БЕЛЕР-БЕЛМӘҪ
1. Аҙыраҡ белеү, етерлек кимәлдә белмәү. □ Знать недостаточно. Был теманы белеңкерәмәйһең шул. Ҡыҙым тарихты белеңкерәй.
2. диал. Һаташыу. □ Бредить. // Бред.
■ Ныҡ йығылып бер зат ҡағылған булһа, белеңкерәһә, йығылған кешенең иҙеуенә тоҙло һыу ҡояһың, ергә һыу төшкәнсе. Экспедиция материалдарынан.
БЕЛЕР-БЕЛМӘҪ I (Р: не знающий толком; И.: not cognizant enough; T: bilir bilmez) с.
Яҡшылап белмәгән. □ Не знающий толком; недоучившийся. Белер-белмәҫ башым менән.
БЕЛЕР-БЕЛМӘҪ II (Р: не зная толком; И.: not cognizant enough; T.: bilir bilmez) р.
Яҡшылап белмәгән көйөнсә. □ Не зная толком; недоучившись; не умеючи. Белер-белмәҫ көйө эшләу. Белер-белмәҫ килеш йырлау. Я Башы әйләнеуҙән, йөрәге дарҫлап тибеуҙән ни эшләгәнен белер-белмәҫ, Көмөш Тамсы ишеккә ташланды. Ә. Хәкимов.
БЕЛЕРЙӘН (Р: всезнайка; И.: know-all; T.: ukala) и.
1. Белеме булмаһа ла, белемле булып күренергә тырышҡан кеше. □ Всезнайка. Бигерәк белерйән булып ҡыланаһың инде.
2. Әкиәт геройының исеме. □ Знайка. Белерйән менән Белмәҫйән. Белерйән бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа килгән. Белерйән ролен кем башҡара?
БЕЛЕРМӘН (Р: знаток; И.: expert; Т.: bilirkişi) и.
Күпте белгән, ниндәйҙер әлкәлә махсус белемгә эйә булған кеше; белгес. □ Знаток.
■ Ул [Вадим Кулеша] төрлө технологиялар буйынса белермән генә ту гел, ә оҫта механик, электротехник та ине. «Урал», 15 апрель 2011. Алина менән Альбина туған тел, физика буйынса белермән булһа, дәрестән тыш ҡыҙҙарыбыҙ музыка, хореография мәктәптәрендә шөғөлләнә. «Юшатыр», 3 февраль 2011.
БЕЛЕҮ (бел-) [дөйөм төрки бил ‘белеү, аңлау’] (Р: знать; И.: know; T.: bilmek) ҡ.
1. Кем йәки ниҙер хаҡында мәғлүмәтле йәки хәбәрҙар булыу. □ Знать. // Знание. Исемде белеу. Уйҙы белеу. Хәлде белеу. ■ Артабан уҡып торманы Мәҙинә: атаһының һуғышҡа тиклем ниндәй булғанын унһыҙ ҙа белә ул... Т. Ғарипова. Барсынһылыу ҙың һөйгәнен белеп йөрөгән Алпамыша. «Алпамыша».
2. Үҙләштереп, аң-зиһендә тотоу; мәғлүмәтле булыу, ниҙеңдер асылына төшөү; аңлау, төшөнөү. □ Знать, понимать. // Знание, понимание. Телде белеу. Тормошто белеу. Эште белеу. • Белмәу ғәйеп тугел, белергә теләмәу ғәйеп. Мәҡәл.
3. Ниҙеңдер асылына төшөү; аңлау, төшөнөү. □ Понимать, ведать. // Понимание.
■ Ҡайҙа алып киттеләр, ни эшләргә баралар — белмәй Нурулла. Ш. Янбаев. Ҡыҙ уның Ҡамыр батыр икәнен белеп ҡалған. Әкиәттән. Һалдаттарҙың тынын яҡшыраҡ белеу ниәте менән һөйләшеугә ҡолаҡ һалып торған Закир һуҙҙең дауамын көткәйне.
3. Биишева. • «Уҡыным» тимә, «белдем» тиң. Мәҡәл. Үҙе белгән хур булмаҫ. Мәҡәл. Ашаған белмәй, тураған белә. Мәҡәл.
4. Күреп таныу, таныш булыу. □ Знать, узнавать. // Знание, узнавание. Мин был егетте беләм. ■ Мин әле һеҙҙе, ғәфу ит, белмәйем, һеҙ кем, туташ? Ш. Бабич.
5. кубр. юҡл. Тормошта кисереү, күреү. □ в отриц. ч. Не знать, не иметь что-л., не располагать чем-л. // Незнание, неимение. Ауырыу белмә. Ҡурҡыу белмә. Арыу белмә.
■ Тирә-яҡта дан тотҡан был [Аҡназар] һунарсы, йәнлеккә яҙа атыуҙы, өйөнә буш ҡайтыуҙы белмәгән. Әкиәттән.
6. Хәл ҡылымдың -а/-й формаһындағы һүҙ менән ярҙамлыҡ сифатында килеп, ниҙелер булдыра алыуҙы белдерә. □ В со-чет. с деепр. на -а/-й основного гл. выступает в роли вспомогательного гл. со знач. «уметь». Ҡурайҙа уйнай белеу. Ҡаранан аҡты айыра белеу. Йөҙә белеу. ■ Китапты уны һата белеу өсөн, иң элек уҡый белергә, ә уҡый белер өсөн, китапты яратырға кәрәк.
3. Биишева. • Бейей белгән кеше бейеуенән
212