БЕЗӘҮКӘЙ
1. Без-без итеү, без-без килеү. □ Жужжать. // Жужжание. ■ Улар [ҡорттар] бүҫкәләренә бал тейәгән, безелдәп кәрәҙҙәргә үрмәләй. Ф. Иҫәнғолов. Үлән ашап йөрөгән аттар, бөгәләктәр безелдәүгә сыҙай алмайынса, төтөнлөк һалған урынға һәм кешеләр тирәһенәрәк килделәр. Я. Хамматов.
2. күсм. Сыр-сыу килеп сыйылдау (күберәк бала-сағаға ҡарата). □ Пищать. // Писк. Бала-саға безелдәй ҙә йөрөй.
БЕЗЕЛДӘҮ II (безелдә-) (Р.: пробежать на одном дыхании; И.: run without a pause; T: çok çabuk koşmak) ҡ.
1. Еңгән яҡ күрһәткән араны тын алмай йүгереп үтеү. □ Пробежать на одном дыхании расстояние, назначенное побеждающей стороной (в детской игре). // Бег. Бер тында анау ер саманы безелдәп үттеләр.
2. күсм. Ҡойрок сәнсеп, уҡранан ҡасыу (һыйыр малына ҡарата). □ Метаться, убегать от укуса оводов (о крупном рогатом скоте). // Метание, бегство. Көтөүҙән ҡайтып килгән тана-торпо безелдәп үтеп китте.
БЕЗЕЛДӘҮ III (Р: жужжание; И.: buzzing; T.: vızıldama) и.
Бөжәктәрҙең без-без иткән тауышы. □ Жужжание. ■ Туғай-болондарҙа әллә нисәмә төҫлө сәскәләр, әллә нисәмә төрлө бөжәктәр, әллә ниндәй ауаздар... Иңкештәр гөжләүе, бал ҡорттары безелдәүе, ҡоштар моңо... Р. Камал. Фазылдың ҡашы ла ҡыбырламаны. Бының ише әр-хур — серәкәй безелдәүе уға. Бер ҡолағынан керә, икенсеһенән сыға. Ә. Хәкимов.
БЕЗЕЛДӘШЕҮ (безелдәш-) ҡ. урт. ҡар. безелдәү I, II. взаимн. от безелдәү I, II. ■ Күк ябып осҡан егәрле ҡорттар безелдәшкәнен тыңлап ята торғас, бал еҫенә иҫерәһең, урыныңдан торҙоңмо — ағастарҙы ҡосаҡлағы, йырлағы, хәтфә үләндәргә ятып аунағы килә. Н. Мусин. Күрәһең, яҡында берәй солоҡ умарта барҙыр — сәскәнән сәскәгә ҡунып бал ҡорттары безелдәшә, ҡоштар йәмле йәй йырын йырлай. 3. Биишева.
БЕЗЕРЕКЛӘҮ (безереклә-) (Р: идти иноходью; И.: amble; T.: yavaş yavaş dolaşmak) ҡ. диал.
Юрғалау. □ Идти иноходью (о лошади). // Иноходь. Безерекләп юртып бара аты.
БЕЗЛӘК (безләге) (Р: коптилка; И.: wick lamp; T.: kandil) и. диал.
Һуҡыр шәм. □ Коптилка. Өй эсен безләк кенә яҡтыртып тора. ■ Күңелһеҙ ҙә, дуҫҡай, утың һүнеп, безләк менән алйып ултырыу. Р. Назаров.
БЕЗЛӘК ЛАМПА и. диал. ҡар. безләк.
БЕЗЛӘҮ (безлә-) ҡ.
1. ҡар. безелдәү 1,1. Серәкәй безләй.
2. диал. ҡар. сәнскәкләү.
БЕЗНИК, БЕҘНӘК (безниге, беҙнәге) (Р.: паслён чёрный; И.: nightshade; T.: köpek üzümü) и. бот. диал.
Эт ҡарағаты. □ Паслён чёрный, вороняж-ка, базник, поздника (лат. Solanum nigrum). Безник емеше ҡара ҡарағат емешенә оҡшаған. Беҙнәк ағыулы була.
БЕЗНӘКӘҮ (Р: коробейник; И.: pedlar; T: seyyar satıcı) и. диал.
Ҡырҡтартмасы. □ Коробейник. Төрлө ваҡ-төйәк кәрәк-яраҡ һатыусы безнәкәү ауыл буйлап йөрөп үтте.
БЕЗӘ-БЕЗӘ (Р: слово для подзывания телёнка; И.: sound for calling calves up; T.: buzağıları çağırma ünlemi) саҡ.
Быҙау саҡыра торған һүҙ. □ Слово для подзывания телёнка. Безә-безә, ҡайт, безәүкәй.
БЕЗӘҮКӘЙ I (Р: телёнок; И.: calf; Т.: buzağı) и.
1. бал. Быҙау. □ Телёнок. ■ Әйҙә, безәүкәй, әйҙә, йәшел болонға йүгерҙек. Хуш еҫле ысыҡлы үлән һеҙҙе көтә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 4,2010.
2. диал. ирк. Быҙауҡай. □ Телёночек. Безәүкәйем минең.
БЕЗӘҮКӘЙ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
203