БЕЙӘ ҺӨТӨ
БЕЙҮЛӘН (Р.: кресс водяной; И.: watercress; T.: su teresi) и. бот.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Кресс водяной, жеруха лекарственная (лат. Nasturtium officinale). Бейулән дымлы урындарҙы ярата. Бейулән дауалауҙа ҡулланыла.
БЕЙӘ [боронғо төрки би\ (Р.: кобыла; И.: mare; T.: kısrak) и. зоол.
Инә йылҡы малы. □ Кобыла, кобылица после первого плодоношения. Һауын бейә. Быуаҙ бейә. Ҡолонло бейә. Тыу бейә. Бейә һөтө. ■ Һәр фәндең бер һайланған ирҙәре бар — эйәһе серен белә бейәһенең. М. Аҡмулла. Биләнсек башы биш тирәк, билге ҡуйҙың, Мораҙым, биш бейәгә бер ҡолон һин теләнең, Мораҙым. М. Өмөтбаев.
♦ Бейә тәртәгә тибеү эштә, тормошта уңышһыҙлыҡҡа осрау. □ Сталкиваться с проблемами. ■ Нимә көтә беҙҙе иртәгә? Кемдер өҫтәр уҙенә мәртәбә. Тик йышыраҡ тибә башламаҫмы тормош тигән бейә тәртәгә? Б. Рафиҡов.
БЕЙӘ АҒЫТЫУ (бейә ағыт-) (Р: пускать кобылиц с жеребятами на волю; И.: let mares graze in the wild; T.: tayları kısraklarla serbest bırakmak) ҡ. диал.
Бейәләрҙе ҡолондары менән иркенгә сығарыу. □ Пускать кобылиц с жеребятами на волю (после дойки). ■ Бейәләрҙе кисен ҡолондарына ҡушып ҡырға ҡыуалар. Ҡолондар шунда рәхәтләнеп төн буйына әсәләрен имеп йөрөйҙәр. Бына шуны «бейә ағытыу» тиҙәр. 3. Биишева.
БЕЙӘ БӘЙЛӘҮ (бейә бәйлә-) (Р: доение кобылиц; И.: keep mares (for making koumiss); T: kısrakları bağlamak) ҡ.
Бейә һөтөн һауып ҡымыҙ эшләү. □ Доение и изготовление кумыса. Бейә бәйләу ваҡыты етте. Бейә бәйләу урыны. К Шишмә аръяғындағы урман ситендә — бейә бәйләу урыны. Н. Мусин.
БЕЙӘ КҮНӘГЕ (ГҮНӘГЕ) и. диал. ҡар. башкүнәк.
БЕЙӘ ҠОЛОН (Р: жеребёнок-самка; И.: female foal; T.: dişi tay) и.
Орғасы ҡолон. □ Жеребёнок-самка.
■ Йәйләуҙә өс көн торғас та, буҙ бейә уҙе төҫлө матур бер бейә ҡолон ҡолонлаған. Әкиәттән.
БЕЙӘ ҠОНАН (Р: кобыла от двух до трёх лет; И.: mare between two and three years old; T.: 2—3 yaşındaki kısrak) и. диал.
Ҡонажын. □ Кобыла от двух до трёх лет. Бейә ҡонанын эҙләп китте. Бейә ҡонаны ҡолонлаған.
БЕЙӘЛӘЙ I (Р: рукавицы; И.: mittens; T.: eldiven) и.
Баш бармағы ғына айырым сығарып тегелгән йәки бәйләнгән ҡул кейеме. □ Рукавицы, варежки. Йөн бейәләй. Кун бейәләй. Бейәләй бәйләу. Бейәләй тегеу. ■ Ихсанбай ипләп кенә тәҙрә янына килде:.. әсәһе тур башында, ойоҡмо, бейәләйме бәйләй. Т. Ғарипова.
БЕЙӘЛӘЙ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-тамьянцев.
БЕЙӘНЕҮ (бейән-) (Р: верить; И.: believe; T.: inanmak) ҡ. диал.
Инаныу. □ Верить. Ул шул хәбәргә бе-йэнде.
БЕЙӘ СИЛӘГЕ и. диал. ҡар. башкүнәк.
БЕЙӘТ (Р: подоснова нагрудного украшения; И.: breast decoration base; T: göğüs süslemesinin alt temeli) u.
Күкрәк биҙәүесенең арты. □ Подоснова нагрудного украшения.
БЕЙӘҺӨТ (Р: молочай хрящеватый; И.: spurge; T.: sarı sütleğen) и. диал. бот.
1. һөтләгән үләненең бер төрө. □ Молочай хрящеватый (волжский) (лат. Euphorbia Volgensis).
2. ҡар. кәзә һаҡалы.
БЕЙӘ ҺӨТЛӨГӘНЕ и. бот. диал. ҡар. бейәһөт.
БЕЙӘ ҺӨТӨ (Р: бадьян с жёлтым соцветием; И.: floroes species; T.: çin yıldız anasonu) и. диал. бот.
207