БЕЛЕКҺЕҘ
3. Кемгәлер бер нәмәне һиҙҙереү; бел-гертеү. □ Давать знать, давать (дать) почувствовать. ■ Зөлхизә был уйын бер кемгә лә белдермәй. 3. Биишева. Үҙенә белдермәй генә [Йәнтимерҙең] артынан эйәрҙем. С. Агиш. Гөлбостан еңгәнең был ҡыуанысты әллә кем-дәргә белдереп уртаҡлашҡыһы килде. Ғ. Дәүләтшин.
4. Ниҙелер еткереү, әйтеү. □ Изъявить, выражать. // Изъявление, выражение. Ризалыҡ белдереү. Теләк белдереү. Үпкә белдереү. Ышаныс белдереү.
БЕЛДЕРЕҮ II (Р.: объявление; И.: announcement; T.: ilan) и.
1. Ниҙер хаҡында мәғлүм итеп эленгән яҙма; иғлан. □ Объявление. Белдереү яҙыу. Белдереү элеү. Белдереү уҡыу.
2. Ҡәтғи рәүештә мәғлүм ителгән рәсми хәбәр. □ Заявление; сообщение (официальное, письменное или устное), извещение, уведомление, оповещение, осведомление, информирование. Хөкүмәт белдереүе. Белдереү яһау.
БЕЛДЕРЕҮСЕ (Р: информатор; И.: herald; T.: bildirici) и.
Хәбәрсе, хәбәр биреүсе (итеүсе, килтереүсе). □ Информатор, конферансье, глашатай. Белдереүсе сәхнәгә сығып, концерт баш-ланыуын хәбәр итте.
БЕЛДЕРМӘ (Р: известие; И.: tidings; Т.: bildiri) и.
Ниҙер тураһындағы хәбәр; мәғлүмәт. □ Известие, сообщение, сведение. Кәрәкле белдермәләр алыу. ■ Бандиттар бында ҡуна ҡалһа, Сусаҡ тауҙың төньяҡ һарҡыуына ут яғырға. Өҫтәмә белдермәләрҙе Истебай таң менән һыйыр көтөүен йыйырға килгәндә алып килә. Һ. Дәүләтшина.
БЕЛДЕРТЕҮ (белдерт-) ҡ. йөкм. ҡар. белдереү 1. понуд. от белдереү 1.
БЕЛЕ (Р: большой крохаль; И.: common merganser; T.: büyük tarakdiş) и. зоол.
Балыҡлы йылғаларҙа, күлдәрҙә йәшәүсе оҙон тар суҡышлы ҙур өйрәк. □ Большой крохаль (лат. Mergus merganser). ■ Беле — күсмә
ҡош, һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡайһы ваҡыт ағас ҡыуыштарында була. Э. Ишбирҙин.
БЕЛЕК I (белеге) и.
1. иҫҡ. ҡар. белем 1, 2.
2. Үҙ аңың менән белеп, аңлап эш итеү һәләте. □ Понятливость; сообразительность. Белеге булған эшләр.
БЕЛЕК II (белеге) (Р: достоинство; И.: merit; T.: haysiyet) и. диал.
Бәҫ. □ Достоинство. Белеге бар уның. Белеге булмағас ней. • Биртенгәндән белек китер. Мәҡәл.
БЕЛЕКЛЕ (Р: имеющий знание; И.: educated, literate; T.: bilgi sahibi) с.
1. иҫк. Белемгә эйә; белемле, уҡымышлы. □ Имеющий знание, грамотный, образованный. ■ Караһаҡал .. заманаһының иң белекле муллаларының береһе булған. Ғ. Фәхретдинов.
2. Аңлап эшләй белгән, әйткәнде ала белгән; белдекле. □ Понятливый, сознательный, сообразительный, толковый. Белекле бала. • Белеклегә бер әйт, белекһеҙгә мең әйт. Мәҡәл.
3. диал. Имсе, бағымсы. □ Знахарь, целитель. Белекле кешенән имләтеү.
БЕЛЕКЛЕЛЕК (белеклелеге) и. ҡар. белемлелек. ■ Нәҫелдән килгән белекле-лек, һәр саҡ яңы үрҙәргә ынтылыу сифаты башҡорт халыҡ ижадын, тарихын йыйыуға көсөн биргән аҡыл эйәһе, Әсмә инәйҙең ҡартатайынан күскәндер... Р. Солтангәрәева.
БЕЛЕКТЕРЕҮ (белектер-) (Р: разъяснять; И.: explain; T.: açıklamak) ҡ. диал.
Төшөндөрөү. □ Разъяснять. Баланы туҡмап белектереп булмай.
БЕЛЕКҺЕҘ [боронғо төрки билигсиз ‘наҙан’] (Р: неграмотный; И.: illiterate; Т.: cahil) с.
1. иҫк. Белемгә эйә түгел; белемһеҙ, уҡымышһыҙ. □ Неграмотный, необразованный. ■ Аҡыллылыр күп белеп аҙ һөйләгән, белекһеҙҙер аҙ белеп суҡ һөйләгән. М. Өмөтбаев.
2. Аңлап эшләй белмәгән, әйткәнде ала белмәгән; белдекһеҙ. □ Непонятливый, не-
209