Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 200


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЯЛА ҺАЛЫУ
БАЯЛА ҺАЛЫУ (баяла һал-) (Р.: намотать нить на мотушку; И.: reel; T.: makaraya sarmak) ҡ.
1. Епте баялата урау □ Намотать нить на мотушку. Баяла һалып ултыра.
2. кусм. Эшһеҙ буш йөрөү. □ Ходить без работы, бездельничать. // Безработица, безделье. Баяла һалып йөрөй шунда эшкә урынлашмай.
БАЯН I [ғәр. jbj ‘аңлатыу, тел матурлығы, доклад һ. б.’] (Р: рассказ; И.: narration, story; T.: öykü) и.
Ниҙер хаҡында хәбәр итеп һөйләгән һүҙ.
□ Рассказ, повествование.
БАЯН II [рус.] (Р: баян; И.: button accordion; T.: akordeon) и.
Күп телле ҙур гармун. □ Баян. Баянда уйнау. Баянға бейеу. ■ Полина апай пианинола уйнай, Таңһылыу баянда һыҙҙыра, мандолина сиртә. Р. Камал. [Фәриә:] Шәмсиә әйтә, әллә уҙенә, әллә баянда шул тиклем өҙҙөрөп уйнауына ғашиҡ булдым да ҡуйҙым, ти. Н. Мусин.
БАЯН ИТЕҮ (баян ит-) (Р: рассказывать; И.: speak; T: anlatmak) ҡ. иҫк.
Хәбәр итеп һөйләү; бәйән итеү. □ Рассказывать, повествовать. ■ Әбей Кусәк батырҙың ҡайһы ырыуҙан икәнен баян ҡылған. «Бабсаҡ менән Күсәк». [Ғатаулла ҡарт] кешеләрҙең ғумер буйына ергә туймай, зар-интизар йәшәуҙәре, аҙаҡ нисек итеп бәхетле тормош ҡороп ебәреуҙәре тураһында баян итә. Р. Солтангәрәев.
БАЯН ҠОШ (Р: кедровка; И.: nutcracker; T.: göknar kargası) и. зоол.
Күгәрсендән бәләкәйерәк, парлашып йөрөүсе, түбәһе, елкәһе, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ төртөктәр менән сыбарланған ҡуңыр-көрән ҡош; сыбар һайыҫҡан, шыршы һайыҫҡаны.
□ Кедровка, ореховка (лат. Nucifraga caryocatactes). ■ Баян ҡош башлыса шыршы һәм ҡарағай орлоҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға кусеп йөрөй. Э. Ишбирҙин.
БАЯН ҠЫЛЫУ (баян кыл-) ҡ. ҡар. баян итеү.
БАЯНСЫ (Р: баянист; И.: button accordion player; T.: akordeoncu) и.
Баянда уйнаған музыкант. □ Баянист. Баянсылар ансамбле. Баянсылар сығышы.
■ Еңелерәк бейеу көйөн! — тип заказ бирҙе [Николай] баянсыға. Н. Мусин.
БАЯН ТАЛАҠ (талағы) [ғәр. ûM 3^ ‘кире алыу мөмкинлеге булмаған талаҡ’] (Р: развод; И.: kind of Moslem divorce; T.: talakı selase) и. иҫк. дини.
Кире алыу мөмкинлеге булмаған талаҡ (бөтөнләй айырылышыу). □ Развод, расторжение брака со стороны мужа без возможности обратно возобновить брак. Баян талаҡ ҡылыу.
БАЯР (Р: боярин; И.: boyar; T.: boyar) и. тар.
1. Мәскәү Русендә {башта буләк, аҙағыраҡ мираҫ итеп бирелә торған) юғары дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Боярин.
2. Боронғо Рустә һәм Мәскәү дәүләтендә эре ер биләүсе, юғары ҡатлам феодалдарҙың вәкиле; алпауыт. □ Боярин, крепостник.
■ Бошмаҫ һыуы, ҡыпсаҡ иленекебеҙ, баяр әфәнде, Аллағолданбыҙ. 3. Ураҡсин. Унан ары, улым, яҙға табан уртәу өсөн, анау Өфө баяры килеп эш башламаҫ элгәре ошо урмандан тағы биш-алты йөк имәнде ауылға яҡынлатып ҡуйыу ҙа зыян итмәҫ ине. Н. Мусин.
БАЯРЛАУ (баярла-) (Р: предназначать; И.: destine; T.: belirlemek) ҡ. диал.
Бағышлау, тәғәйенләү, арнау. □ Предназначать, определять. // Предназначение, определение. Баярлап аҫрау. Балаларға куптән мал баярлап ҡуйылған.
БЕГЕМОТ и. зоол. ҡар. һыу һыйыры, һыу үгеҙе.
БЕҘ I (беҙҙең, беҙгә, беҙҙе, беҙҙән, беҙҙә) (Р: мы; И.: we; T.: biz) зат а.
Һөйләүсе һәм уның менән бергә булған бер нисә шәхесте белдерә. □ Мы. ■ [Казактар атаманы:] Ярайыҡ беҙ уларҙы. Тиҙ һыуынырҙар, — тине. 3. Ураҡсин. Беҙ уҡып
200