БЕЛЕҢКЕРӘҮ
.. ҡасаҡтар, йәшәу урыны билдәле булмағандар; кешеләр араһында тормошҡа ҡул-лайлаша алмаусыларҙың һаны артыуы, халыҡтың белемһеҙлеге туберкулёз менән сирләуҙең төп сәбәптәренән һанала. «Ашҡаҙар», № 99, 2009.
БЕЛЕН [рус. блин] (Р.: блин; И.: pancake; T.: gözleme) и. диал.
Әсе ҡамырҙан йоҡа ғына итеп бешерелгән ҡоймаҡ. □ Блин, блины. Тәмле итеп белен бешергән. • Белеш килһә, белен бөтә. Мәҡәл.
БЕЛЕНДЕРЕҮ (белендер-) ҡ. ҡар. белгертеү. ■ [Таңһылыу] юлға һарынан яңы сарафан тегеп өлгөргән. Өҫкә яғы тар ғына, кәуҙәһенә һылашып тора — былай ҙа йыуан икәнен нығыраҡ белендерә. Р. Камал.
БЕЛЕНДЕРТЕҮ (белендерт-) ҡ. йөкм. ҡар. белендереү, понуд. от белендереү.
БЕЛЕНЕР-БЕЛЕНМӘҪ I (Р: чуть за метный; И.: barely feasible; T.: belirli belirsiz) c.
Ксъүк булмаған, күренмәгән, һиҙелер-һиҙелмәҫ, тоноҡ. □ Чуть заметный, еле заметный, малозаметный, неясный. Беленер-беленмәҫ яҙыу. Беленер-беленмәҫ һыҙыҡтар. ■ Рамазан, Урал ҡуйынында, тау-таш, урман араһында уҫкән кеше, картаға бер тапҡыр ҡарау менән, ҡалғанын беленер-беленмәҫ һуҡмаҡтың нисек бормаланырынан, ағастарҙың ҡайһылайыраҡ сиратлашырынан аңлай. Ә. Хәкимов.
БЕЛЕНЕР-БЕЛЕНМӘҪ II (Р: чуть за метно; И.: barely noticeable; T.: az çok belli) p.
Яртылаш билдәле, бик беленмәгән хәлдә. □ Чуть заметно, еле заметно, еле-еле видно. Беленер-беленмәҫ илау. ■ Менәуәрә маңлайын беленер-беленмәҫ кенә сыйып уткән анау тәуге һыр йораттары шул саҡта пәйҙә булғайны ла инде. Н. Мусин. Беленер-беленмәҫ иҫкән йылы ел, ҡылған баштарын һыйпап, уҙ юлы менән артабан яңғыҙ сағыл итәгенә төшөп китә. М. Хужин.
БЕЛЕНЕРЛЕК I (Р: ощутимый; И.: feasible; T.: belirgin) с.
Һиҙелеп, күренеп торған; һиҙелерлек. □ Ощутимый, заметный, явный. Беленерлек ямау. Беленерлек йөй.
БЕЛЕНЕРЛЕК II (Р: ощутимо; И.: feasible; T.: bariz) р.
Һиҙелерлек дәрәжәлә, хәтһеҙ. □ Ощутимо, заметно, явно. ■ Шәнгәрәй, теге ҡазанан һуң беленерлек һылтаҡлап, ләкин таяҡһыҙ көйөнсә ферма юлы буйлап өҫкә кутәрелде. Т. Ғарипова.
БЕЛЕНЕҮ (белен-) (Р: быть заметным; И.: be perceptible; T.: bilinmek) ҡ.
1. төш. ҡар. белеү 1, 2. страд, от белеү
1,2.
2. һиҙелеү, һиҙелеп, күренеп тороу; күренеү, тойолоу. □ Чувствоваться, ощущаться, нащупываться, быть заметным. Ҡыш килеуе беленә. ■ Ул [ҡыҙ] итекселәргә .. йөйө лә беленмәгән бер һыңар ҡата тегергә ҡушып китте, ти. Әкиәттән. Иҙән ер кеуек, таҡтаһы ла беленмәй. Р. Солтангәрәев. • Йыртыҡты ямаһаң да беленә, ҡаплаһаң да куренә. Мәҡәл.
3. Төҫмөрләнеү, күренә башлау. □ Обозначиться. Таң беленеу. Йөҙөндә йыйырсыҡтар беленде. ■ Көнө буйы ҡунаҡхана керҙәрен, ҡашығаяҡ йыуыуҙан тишелгән бармаҡтары сәңкеп һыҙлауын баҫа алмайынса йоҡоға китеп өлгөрмәй — таң беленә. Т. Ғарипова.
4. Эш-хәлдең төп мәғәнәһе, асылы билдәләнеү; асыҡланыу, аныҡланыу, мәғлүм булыу. □ Становиться известным, выясниться; познаваться, узнаваться. Купер юҡлығы беленде. ■ Әсир сарбаздың да, илгиҙәр теләнселәрҙең дә, асылда, Тимерҙең ысын ниәтенән куҙ яҙҙырыу маҡсатында Урҙаға ебәрелгән шымсылар булыуы аҙаҡ беленде-беленеуен, ләкин эш уҙғайны инде. Ә. Хәкимов. • Батыр яуҙа беленер, сәсән дауҙа беленер. Әйтем. Кырын эш ҡырҡ йылдан да беленә. Мәҡәл. Дуҫтың дуҫ икәне бәлә килгәндә беленә. Мәҡәл.
БЕЛЕҢКЕРӘҮ (белеңкерә-) (Р: знать недостаточно; И.: know insufficiently; T.: yeterince bilmemek) ҡ.
211