БАШТАҠЛАНЫУ
2. Уйында ла, эштә лә алда йөрөүсе кеше.
□ Инициатор, зачинщик, подстрекатель. Ул һәр ваҡыт баштаҡ булды.
БАШТАҠЛАНЫУ (баштаҡлан-) ҡ. диал. ҡар. тәртипһеҙләнеү.
БАШТАН (Р.: сначала; И.: initially; Т.: baştan) р.
1. Башынан, иң әүәлдән, иң тәүҙән.
□ Сначала. ■ Фатима хәлде баштан төшөп һөйләргә кереште. Б. Бикбай. Тимаш баяр менән низағта булған ауылдар баштан уҡ кирегә һуға башланы. 3. Ураҡсин.
2. Нимәгәлер тиклем, алдан. □ Предварительно, заранее. Баштан әйтеп ҡуйырға кәрәк ине.
БАШТАН-АҘАҠ р. ҡар. баштан-аяҡ 3.
БАШТАН-АХЫР р. ҡар. баштан-аяҡ 3.
БАШТАН-АЯҠ (Р.: с ног до головы; И.: from head to foot; T.: tepeden tırnağa kadar) р.
1. Баштан аяҡҡа тиклем; тотош. □ С ног до головы. Баштан-аяҡ бысраныу. ■ Тегеләр майлы куҙҙәрен йылтыратып, ҡатынды баштан-аяҡ ҡарап сыҡтылар. 3. Биишева. Башлыҡ Яҡупты тағы бер ҡат баштан-аяҡ һынап, тикшереп сыҡты. М. Кәрим.
2. кусм. Бөтә булмышы менән; бөтөнләй.
□ С головой. Баштан-аяҡ эшкә сумыу.
3. Баштан аҙаҡҡа тиклем; тотош. □ От начала до конца; целиком, полностью. Мәҡәләне баштан-аяҡ куҙҙән уткәреу. Хәбәрҙе баштан-аяҡ һөйләу. Тәҡдимгә баштан-аяҡ риза булыу. ■ Хасбулат олатайҙың хикәйәтен баштан-аяҡ уйлап сығам. 3. Биишева.
♦ Баштан-аяҡ ҡоралланыу бик ныҡ ҡоралланыу. □ Вооружаться с ног до головы.
БАШТАН БАШЛАП (Р: сначала; И.: firstly; T.: baştan)/?.
Баштан. □ Сначала. Баштан башлап шулай ине.
БАШТАН-ТАБАН р. диал. ҡар. баштан-аяҡ. Баштан-табан кейендереп ҡайтарҙы.
БАШТАНЫУ (баштан-) (Р: образовывать головку; И.: formation of an onion; T.: başlanmak) ҡ. диал.
Баш яһалыу (кәбеҫтә, һуғанға ҡарата).
□ Завязываться, завязаться, образовывать
головку (о луке, капусте). Кәбеҫтә баштана. Баштанған һуған.
БАШТАҢҠЫУ (баштаңҡы-) (Р: организовать посиделки; И.: arrange a village gathering; T.: parti yapmak) ҡ. диал.
Аулаҡ ой ойоштороу. □ Организовать посиделки. // Посиделки. Әйҙә, беҙҙә баш-таңҡып алайыҡ әле. Баштаңҡып ултыралар.
БАШТАҢЫУ (баштаңы-) (Р: чаепитие после проводов; И.: tea drinking after seeing off; T.: birisini uzun yola geçirdikten sonra çay içme ritüeli) ҡ. диал.
Кемде булһа ла оҙон юлға оҙатҡандан һуң, уға хәйерле юл теләп, йыйылып сәй эсеү. □ Чаепитие после проводов кого-н. в долгую дорогу. Кәҙерле ҡунаҡтар ҡайтҡандан һуң оҙатыусылар баштаңып ҡалды.
БАШ ТАРАҒЫ и. ҡар. тараҡ. ■ [Ҡатыны:] Ҡалъяныңда минең баш тарағым ята! Әкиәттән. [Кырҡтартмасының] бар булған нәмәһе — өс-дурт төрлө утемһеҙ генә буяу, сулпы, беләҙектәр, теген энәһе лә баш тарағы. Н. Мусин.
БАШ ТАРАУ (баш тара-) (Р: обряд причёсывания волос невесты; И.: kind of wedding ritual; T.: düğün âdeti) ҡ. этн.
Еңгәнең туй мәлендә килен сәсен тарап, тәңкә биреүе. □ Обряд причёсывания волос невесты во время свадьбы. Баш тарау йолаһын уткәреу.
БАШ ТАРТЫУ (баш тарт-) (Р: отказываться; И.: disobey, refuse; T.: reddetmek) ҡ.
Ҡабул итергә теләмәү, үтәргә ризаһыҙлыҡ белдереү; кире ҡағыу. □ Отказываться от кого или чего-л:, не повиноваться. // Отказ, неповиновение. Буләктән баш тартыу. ■ Атыу өсөн приказ булһа ла улар [һалдаттар] утәмәне, баш тартты. Д. Юлтый. Ат эләктереп тайыу уйынан баш тартты ул [Насир], ат менән тиҙерәк эләгеп ҡуйыуың бар, уны йәшереуе ҡыйын, былай, кәбәндәге энә кеуек, юғалдың ҡуйҙың. 3. Ураҡсин.
БАШ-ТИРЕ МЕНӘН (Р: всесторонне; И.: thoroughly; T.: kapsamlı)/?, диал.
Бөтә яҡлап. □ Всесторонне. Баш-тире менән уйлағанда эшләп була.
196