БАШ ХӘРЕФ
БАШ-ТОЯҠ (баш-тояғы) (Р.: голова и ножки; И.: head and limbs; T.: baş ve ayaklar) и. йыйн.
1. Түшкәнең башы менән тояҡтары. □ Голова и ножки (мясной туши), һарыҡтың баш-тояғын бешереу. Баш-тояҡ отоу. Баҙарҙа баш-тояҡ һатып алыу.
2. р. диал. Тулыһынса, тотош. □ Целиком, полностью. Баш-тояғы китеп юғалды.
БАШ ТӨҘӘТЕҮ (баш төҙәт-) (Р.: правление головы; И.: set an infant’s head; T: başını düzeltmek) ҡ.
1. Яңы тыуған баланың башына дөрөҫ форма биреү. □ Правление головы новорождённого. ■ Кендек әбей менән имсе әбей сабыйҙың башын төҙәтә. Экспедиция материалдарынан.
2. кусм. Айнығас, баш ауыртҡанын бөтөрөү өсөн эсеү. □ Опохмелиться. ■ Сибәғәт, ҡайтыр яҡҡа юлланмайынса, Зарифа-лар тыҡрығына төштө. Элек булһа, ул бында баш төҙәтергә, янып барған йөрәген хәмергә бушатырға барыр ине. Т. Ғарипова.
БАШ ТҮБӘН I (Р: вниз головой; И.: head down; T: tepetaklak) p.
1. Баш менән аҫҡа. □ Вниз головой. Баш тубән тороу. ■ Заһит ҡапыл ҡаушаны .. Өйөлөшөп торған кешеләр, тирә-яҡтағы өйҙәр һәм кәртәләр баш тубән әйләнә башлаған һымаҡ булып тойолдо. Я. Хамматов.
2. Аҫҡа ҡарай. □ Вниз. ■ Яҙ көндәре Үҙәште ярҙан ярға таша, баш тубән аға, әрәмә араларынан уйламаған ерҙән ҡылылар, йырындар яһай һәм ҡолаҡтарға айырылып китә. Ж. Кейекбаев.
♦ Баш түбән китеү 1) башы менән әйләнеү. □ Пойти вверх дном (тормашками). ■ Рәшиҙә тағы ла мендәренә ҡаплана .. Өй эсе ҡотһоҙ, донъяһы баш тубән киткән. Р. Камал; 2) юҡҡа сығыу. □ Провалиться в тартарары, сгинуть. Баш тубән китеп олаҡты.
БАШ ТҮБӘН II (Р: уклон; И.: downslope; T: eğim) и. диал.
Тау түбәне. □ Уклон. Ат баш тубәнгә шәп барыр ул.
БАШ ТҮНЕҮ (баш түн-) (Р: сотрясение мозга; И.: concussion of the brain; T: beyin sarsıntısı) ҡ. диал.
Мейе һелкенеү. □ Сотрясение мозга. Башы тунеп ҡуйған.
БАШТЫ БӘЙЛӘҮ (башты бәйлә-) (Р: жениться; И.: marry; T: evlenmek) ҡ. диал.
Йәмәғәтле булыу. □ Жениться, выйти замуж. // Женитьба, замужество. Бер башты бәйләгәс, торалар инде.
Б АШТЫҠ (баштығы) (Р: недоуздок для жеребёнка; И.: colt halter; T: yular) и. диал.
Ҡолон нуҡтаһы. □ Недоуздок для жеребёнка. Ҡайыш баштыҡ.
БАШТЫ ТАҪТАМАЛ (Р: полотен це с вышивкой на концах; И.: embroidered towel; T: nakışlı havlu) и. диал.
1. Һөлгө. □ Полотенце с вышивкой на концах. Ҡоҙалар башты таҫтамал буләк итте. Башты таҫтамалын яурынына һалып, йылға буйына йыуынырға төштө.
2. миф. Йола таҫтамалы. □ Обрядовое, ритуальное полотенце.
БАШУҠ (Р: полностью; И.: fully, completely; T: tamamen) р. диал.
Тулыһынса. □ Полностью. Башуҡ эшләп ҡуйыу.
БАШУЛ (Р: мальчик-первенец; И.: firstborn boy; T: ilk oğlan çocuğu) и. диал.
1. Тәүге ир бала. □ Мальчик-первенец. Башуллы булдыҡ бөгөн. Башулына кем тип ҡушҡандар?
2. Тормош-көнкүреш йолаларында мотлаҡ ҡатнаша торған бала. □ Ребёнок, обязательно участвующий в обрядах.
БАШ ХӘРЕФ (Р: заглавная буква; И.: capital letter; T: büyük harf) и.
Орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләренә ярашлы рәүештә, ғәҙәттәге бәләкәй хәрефтән ҙурлығы йәки яҙылыш рәүеше менән айырылып торған хәреф; ҙур хәреф. □ Заглавная буква, большая буква, прописная буква. Һөйләмде баш хәреф менән башлайҙар. ■ Буралар ҙа, һәр кемдең уҙ исем-фамилияһының баш хәрефтәре яҙылған
197