Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 198


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАШ ҺАРҠЫУЫ
таяҡтар ҙа Ғимран бабайҙың ихатаһында — ҡойма буйында ғына һаҡлана. Н. Мусин.
БАШ ҺАРҠЫУЫ (Р.: уклон; И.: inclination; T.: eğim) и. диал.
1. Тау түбән. □ Уклон. Тауҙы менеп баш һарҡыуына төшкәс, ял итеп алырбыҙ.
2. ҡар. мейе төшөү.
БАШ ҺАУЛЫҒЫ (Р.: вид подаяния; И.: alms; T: sadaka) и. миф.
Йәшәү өсөн, ғүмер өсөн хәйер биреү. □ Подаяние за жизнь. ■ Баш һаулығына тип хәйер бирәләр. Башҡорт мифологияһынан.
БАШ ҺЕЛКЕҮ (баш һелк-) ҡ. ҡар. баш ҡағыу 1. ■ Йәш егет уҙһуҙләнеп баш һелкте: «Мин йәшенмәйем...» 3. Биишева. Фойела осраған таныш кешеләр Арынбаҫаров менән баш һелкеп, ҡайһы берҙәре хатта ҡул биреп иҫәнләшеп утте. Д. Бүләков.
БАШ ҺӨЙЛӘМ (Р: главное предложение; И.: principal clause; T.: baş cümle) и. грамм.
Мәғәнә һәм грамматик яҡтан билдәле дәрәжәлә үҙ аллы булған, эйәртеүле ҡушма һөйләм составындағы һөйләм. □ Главное предложение. Баш һөйләмдән сығып эйәрсән һөйләмгә һорау бирәләр.
БАШ ҺӨЙӘГЕ (Р: череп; И.: cranium; Т.: kafatası) и. анат.
Умыртҡалы хайуандарҙың һәм кешенең баш һөлдәһе. □ Череп. Баш һөйәгенең бит өлөшө. Оҙонса баш һөйәге. ■ Бына ҡарағыҙ: был яугирҙың баш һөйәгенең төбө сабылған, ҡылыс эҙе был. 3. Ураҡсин.
БАШҺЫҘ (Р: безголовый; И.: muddleheaded; T.: başsız) с.
1. Башы булмаған. □ Безголовый; без головы. ■ Баштарын кутәреп ҡарағандарҙың кәуҙәһен башһыҙ иттеләр. 3. Ураҡсин.
2. Башлығы, етәксеһе булмаған. □ Без главаря, главного начальника. Башһыҙ ғәскәр. Башһыҙ мәктәп. ■ Әгәр кул булһа ағасһыҙ, шулай ил ҡала башһыҙ. М. Өмөтбаев. Ер ташһыҙ, ил башһыҙ булмаҫ, ти халыҡ. Ә. Хәкимов.
3. Исеме, башы булмаған. □ Без заглавия. Башһыҙ мәҡәлә. Башһыҙ китап.
4. кусм. Артыҡ сая, дыуамал. □ Отчаянно смелый, бесшабашный, предерзкий. Малайҙар бала саҡта бигерәк башһыҙ булалар.
5. кусм. Аҡылға һай; аҡылһыҙ. □ Очень глупый, бестолковый, безмозглый. Башһыҙ кеше. Башһыҙ булыу. ■ Сенатта ла башһыҙ кешеләр ултырмай. 3. Ураҡсин. «Туҡта әле, башһыҙ ҡыҙ шикелле, нимә илап ятам әле. Нәфисәне куреп китеуҙән Хисмәтулланың бер ере лә кәмемәгәндер ҙә баһа», — тип Төльямал уҙен-уҙе йыуатты. Я. Хамматов.
БАШҺЫҘ АТ и. ҡар. тим ағасы.
БАШҺЫҘЛАНЫУ (башһыҙлан-)
(Р: вести себя глупо; И.: grow stupid; T.: aptallaşmak) ҡ.
1. Аҡылһыҙ ҡыланыу; аҡылһыҙланыу.
□ Глупеть, вести себя глупо. Башһыҙлана ла йөрөй инде.
2. Саялыҡ, дыуамаллыҡ күрһәтеү.
□ Проявлять отчаянную смелость, становиться чересчур храбрым. // Смелость, храбрость.
БАШҺЫҘЛЫҠ (башһыҙ л ығы) (Р: дерзость; И.: folly; T.: küstahlık) и.
1. Артыҡ, кәрәкмәгән ҡыйыулыҡ, саялыҡ. □ Дерзость, отчаянность. Башһыҙлыҡ-тан файҙа юҡ.
2. Аҡылһыҙлыҡ, ал йотлоҡ. □ Глупость, бестолковость. Башһыҙлыҡ ҡылыу. Был минең генә башһыҙлыҡ. ■ [Талип ағай:] Боҙ ҡырҡҡысҡа, әйтегеҙ, ҡорос әрәм итмәһендәр. Башһыҙлыҡ булыр. М. Кәрим.
БАШ ҺЫЙПАУ (баш һыйпа-) (Р: часть свадебного обряда; И.: kind of ethnographic rite; T.: düğün töreni) ҡ. этн.
Туй йолаһында ҡәйнәнең тәңкә биреп, һамаҡлап, килененең башын һыйпауы.
□ Обряд принятия невесты, посвящения невесты в женщину рода.
БАШ ҺЫЛАУ (баш һыла-) (Р: магический способ лечения головной боли; И.: sort of a magical rite; T.: büyü ile iyileştirmek) ҡ. миф.
Баш ауырыуын дауалауҙа магик ысул.
□ Магический способ лечения голов-
198