Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 214


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕЛМӘҪЙӘН
тристика менән мауығыу. Беллетристика куренеше.
БЕЛМӘМЕШ БУЛЫУ (белмәмеш бул-) (Р.: притворяться незнающим; И.: feign ignorance; T.: bilmezlenmek) к.
Белмәгән кеше булып ҡыланыу. □ Притворяться незнающим, делать вид, что не знаешь. // Незнание. ■ [Ихсанбай — әсәһенә:] Белмәмеш булма: барып сыкмаҫ! Үҙемә тейер өлөштө генә һорайым. Бир — и вәссәләм — мин юҡ булам! Т. Ғарипова.
БЕЛМӘМЕШКӘ ҺАЛЫШЫУ (белмәмешкә һалыш-) ҡ. ҡар. белмәмеш булыу. ■ Рая бер ни белмәмешкә һалышып: «Йә, ни эшләргә уйлайһың, Ҡолой кантон?» — тигән булды. Р. Солтангәрәев.
БЕЛМӘҪЙӘН (Р: незнайка; И.: know-nothing; T.: cahil) и.
Әкиәттәрҙә бер нәмә лә белмәгән бала, персонаж. □ Незнайка. ■ Әкиәт геройы Белмәҫйән беҙгә юл йөрөу ҡағиҙәләрен өйрәтһә, Светофор төрлө һорауҙар биреп уйландырҙы, «йәншишмә», 10 декабрь 2010.
БЕЛОРУС (Р.: белорус; И.: Byelorussian; Т.: Belarus) и.
Белоруссияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләт кешеһе (славян телдәренең береһендә һөйләшә). □ Белорус. Белорус ҡатыны. Белорус теле.
БЕЛОРУССА (Р: по-белорусски; И.: in Byelorussian; T.: Belarusça) р.
1. Белорус телендә. □ По-белорусски (о языке). Белорусса белеу. Белорус телен өйрәнеу.
2. Белорустар кеүек, белорус халҡына хас. □ По-белорусски. Белорусса кейенеу. Белорусса бейеу.
БЕЛТӘЙЕҮ (белтәй-) (Р: важничать;
И.: put on airs; T.: hava atmak) ҡ. диал.
Маһайыу. □ Важничать, зазнаваться. // Зазнайство. Ҡалай белтәйгән була.
БЕЛЬВЕДЕР [рус. < ит. belvedere ‘матур күренеш’] (Р: бельведер; И.: belvedere; T.: belvedere) и. архит.
Бина өҫтөндәге өҫҡорма (ғәҙәттә, туңәрәк формала). □ Бельведер.
БЕЛЬГИЙ (Р: бельгиец; И.: Belgian; Т.: Belçikalı) и.
Бельгияның төп халҡы һәм шул халыҡ кешеһе. □ Бельгиец. Бельгий халҡы. Бельгий телендә.
БЕЛЬЭТАЖ [рус. < фр. bel ‘матур’ + etage ‘ҡат’] (Р: бельэтаж; И.: mezzanine; Т.: birinci balkon) и.
Бинала (ғәҙәттә, театр бинаһы) партер менән балкон араһындағы ҡат. □ Бельэтаж. Бельэтажда ултырыу.
БЕЛӘ БЕЛЕҮ (белә бел-) (Р: знать; И.: know, be in the know; T.: bilmek) ҡ. диал.
Белеү. □ Знать. // Знание. Белә белһәң, мин уны әллә ҡасан ишеттем. ■ Зъһиҙә әбей улар белә белгәндән бирле ауылда бер уҙе генә ошо газетаны алдырып уҡый. Н. Мусин. [Рәмзил:] Үләм, тип ҡысҡырһаң да, ҡолағына элеусе булмаҫ. Бында тайга, джунгли, белә белһәң. Д. Бүләков.
БЕЛӘҘЕК I (беләҙеге) [боронғо төрки билезук ‘беләҙек’] (Р: браслет; И.: bracelet; Т.: bilezik) и.
1. Ҡатын-ҡыҙҙың беләккә кейә торған биҙәүесе. □ Браслет. Алтын беләҙек. Ҡөмөш беләҙек. Ҡашлы беләҙек. Суҡлы беләҙек. Ҡауырһын беләҙек. Сулпылы беләҙек. Ишмә беләҙек. Борма беләҙек. ■ Алтын алҡа ҡолаҡта, ҡуш беләҙек беләктә. Халыҡ йырынан. Алтын-көмөш беләҙекле, ҡолаҡтарына алҡалар тағып, утә ҡупшы кейенгән бай ҡатындары кумәк ярлы-ябаға алдында уҙҙәрен ғорур һәм эре тотто. Я. Хамматов.
2. Күлдәктең ең осондағы тар өлөшө. □ Манжет, манжета. Төймәле беләҙек. Ҡайтармалы беләҙек.
3. диал. ҡар. ҡушҡар 1. Беләҙек һөйәге. Беләҙек быуыны.
4. диал. Бейәләйҙең һырланып бәйләнгән ҡунысы. □ Резинка варежки. Беләҙеген бәйләп бөттөм. Бейәләй беләҙеге тар булған.
5. диал. Арба күкрәген нығыта торған ҡулсалар. □ Кольца для крепления телеги. Арба беләҙеге һынған.
214