БЕЙЕҮ
Юғары. □ Высоко. Бейек осоу. Бейек күтәрелеү. ■ Шар аяҙ күк шул тиклем бейек, ә икенсе ҡараһаң, ул шыйлан оҙон ҡарағайҙарға эләгеп торған кеүек. Н. Мусин.
БЕЙЕК АРТЫШ (Р.: можжевельник высокий; И.: juniper; T.: boylu ardıç) и. бот.
Кипаристар ғаиләһенә ҡараған ылыҫлы ағас. □ Можжевельник высокий (лат./г/шре-rus excelsa). Бейек артыш — мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Беҙҙең яҡта бейек артыштар ур.
БЕЙЕК ҠАНАТ (Р.: розвальни; И.: low wide sledge; T.: kızak) и. диал.
Ләжәнкә сана. □ Розвальни. Бейек ҡанатҡа ултырып саптылар.
БЕЙЕКЛЕК (бейеклеге) (Р: высота; И.: height; T.: yükseklik) и.
1. Аҫтан өҫкә тиклем ике аралағы алыҫлыҡ. □ Высота, вышина. ■ Ул саҡта Иҫәкәй үҙе лә айыу тотоп менер ир ине. Сажин бейеклек кәүҙә, киң күкрәк, текә яурындар, имәнде төбө-тамыры менән йолҡорҙай көс. Н. Мусин. Бер ярым метр бейеклектәге аҡбаш тулҡындар, ел өргән һайын, үкереп, шаулап ярҙарға килеп бәрелә. 3. Биишева.
2. Ер өҫтөнән ныҡ юғарыла булған арауыҡ. □ Вышина, высь. Күктең бейеклеге. Ҡарағоштар алты-ете мең метр бейеклеккә тиклем оса.
3. күсм. Юғарылыҡ, юғары кимәл. □ Высота. ■ Аҫҡа тартыусылар булмаһа, Ғәлимә, тимәк, тағы ла шәберәк китәсәк. Яуланған бейеклек — ул кисәге көн. Т. Ғарипова. Алик, әлбиттә, үҙ хәленән, үҙ бейеклегенән тороп фекер йөрөтә. Ә. Хәкимов.
4. ҡар. ҡалҡыулыҡ.
БЕЙЕКЛЕК ҮЛСӘГЕС (Р.: высотомер;
И.: altimeter; T.: yükseklik ölçer) и. геогр.
Бейеклекте үлсәй торған ҡорамал. □ Высотомер. Лабораторияға бейеклек үлсәгес һатып алдылар.
БЕЙЕКЛӘҮ (бейеклә-) ҡ. ҡар. бейегәйтеү.
БЕЙЕК МУНДАЛЫ АТ (Р: лошадь с высокой холкой; И.: horse with tall withers; T.: yüksek omuz başlı at) и.
Мундаһы бейек булған ат. □ Лошадь с высокой холкой. ■ Береһе — оҙон тороҡло, бейек мундалы ерән ҡашҡа ат, икенсеһе — ошо Толпар. М. Ямалетдинов.
БЕЙЕК ҺОЛО ҮЛӘН (Р: овсяница высокая; И.: meadow fescue; T.: orman yumağı) и. бот.
Болондарҙа, урмандарҙа үҫкән, ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Овсяница высокая (лат. Festuca altissima). Бейек һоло үлән мал аҙығы итеп ҡулланыла.
БЕЙЕМ (Р: свекровь; И.: mother-in-law; T.: kaynana) и. диал.
Ҡәйнә. □ Свекровь. ■ Тағы япа-яңғыҙ ҡалыуына эсе боша ине Зөлхизә әбейҙең. «Оҙаҡҡа түгел бит, бейем, Айрат ни ҡунаҡҡа килгеләп торор әле», — тип йыуатты уны килене. Н. Мусин.
БЕЙЕРЛЕ БИШМӘТ (Р: расклешён-ный к низу бешмет; И.: kind of men’s quilted jacket; T.: ceket) и. диал.
Киң итәкле бишмәт. □ Расклешённый к низу бешмет. Бейерле бишмәт тектерҙем.
БЕЙЕТЕҮ (бейет-) ҡ. йөкм. ҡар. бейеү I. понуд. от бейеү I. ■ Дәүләтхан бабайың тирә-яҡта дан бай булған, барыһын усында бейетеп тотҡан. Р. Камал.
БЕЙЕҮ I (бейе-) (Р: плясать; И.: dance; T.: dans etmek) ҡ.
1. Көй ыңғайына кәүҙә, аяҡ-ҡулдар менән матур, нәфис хәрәкәттәр яһау. □ Плясать, танцевать. ■ Рая хорға йөрөнө, кәйефе булғанда бейей ҙә торғайны. Р. Солтангәрәев.
2. күсм. Бер урында тороп сыҙамай, тыпырсыныу. □ Вести себя неспокойно, не стоять на месте, танцевать, бить копытом.
I. Тәпәшерәк тороҡло, киң тояҡлы аттары бер ҙә сабышҡыға оҡшамай. Шулай ҙа уларҙың түҙемһеҙләнеп бейеп тороуынан .. уҙышҡа әҙер булыуҙары күренеп тора. Н. Мусин.
3. күсм. Йыш-йыш итеп бер урынға төшөү. □ Танцевать. Ямғыр тамсылары бейей. V Күҙ алдында бейешкән күкле-йәшелле, һарғылт-ҡыҙыл дүңгәләктәр араһында текә маңлайлы ике көсөк тә һикерешеп уй
205