БЕҘӘЛЕКЛЕК
барыбер мулла булмабыҙ, — тине Хаммат. — Мин эшләрмен, һиңә донъя көтөргә булышырмын. 3. Биишева. Атайымдың беҙ ике ҡыҙы булып, апайым Һылыубикә исемле ине. «Зөһрә менән Алдар».
БЕҘ II [боронғо төрки бегир ‘үткер ос’] (Р.: шило; И.: awl; T.: biz) и.
1. Сәнсеп тишә торған эш ҡоралы. □ Шило. ■ [Эшселәр] күңелһеҙ хәбәрҙе халыҡҡа ишеттермәйерәк торорға уйлағайнылар ҙа, беҙ ҡапсыҡта ятмай тигәндәй, һүҙ таралып та өлгөргән. Р. Солтангәрәев.
2. Ҡырҡа торған ҡоралдарҙың үткер яғы; йөҙ. □ Остриё. Балта беҙе. Бысаҡ беҙе. Ҡылыс беҙе. Салғының беҙе ҡайтҡан.
3. миф. Ен-шайтанды ҡыуыу көсөнә эйә булған предмет. □ Шило (мифологизированный предмет ).
БЕҘ АҒАСЫ (Р: боярышник; И.: hawthorn; T.: akdiken) и. бот. диал.
Энәлек. □ Боярышник (лат. Crataegus}. Беҙ ағасы сәскә атҡан. Беҙ ағасы емеш биргән.
БЕҘГӘЛӘК (беҙгәләге) и. зоол. ҡар. биҙгәләк I.
БЕҘГӘСӘ(Р.: до нас; И.: before us; T.: bize kadar) p.
Беҙгә тиклем. □ До нас. Беҙгәсә килеп еткән ҡомартҡылар.
БЕҘҒОЙРОҠ (беҙғойроғо) и. зоол. ҡар. ҡылғойроҡ.
БЕҘЕ ҠАТЫУ (беҙе ҡат-) (Р: затупляться; И.: become blunt; T.: körelmek) ҡ. диал.
Үтмәҫләнеү. □ Затупляться. Бысаҡтың беҙе ҡатҡан.
БЕҘЕНКӘЙ (Р: Большая Медведица; И.: the Great Bear; T.: Büyükayı takımyıldızı) и. иҫк. астр.
Етегән йондоҙ. □ Большая Медведица. ■ Беҙенкәй етәү. Өлкәр нисәү? Һары ат менән буҙ ат тик икәү. Халыҡ йырынан.
БЕҘЛӘҮ (беҙлә-) (Р: мерцать; И.: twinkle; T.: pırıldamak) ҡ.
Бәләкәй генә булып, беленер-беленмәҫ кенә яҡтырыу. □ Мерцать, бликать. ■ Бик
тимер урманға кереп китә. Эскәрәк үткәс, беҙләп кенә янған бер ут күренә. Әкиәттән. Ғәлмәнурҙың алыҫта булһа ла емелдәп, саҡырып торған матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ышаныс шәмдәре күҙ алдында беҙләп янып торҙо ла, ҡапыл һүнеп ҡуйҙы. Г. Юнысова.
БЕҘМОРОН (Р: шило-нос; И.: evil spirit in Bashkir mythology; T.: bir ruh) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, беҙморон ҙур кәүҙәле, үксәһе алға ҡарап торған мифик зат. □ В башкирской мифологии злой дух. доел. Шило-нос. ■ Беҙморондар кеше кеүек ике енестән була. Беҙҙә борон беҙморондар булған, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
БЕҘСУҠЫШ КӨЙӨЛДӨ (Р: шило-клювка; И.: pied avocet; T.: bayağı kılıçgaga) и. зоол.
Ялан һәм далаларҙағы ҙур һыу, диңгеҙ буйҙарында йәшәүсе суҡышы өҫкә ҡарай бөгөлгән ала төҫтәге ҡош; ала сәпсеү, оҙонаяҡ сәпсеү, кәкресуҡыш. □ Шилоклюв-ка (лат. Recurvirostra avosetta). ■ Беҙсу-ҡыштың түбәһе, муйынының аҫ яғы, ҡанаттарындағы арҡыры һыҙыҡтар ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ. Э. Ишбирҙин.
БЕҘҺАП (беҙһабы) (Р: щурёнок; И.: young pike, pickerel; T.: turnabalığı) и. зоол. диал.
Суртан балаһы. □ Щурёнок. Малайҙар йылғанан беҙһаптар тотоп ҡайтҡандар.
БЕҘЬЯПРАҠ (беҙьяпрағы) (Р: шиль-ник; И.: alisma; T.: çoban düdüğü) и. бот.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Шильник (лат. Alisma). Беҙьяпраҡ, ғәҙәттә, һыулы урында үҫә.
БЕҘӘЛЕК (беҙәлеге) и. диал. ҡар. беләҙек. ■ Һаҡсы Ибниәминдең йөгөнә бик ҡиммәтле алтын беҙәлек таға хәйлә менән. «Шаулама, мин һине оғролап, алып ҡалырмын», — ти. «Йософ вә Зөләйха тарихы».
БЕҘӘЛЕКЛЕК (беҙәлеклеге) и. диал. ҡар. беләҙек һөйәге. Беҙәлеклек һөйәге. Еңе беҙәлеклегенә тиклем етеп тора.
201