Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 213


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕЛЛЕТРИСТИКА
кинәнер. Мәҡәл. Өрә белмәгән эт өйөнә буре килтерә. Әйтем.
♦ Бар тип тә белмәү нимәнелер иҫәпкә алмау, ҡайғыртмау. □ соотв. И бровью не ведёт, хоть бы хны. ■ Федотов [шофёрҙың] асыуын бар тип тә белмәне, эшлекле төҫтә машина кузовына менеп китте. Ә. Хәкимов. Белһәң ине инеш һөйләм функцияһын үтәй. □ Если б ты знал. Белһәң ине, миңә шул хәтле ҡыйын. ■ [Тәғзимә:] Белһәң ине, бәғерем, мин һине һағындым, утә һағындым! Я. Хамматов.
БЕЛЕШ [боронғо төрки билиш ‘танышлыҡ, таныш’] (Р.: знакомый; И.: familiar acquaintance; T.: tanıdık) и.
Белгән-күргән, бер ни тиклем таныш кеше. □ Знакомый, знакомец. ■ Ваһап ҡарт тарыны быйыл белешенән сәстерҙе. Евстафий сәскән тары .. яр кеуек булып уңды. Ж. Кейекбаев. Дуҫтың кубеһен, уйлаһаң, ҡыйын, тиһең, белеш булдым, тиһеңдер, шару аға. М. Аҡмулла. • Бер кургән — белеш, ике кургән — таныш, куп кургән — дуҫ. Мәҡәл. Бәлеш булһа, белеш табыла. Мәҡәл.
БЕЛЕШЕҮ (белеш-) [боронғо төрки билиш-] (Р.: справляться; И.: learn; Т.: öğrenmek) ҡ.
Кем йәки нимә хаҡында һорашып, мәғлүмәт алыу; һорашыу. □ Справляться, наводить справки, узнавать. // Справка. Хэл белешеу. Эш белешеу. И Атайым, Хәмит ағай эргәһенә барып, ҡайһы ылауға ултырырға икәнен белешкәс, тоғон арбаға илтеп һалды. Н. Мусин.
БЕЛЕШЛЕК (белешлеге) (Р: знакомство; И.: friendship; T.: tanışıklık) и.
Танышлыҡ, дуҫлыҡ, әхирәтлек. □ Знакомство; дружба, приятельские отношения. Белешлек аша эш итеу. Белешлек ҡылыу.
БЕЛЕШМӘ (Р: справка; И.: information; T: bilgi) и.
1. Кем йәки нимә хаҡындағы мәғлүмәт. □ Справка; сведения. Белешмә алыу. Белешмә булеге. М [Генерал-губернатор:] Отрядтар хаҡында белешмә бирегеҙ. Я. Хамматов.
[Таңһылыу:] Мин уға көн дә һөт буйынса белешмә тултырам. Р. Камал.
2. Эш-хәл хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биргән әсбап. □ Справочник. / Справочный. Белешмә әҙәбиәт. Белешмә материалдар. В Даль, өйөнә ҡайтҡас, яңы ишеткән исемде кенәгәһенә теркәне, тиҙ-тиҙ генә һурәтен дә яһап ҡуйҙы, төрлө белешмәләрҙән был балыҡтың фәнни атамаһын эҙләп ҡараны, шунан ғына «Ырымбур казактары теленән» тигән яҙыуҙы өҫтәне. 3. Ураҡсин. Үткәндә Батыр аңлатҡас, Әмилә белешмәнән тапты: баҡһаң, Урҙа ла ҡасандыр тоҙ булған. Н. Ғәйетбаев.
БЕЛЕШМӘЛӘР БЮРОҺЫ (Р: спра вочное бюро; И.: inquiry office; T: danışma bürosu) и.
Мәғлүмәт биреүсе бюро. □ Справочное бюро. Вокзалда белешмәләр бюроһы тәулек әйләнәһенә эшләй.
БЕЛЕШМӘ ҺҮҘЛЕК (һүҙлеге) (Р: словарь-справочник; И.: handbook; T: kılavuz) и.
Белешмә биреүсе һүҙлек. □ Словарь-справочник. Көнкуреш хеҙмәте әлкәһендә эшләуселәр өсөн русса-башҡортса белешмә һуҙлек. ■ Ислам дине тураһындағы белешмә һуҙлек башҡорт телендә тәуге тапҡыр баҫыла. «Башҡортостан», 8 декабрь 2010.
БЕЛЛЕТРИСТ [рус.] (Р: беллетрист; И.: writer of fiction; T: yazar) и.
Беллетристик әҫәрҙең авторы. □ Беллетрист. Яҡшы беллетрист. Беллетрист булыу.
БЕЛЛЕТРИСТИК (Р: беллетристический; И.: fiction; T: yazar ile ilgili) с.
Беллетристикаға мөнәсәбәтле. □ Беллетристический. Беллетристик стиль. Беллетристик әҫәр. ■ Ошо тарих төрлө хәтирәләр, хикәйәттәр һәм легендалар рәуешендә ойошоп, ҡатмарлы структуралы, эпик характерҙағы беллетристик полотноны хасил иткән. М. Нәҙерғолов.
БЕЛЛЕТРИСТИКА [рус. < фр. belles lettres ‘художестволы әҙәбиәт’] (Р: беллетристика; И.: fiction; T.: edebiyat) и.
Проза менән яҙылған әҙәбиәт. □ Беллетристика. Беллетристика уҡыу. Белле-
213