БЕЛ
Һары сәскәле баҙыян. □ Бадьян, анис звёздчатый с жёлтым соцветием (лат. IIU-cium).
БЕЛ и. диал. ҡар. беле.
БЕЛГЕР с. диал. ҡар. белдекле.
БЕЛГЕРТЕҮ I (белгерт-) ҡ. диал. ҡар. әшкәртеү. Аллаһы Тәғәлә алдан белгертә ул, әшкәртә ул бер-бер хәл булырын.
БЕЛГЕРТЕҮ II (белгерт-) [боронғо төрки бәлгурт-] ҡ. ҡар. белдереү.
БЕЛГЕС [боронғо төрки бил- ‘белеү’] (Р.: специалист; И.: expert; T.: uzman) и.
Фән йәки техниканың бер тармағы буйынса махсус белемгә эйә булған кеше. □ Специалист; мастер. Квалификациялы белгес. Ауыл хужалығы белгесе. ■ Сәйҙел уҡып бөтә, төҙөлөштәргә яңы белгес булып китер ул. Ғ. Сәләм.
БЕЛДЕК: ҮҘ БЕЛДЕГЕ (Р.: самовольно; И.: wilfully; T.: kendi isteğince) р.
Үҙе белгәнсә, үҙе теләгәнсә. □ Самовольно; без разрешения; отсебятина. Үҙ белдегец менән йөрөу. ■ Хәҙер урман да йылдан-йыл һирәгәйә, йәнлек-ҡош та кәмей, һәр кем, башбаштаҡлыҡ ҡылып, уҙ белдеге менән ағас ҡырҡа, урт һалып урманды яндыра. М. Тажи.
БЕЛДЕКЛЕ (Р: понятливый; И.: quickwitted; T.: anlayışlı) с.
1. Аңлап эшләй белгән, әйткәнде ала белгән. □ Понятливый, толковый, понимающий; сообразительный, догадливый. Белдекле кеше. Белдекле бала. • Белдеклегә бер һуҙ ҙә куп, белдекһеҙгә суҡмар ҙа суп. Әйтем. Белдеклегә бер әйтһәң дә йөрәгенең эсендә, белдекһеҙгә мең әйтһәң дә ҡолағының тышында. Әйтем.
2. мыҫҡ. Үҙен бик белгән итеп күрһәтергә тырышҡан кешегә шелтә менән әйтелә; белерйән. □ Всезнайка. Белдекле булып ҡыланыу. ■ Етмәһә, тағы белдекле ҡыланған булып һуҙ ҡуша: «Шмайсер алып яҡшы иткәнһең. Шәп нәмәҫтә!» Ә. Хәкимов.
БЕ Л Д ЕК Л ЕЛ ЕК (белдеклелеге) (Р: понятливость; И.: quickneu of mind; T.: bilik) и.
Белгәнлек, компетентлыҡ. □ Понятливость, сознательность, толковость, сообразительность. Белдеклелек курһәтеу.
БЕЛДЕКҺЕҘ (Р: непонятливый; И.: slow on the uptake; T.: anlamaz) c.
Аңлап эшләй белмәгән, әйткәнде ала белмәгән. □ Непонятливый, бестолковый; несообразительный, недогадливый. Белдекһеҙ кеше. ■ Хәтерһеҙ йәки белдекһеҙ бәндә генә тырмаға ҡат-ҡат баҫа. «Ашҡаҙар», 11 декабрь 2010.
БЕЛДЕКҺЕҘЛЕК (белдекһеҙлеге) (Р: непонятливость; И.: dullness; T.: gabavet) и.
Аңһыҙлыҡ, маҡаулыҡ. □ Непонятливость, несообразительность, недогадливость. Белдекһеҙлеге арҡаһында бәлә курә.
БЕЛДЕМ БАШ (Р: всезнайка; И.: know-all; T.: bilgiç) и.
Үҙен бик белгәнгә һанаған кешегә ҡарата әйтелә. □ Всезнайка. ■ Ҡарт сәпсек әтәстең былай артыҡ белдем баш булып һөйләуенә бик хурланды. Ғ. Бағданов.
БЕЛДЕРЕЛЕҮ (белдерел-) ҡ. төш. ҡар. белдереү 1. страд, от белдереү 1.
БЕЛДЕРЕҮ I (белдер-) (Р: извещать; И.: inform; T.: bildirmek) ҡ.
1. Кемгәлер бер нәмәне хәбәр итеү; еткереү. □ Извещать, сообщать, оповещать; уведомлять. // Извещение, сообщение, оповещение, уведомление. Хат аша белдереу. Алдан белдереу. ■ Буләр хандың сапҡындары хәлде бөтә тирә-яҡҡа белдереп ҡайтты, ти. «Алпамыша». Сәлмән ағай: «Зөләйхә туташ, танышығыҙ, беҙҙең пекарь Самсон», — тип, минең титулды ла белдереп ҡуйҙы. Т. Йәнәби. Старостаның ҡурҡыныслы, ауыр айырылыу минуттарын белдергән тауышы бөтәһен дә туҡтатты. Һ. Дәүләтшина.
2. Берәй төрлө ҡараш, мөнәсәбәтте мәғлүм итеү. □ Заявлять, объявлять, оглашать. // Заявление, объявление, огласка. Протест белдереу. ■ Йәнәһе, ул протест белдерә: көпә-көндөҙ, турә данын һатып, кешене милиция ала, ҡайҙа бында законлылыҡ? Р. Камал.
208