БЕЛЕМ
сообразительный, бестолковый. ■ Ишекте бикләп йөрө тип күпме әйтәһең, ҡолағына ла элмәй, белекһеҙ. Н. Мусин. • Күҙһеҙҙең күҙе һуҡыр, белекһеҙҙең күңеле һуҡыр. Әйтем.
БЕЛЕМ (Р.: образование; И.: education; T.: eğitim) и.
1. Уҡыу йәки тәжрибә нигеҙендә тупланған мәғлүмәт. □ Знание. ■ Һәр тарафҡа нескә уйҙар ташҡынын ағыҙған белеме ташыр уның. М. Аҡмулла. • Белгән белеменә ышаныр, белмәгән беләгенә ышаныр. Әйтем.
2. Төрлө баҫҡыслы уҡыу йорттарында тупланған мәғлүмәт. □ Образование. Дөйөм белем. Политехник белем. Урта белем. Юғары белем. Белем алыу. ■ [Ниғмәтулла] үҙ фамилияһын яҙырлыҡ та белеме булмаған көйө ҡулына ҡәләм алды. Я. Хамматов.
3. Тәбиғәт, йәмғиәт тураһында кешелек тарафынан быуындан быуынға тупланған мәғлүмәт. □ Знание, познание; наука. Йәмғиәт белеме. Тәбиғәт белеме. ■ Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, эй китап, баҡһам һиңә; сын асыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә! Ш. Бабич.
♦ Белем тоҡсайы күпте белгән, белемле кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Ходячая энциклопедия. Белем тоҡсайы булып йөрөй шунда.
БЕЛЕМЛЕ (Р.: образованный; И.: literate; T: bilgili) с.
1. Ҙур белемгә, мәғлүмәткә эйә; уҡымышлы, ғилемле. □ Грамотный, образованный, сведущий, знающий. Белемле кеше. • Белемле үлмәҫ, белемһеҙ көн күрмәҫ. Мәҡәл. Тубылғы ҙур булмаҫ, белемле хур булмаҫ. Мәҡәл.
2. Ниндәйҙер махсус белемгә эйә булған (урта, юғары). □ С образованием (высшим и т.д.). Юғары белемле белгес. Урта белемле һәнәр эйәләре.
БЕЛЕМЛЕКЛЕ с. диал. ҡар. белемле. ■ Беҙҙә белемлекле кешеләр булған ул. Экспедиция материалдарынан.
БЕЛЕМЛЕЛЕК (белемлелеге) (Р: учёность; И.: competence; T: bilgiçlik) и.
Мәғлүмәтлелек, уҡымышлылыҡ, белем дәрәжәһе. □ Учёность, образованность. Белемлелеккә баһа биреү.
БЕЛЕМСЕ (Р: знаток; И.: expert; Т.: bilirkişi) и. диал.
1. Белем эйәһе. □ Знаток, образованный человек. ■ Хәҙер халыҡ бик белемсе, — сырайына белемсе ҡиәфәте сығарған Фазыл уйлағанын ҡысҡырып әйтте, — хаҡ әйттегеҙ, командирҙарыбыҙ аҙ ғына зыялыраҡ булып, етеҙерәк эш иткәндә, әллә ҡасан уҡ дөмбәҫләп ташлаған булыр инек үҙен. И. Ноғоманов.
2. Бағымсы, имсе. □ Знахарь, знахарка.
■ Белемсе ҡарсыҡ бүҫерҙе имләне. Экспедиция материалдарынан.
3. Күрәҙәсе; сихырсы. □ Ворожея, гадалка; предсказатель(ница), колдун(ья) и др.
■ Яҙыуҙы алғас, Әхмәт тегенең өйрәткән белемсеһенә (йәғни сихырсыға) китә. Әкиәттән.
4. Белгес. □ Специалист. Бик белемсе һунарсы булып һөйләй.
БЕЛЕМҺЕҘ (Р: безграмотный; И.: illiterate; T: bilimsiz) и.
Мәғлүмәткә, белемгә эйә булмаған.
□ Безграмотный, необразованный, не знающий. ■ Йәмһеҙ ҙә, белемһеҙ ҙә ҡыҙ түгел дә баһа! — тип бошондо Шәмсиә апай ҙа. 3. Биишева.
БЕЛЕМҺЕҘЛЕК (белемһеҙлеге) (Р: необразованность; И.: illiteracy; T.: bilgisizlik) и.
1. Бөтөнләй белеме булмау; наҙанлыҡ.
□ Необразованность, неграмотность, непросвещённость, невежество. Белемһеҙлек ҡоршауҙары. ■ XX быуаттың егерменсе йылдарына тиклем динһеҙлек — белемһеҙлек, наҙанлыҡ синонимы тип ҡабул ителгәнлеге «Ҡара (йәғни уҡымаған) халыҡ — ҡара һарыҡ» тигән мәҡәлдән дә асыҡ күренә. Г. Ситдиҡова.
2. Аҙ белемле булыу; компетентһыҙлыҡ; мәғлүмәтһеҙлек. □ Необразованность, малограмотность, незнание, некомпетентность. Инженерҙың белемһеҙлеге. ■ Халыҡтың йәшәү шарттарының насарайыуы,
210