БЕЛӘКСӘ
6. миф. Башҡорт халҡының ышаныу-ҙары буйынса, күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн йөрөтөлгән, беләккә кейә торған биҙәүес. □ Браслет. ■ Беләҙек күҙҙән һаҡлай. Башҡорттарҙың им-том китабы.
БЕЛӘҘЕК II (беләҙеге) и. ҡар. бығау.
■ Ҡайҙандыр атылып килеп сыҡҡан әзмәүерҙәй өс кеше, күҙ асып йомған арала [Марат-ты] уратып алып, ҡулдарын һындыра яҙып артҡа шаҡарҙы, шунда уҡ ҡорос беләҙек сыртлап бикләнде. Ә. Хәкимов.
БЕЛӘҘЕК III (беләҙеге) (Р.: кушанье в виде раскатанных и свёрнутых в трубку кусков сдобного теста, обжаренных в масле; И.: sort of national pastry meal; T.: yemek türü) и. диал.
Урама (сөсө ҡамырҙан йәйелеп төрөлгән, майҙа ҡыҙҙырылған ашамлыҡ). □ Кушанье в виде раскатанных и свёрнутых в трубку кусков сдобного теста, обжаренных в масле. Беләҙек бешереү. Беләҙек ашау.
БЕЛӘҘЕК Л ЕК (беләҙеклеге) и. диал. ҡар. беләҙек һөйәге.
БЕЛӘҘЕК ҺӨЙӘГЕ (Р: кости запястья; И.: wrist bones; T.: bilek kemiği) и. анат.
Кешеләрҙең беләк һөйәге менән ус һөйәктәре араһындағы ваҡ һөйәк, шаушаҡ һөйәге. □ Кости запястья. Артыҡ ябыҡ булғанлыҡтан уның беләҙек һөйәктәре ослайып күренеп торалар.
БЕЛӘК (беләге) [дөйөм төрки биләк ‘ҡул осо’ < бел ‘бил’] (Р: рука; И.: arm; Т.: bilek) и.
1. Ҡулдың иңбаштан ҡушҡарға тиклемге өлөшө. □ Рука (от кисти до плеча); предплечье. ■ Аҡлы ситса күлдәгемдең еңе тар беләгемә. Халыҡ йырынан. Хоҙайға илап, теләйем теләк: беләккә — ҡеүәт, йөрәккә — йөрьәт. Ш. Бабич.
2. Төрлө ҡорамалдарҙың әйләндерел хәрәкәтләндерә торған тотҡаһы. □ Ручка, рукоятка. Ит үткәргес беләге. Елгәргес беләге. Сепаратор беләге.
3. Ҡапҡандың яҫы ҡоростан бөгөп ҡуйған сиртмәһе. □ Пружина капкана. Ҡапҡан беләге. Тимер беләк.
4. Арбаның тимер үҙәге. □ Железная ось телеги. Арба беләген нығытыу.
♦ Тын беләк эшкә өйрәнгән көслө кешегә ҡарата әйтелә. □ Работоспособный, сильный. Эй, тын беләк тә инде үҙе, эшләмәгән эше юҡ.
БЕЛӘК АҒАСЫ (Р: стержень дуплянки; И.: kind of pivot for spinning; T: iplik rotunu) и. туҡ. диал.
Тырпыса үҙәге (өйөртөү өсөн). □ Стержень дуплянки. Беләк ағасы һынып сыҡты.
БЕЛӘК БӘКӘЙЕ и. диал. ҡар. беләҙек һөйәге. Күлдәк еңен беләк бәкәйенә тиклем төшөрөп кейеү.
БЕЛӘК КӨСӨ (Р: физическая сила; И.: physical strength; T: bilek kuvveti) и.
Мускул эшмәкәрлегенә бәйле көс, физик көс. □ Физическая сила. ■ Бер ярд самаһы сығарғас, беләк көсө менән түгел, бөтөн кәүҙә мускулдарын егеп, ҡармаҡ бауын әле уң, әле һул ҡулы менән һөйрәне. Т. Ҡарамышева.
БЕЛӘКЛЕ (Р: плечистый; И.: burly, sturdy; T: bilekli) с.
1. Беләге булған. □ С руками. ■ Йомро беләкле. Көслө беләкле.
2. күсм. Көслө, ғәйрәтле. □ Плечистый, сильнорукий, сильный. ■ Типһә тимер өҙөрҙәй, Салауаттай беләкле, яуға барған нөгәрҙең батырҙары күп булһын. Ҡобайырҙан.
БЕЛӘКЛӘНЕҮ (беләклән-) (Р: поправиться; И.: grow fat; T: şişmanlamak) ҡ.
Йыуан һәм йомро булыу. □ Поправиться, набирать вес, жиреть. // Ожирение. ■ Кузьмин бояр.. елкәһендәге беләкләнеп ятҡан майы бөкләнмәһен тигән кеүек, муйынын бормай, тотош, кәүҙәһе менән борола. Һ. Дәүләтшина.
БЕЛӘКСӘ I и. диал.
1. ҡар. еңсә 1. ■ Беҙҙең Сәлимә бик еңел ҡуллы, ул башлаһын, ти әсәйем, үҙе беләгенә беләксә кейә. М. Ғафури.
2. ҡар. ҡушҡар 1.
3. Ҡул суғы. □ Кисть руки. Бейәләй кеймәгәнлектән беләксәләрем өшөнө.
БЕЛӘКСӘ II (Р: подлокотник; И.: armrest; T: dirseklik) и.
215