БЕЗӘҮЛӘҮ
Тамъян ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-тамьянцев.
БЕЗӘҮЛӘҮ (безәүлә-) (Р.: звать телёнка; И.: call a calf up; T: buzağı çağırmak) ҡ. диал.
Быҙау саҡырыу. □ Звать телёнка. Һыйырҙар безәуләп ҡураға ҡайтып инделәр.
БЕЙ [төрки телдәренән] (Р.: бей; И.: bey; T: bey) и.
1. тар. Ырыуҙың затлы кешеһе. □ Бей (титул мелких феодалов). ■ [Боғараның ҡоҙаһы Байгилде:] Бурең олой, ҡоҙа. Ҡотлояр мырҙанан ишеттем, нуғайҙар һине ҡыпсаҡ, уҫәргән, бөрйән, тамъян илдәренә бей яһап ултыртмаҡсы, — ти[не]. Я. Хамматов.
2. Баш кеше; башлыҡ, түрә. □ Бей (глава, начальник). ■ Китте Иблис бей булып, әмир булып, остаз булып. Ш. Бабич. Мәсем хан, .. Ҡарағөлөмбәт эшен раҫҡа, һанап, ун ике бей өҫтөнән бей ҡылмаҡ була. «Бабсаҡ менән Күсәк».
3. Ирҙәргә хөрмәт менән өндәшә торған ололау һүҙе. □ Бей (вежливое обращение к мужчине). Колман бей. Айҙар бей. Буранғол бей.
4. диал. ҡар. ҡайны.
БЕЙ АҒА (Р: старший брат мужа; И.: husdand’s elder brother; T.: dayı) и. диал.
Ҡайнаға. □ Старший брат мужа. Беҙҙең яҡта ҡайнағаны бей аға тиҙәр.
БЕЙ АНА, БЕЙ АНАЙ (Р: свекровь; И.: mother-in-law; T: kaynana) и. диал.
Ҡәйнә. □ Свекровь. Киленем ике бей анай менән торҙо.
БЕЙ АНДЫҘ (Р: девясил-одногодник; И.: one-year-old elecampane; Т: inula) и. бот. диал.
Бер йыллыҡ андыҙ. □ Девясил-одногодник (лат. înula). Бей андыҙҙың дауалау көсө бар.
БЕЙ АТА (Р: свёкор; И.: father-in-law; T: kayınpeder) и. диал.
Ҡайны. □ Свёкор. Бей ата, бейек ҡата, тип бейеп китәр ине.
БЕЙ АТАЙ и. диал. ҡар. бей ата.
БЕЙБАШТАҠ (Р: своевольный; И.: self-willed; T.: inatçı) с. диал.
Башбаштаҡ. □ Своевольный. Бейбаштаҡ бала булдың инде. Бигерәк бейбаштаҡһың.
БЕЙБАШТАҠЛАНЫУ (бейбаштаҡ-лан-) ҡ. диал. ҡар. башбаштаҡланыу.
БЕЙЕГӘЙЕҮ (бейегәй-) (Р: становить ся более высоким; И.: become taller; T: daha yüksek olmak) ҡ.
Берәй нәмәнең бейеклеге артыу, бейек булыу. □ Становиться более высоким; становиться выше. Бейегәйеп китеу. Кәбән бейегәйгән. Суплек бейегәйә төшкән. ■ Офоҡтар киңәйҙе, һауа көмбәҙҙәре бейегәйҙе. Р. Камал. [Атайым] кәбән бейегәйә башлағас, кубә һәнәген ҡуйып, кукрәк һәнәген алды. Н. Мусин.
БЕЙЕГӘЙТЕҮ (бейегәйт-) (Р: делать выше; И.: make taller; T.: yükseltmek) ҡ.
Берәй нәмәнең бейеклеген арттырыу, бейек итеү. □ Делать более высоким; делать выше. Бесәнселәр кәбәнде бейегәйткәндәр. ■ Ерҙән аршын ярымдар самаһы бейегәйтеп, яңы шыршы таҡталарҙан баҫҡыс эшләнгән. Ғ. Хәйри. Мәликә комодта ултырған «Красная Москва» хушбуйын йәһәт кенә һөртөш-төрөп, ҡабарынҡы сәстәрен маңлай тирәһендә бейегәйтә бирҙе. Т. Ғарипова.
БЕЙЕК I (Р: высокий; И.: high, tall; T.: yüksek) с.
1. Түбәндән юғарыға үлсәме ҙур; киреһе — тәпәшәк. □ Высокий. Бейек ағас. Бейек өй. Бейек өҫтәл. Бейек тау. ■ [Раяның] аяҡтарында баяғы ҡара лаклы туфлиҙар.. Улары ла шул тиклем килешә, тик уксәһе генә утә бейек, атлап булмай ҙа ҡуя. Р. Солтангәрәев. Николай Григорьевичтарҙың йорто ҡаланыҡынан һис кәм тугел. Тушәмдәре бейек, тәҙрәләре киң. Р. Камал.
2. Ҡайһылыр бер кимәлдән ныҡ юғары. □ Высотный. Бейек бина. ■ Томанһыу йылы иртә. Ҡаршылағы бейек-бейек һөмөрө йорттар артынан ҡала өҫтөнә киң яҡтылыҡ йәйелә башлаған. Ә. Хәкимов.
БЕЙЕК II (Р: высоко; И.: high, tall; T: yüksek) р.
204