеп, майҙанға беренсе булып килеп инде. Әкиәттән.
БАШТАҒЫ I (Р: находящийся в голове; И.: present in one’s head; T.: baştaki) c.
Башта булған. □ Находящийся в, на голове. Баштағы уйҙар. ■ Туп атҡанда, аттар башын эйәләр. Беҙҙең баштағы каскаға пулялар килеп тейәләр. Бәйеттән.
БАШТАҒЫ II (Р: начальный; И.: initial; T.: ilk) с.
Беренсе, тәүге, алдағы. □ Начальный, первый, первоначальный. Баштағы осор. ■ Иҙел курмәй — итек сисмә, ҡыҙым, — Фәузиә инде баштағы уҫаллығын ҡуйғайны. — Туғыҙ ай буйы йөрәгең аҫтында йөрөгән сабый уҙенән-уҙе яраттыра ул. Т. Ғарипова.
БАШТАЙ БАРМАҠ (баштай бармағы) и. диал. ҡар. баш бармаҡ.
БАШТАҠ I с. диал. ҡар. башбаштаҡ. Баштаҡ булыу.
БАШТАҠ (баштағы) II (Р: балагур; И.: joker; T.: baştak) и. диал.
1. Шаян кеше. □ Балагур. Баштаҡ малай. Баштаҡ кейәу.
195