БАЯЛА
ной боли. ■ Сирләгән кешенең башын, сикәләрен һылағандар. Башҡорттарҙың им-том китабы. '
БАШҺЫНЫУ (башһын-) (Р.: одобрять; И.: approve; T.: onaylamak) ҡ.
1. Хуп, лайыҡ күреү; хупһыныу. □ Одобрять, оценивать положительно. // Одобрение, оценка. Һыйҙы башһынмау.
2. Яйға килеү, табыныу; буйһоноу. □ Подчиняться, покоряться. // Подчинение, покорение. ■ Ишморат тигән кеше шул урынға кусеп ултырырға уйлаған. Башһынмай йөрөй тип, уға йөҙ ҡамсы һуҡтырғандар. Хикәйәттән.
БАШҺӘНӘК (башһәнәге) (Р.: вилы для завершения стогов; И.: sort of pitchfork; T.: diren türü) и. диал.
Ос һәнәге. □ Вилы для завершения стогов. Башһәнәк әҙерләр кәрәк.
БАШЫ МЕНӘН (Р: совсем; И.: entirely; T.: büsbütün) р. диал.
Бөтөнләй. □ Совсем. Башы менән бөттө, юҡ тием бит! Башы менән белмәйем!
БАШЫНА-БАШ р. диал. ҡар. башма-баш.
БАШЫРЫУ (башыр-) (Р: доносить; И.: report; T.: ihbar etmek) ҡ. диал.
Ялыу итеү, еткереү, ошаҡлау. □ Доносить. // Донос. Плендағы кешеләр бер-береһен башырҙылар. Малайын башырып йөрөгән.
БАШЫ-ТОЯҒЫ МЕНӘН (Р: целиком и полностью; И.: completely; T.: tamamen) р.
Тулыһынса, тотош. □ Целиком и полностью. Башы-тояғы менән алып китеу. Башы-тояғы менән биреп ебәрҙеләр.
БАШ ӘПСЕНЕ (Р: заговор от головной боли; И.: headache exorcism; T.: baş ağrısı büyüsü) и. миф.
Баш ауырыуынан им-том. □ Заговор от головной боли. ■ Баш ауыртһа, баш әпсене яҙып елкәгә тағып ҡуялар. Башҡорт мифологияһынан.
БАШ ЯҪТЫҠ (яҫтығы) и. диал. ҡар. яҫтыҡ 1. Бейек итеп баш яҫтыҡ һалып, арбаға менеп ултырҙы.
БАЯ (Р: не так давно; И.: recently; T.: az önce) p.
Бынан бер аҙ элек, күптән түгел; яңыраҡ. □ Не так давно, недавно. ■ [Алтынбай:] Ағай, бая исемеңде яңылыш әйтеп ебәрҙем шикелле, упкәләмә инде. 3. Ураҡсин. Яҡуп кереште ысҡындырҙы. Таш уҙ юлына осоп китте, ҡапыл ысҡынған кереш бая ғына киҫелгән баш бармаҡҡа килтереп һуҡты. М. Кәрим.
БАЯҒЫ [боронғо төрки баяҡы ‘алда телгә алынған’] (Р: недавний; И.: recent; Т: yeni) с.
1. Бынан бер аҙ элекке. □ Недавний; давешний. ■ [Кусәрбай:] Баяғы көйҙө тарт әле, былар йырлаһындар. М. Буранғолов. Тирә-йунде баяғынан да хәтәр ҡараңғылыҡ солғаны. Н. Мусин. Ҡолоев баяғы һөйләшеуҙе куптән инде онотҡан, уйы менән һаман скважиналары тирәһендә бутала ине. Р. Солтангәрәев.
2. (йәки әлеге лә баяғы) инш. Һаман да шул, әлеге шул. □ Опять то же; опять о том же, всё о том же; опять с тем же. ■ Баш осонда, әлеге лә баяғы, һары һайыҫҡандар осоп йөрөй. Н. Ғәйетбаев. Иртәгеһен [Байморат ҡартты], әлеге лә баяғы, шаман барабаны тауышы уятты: бум-бум, бум-бум, бум-бум. Ф. Янышев.
БАЯҒЫСА (Р: как прежде; И.: as before; T.: önce olduğu gibi) р.
1. Баяғы кеүек. □ Как прежде. ■ Емеш, нигеҙ буйында һаман баяғыса иламһырап ултырған ҡоҙағыйҙары яғына ҡарамаҫҡа тырышып, әкрен генә тағы урамға сыҡты, ҡойма буйындағы йәшел уләнгә һуҙылып, куккә ҡарап ятты. 3. Биишева.
2. Һәр ваҡыттағыса, ғәҙәттәгесә. □ Как всегда, как обычно. ■ Һыртлан, баяғыса, бер уңдан, бер һул ҡулдан кәлтәнләне. Ә. Хәкимов.
БАЯДЕРКА [рус. < порт. bailadeira ‘бейеүсе’] (Р: баядерка; И.: bagadere; Т.: bayadere) и.
һиндостанда бейеүсе, йырсы. □ Баядерка. Баядерка бейеуе. Профессиональ баядерка.
БАЯЛА и. диал. ҡар. кәләп ағасы.
199