БЕР
БЕЛӘҮ ЯРА и. диал. ҡар. шешек. Ҡулыма беләу яра сыҡҡан.
БЕМОЛЬ [рус. < фр. bemol] (Р.: бемоль; И.: bemol; T.: bemol) и. муз.
Тауышты ярты тонға кәметеүҙе белдергән нота билдәһе. □ Бемоль.
БЕНГАЛ [бенг.] (Р.: бенгалец; И.: Bengali; Т: Bengal) и.
Бангладеш һәм Һиндостан халҡының бер өлөшөн тәшкил иткән милләт һәм шул милләт кешеһе. □ Бенгалец. Бенгал халҡы. Бенгал кешеһе.
БЕНГАЛ УТЫ (Р: бенгальский огонь; И.: Bengal light; T.: maytap) u.
Сағыу аҡ йәки төрлө төҫ менән янған пиротехник состав һәм фейерверк уты. □ Бенгальский огонь. Яңы йыл кисәһендә бенгал уттарын яндырҙылар.
БЕНЕФИС [рус. < фр. benefice] (Р: бенефис; И.: benefit performance; T: gösteri) и.
Артистың талантын хөрмәтләү йөҙөнән уның исеменә арналған тамаша. □ Бенефис. Бенефис-спектакль. Бенефис ҡуйыу. Бенефис уткәреу.
БЕНЗИН [рус. < ит. benzina < урта лат. benzoe] (Р: бензин; И.: gasoline; T: benzin) и.
Нефттән ҡыуып алынған төҫһөҙ шыйыҡ яғыулыҡ. □ Бензин. Авиация бензины. Этил бензины. Бензинға хаҡ артҡан.
БЕНЗОЛ [рус. < лат. benzoe ‘еҫле шыйыҡлыҡ’ + oleum ‘май’] (Р: бензол; И.: benzol; Т.: benzol) и. хим.
Үҙенсәлекле еҫле, төҫһөҙ, һыуҙа насар ирегән, яныусан ағыулы шыйыҡлыҡ (буяу, лак, шартлатҡыс матдәләр һ. б. яһағанда ҡулланыла). □ Бензол. Бензол еҫе. Бензол менән ағыуланыу. ■ 2005 йылдың 13 ноябрендә Амурға ҡойған Сунгари йылғаһына 100 тоннанан ашыу бензол ту-гелгәйне. «Йәшлек», 7 июнь 2008.
БЕНУАР [рус. < фр. baignoire] (Р: бенуар; И.: lower boxes; T.: benuar) и. театр.
Театрҙа сәхнә кимәлендә йәки бер аҙ түбәнерәк, партерҙың ике яғынан урынлашҡан ложалар. □ Бенуар. Бенуарҙа ултырыу. Бенуарға ғына билет ҡалған.
БЕР I [дөйөм төрки бир ‘бер’] (Р.: один; И.: one; Т: Ыг) төп һ.
1. Иҫәпләгәндә тәүге һан, 1, I цифрҙарының исеме . □ Один, одна, одно; один, раз. Бергә биште ҡушыу. Бергә берҙе ҡушһаң, ике була.
2. Кемдең йәки нәмәнең 1-гә тиң иҫәбе. □ Мера счёта: один, одна, одно. Бер китап. Бер йомғаҡ. Бер өҫтәл. Бер ултырғыс. ■ Бер минутта ташты куңелем, бер минутта булды ут, берсә янды, берсә туңды, барыһы булды бер минут. Ш. Бабич. Дорогобуж ҡалаһына тиклем сигенгән ошо бер айҙан артығыраҡ ҡәһәрле осорҙа дошмандың холоҡ-фиғелен әҙерәк сырамытып өлгөргәйне инде Рамазан. Ә. Хәкимов. • Бер аҡыл -ярты аҡыл, ике аҡыл — бер аҡыл. Мәҡәл.
3. Нумератив һүҙҙәр менән нәмәләрҙең миҡдарын йәки күләмен белдерә. □ Один, одна, одно. Бер һыныҡ икмәк. Бер йотом һыу. Бер табаҡ йыуаса. ■ Егор Николаевич ҡаршыһында өйкөлөп кенә ултырған ҡылғанға ҡарап торҙо-торҙо ла, ҡапыл эйелде һәм бер услам ҡылғанды йолҡоп ал [ды].
3. Ураҡсин. [Емеш] бөгөн иртәнсәк бер һыныҡ икмәк менән бер сынаяҡ һөтлө сәй генә эскәйне шул ул. 3. Биишева.
4. Күп эсендәге яңғыҙға айырым баҫым яһағанда ҡулланыла. □ Один, одна. ■ Таянып эйәккә, куҙ төбәп йыраҡҡа, ултырам уйланып бер уҙем бер яҡта. Ш. Бабич. Тик Зәйнулла ғына бошмаҫ ҡиәфәт менән: «Бер Бикбау ғына бөтәме ни! Хәҙер заманы шулай», — тине. Р. Солтангәрәев. • Бер төкөрһә, ни итер, куп төкөрһә, кул итер. Әйтем.
5. Башҡаларҙан айырылып торған, берҙән-бер. □ Единственный. ■ Салауат батыр ир ине, менгән аты кир ине. Дошман менән алышҡанда, ил эсендә бер ине. Халыҡ йырынан.
6. эйл. ф. бергенәм. Яратып, иркәлән әйтелә. □ Единственный, единственная (ласкательное слово). ■ Ҡайҙа минең иргенәм, йәнем һөйгән бергенәм? «Ҡуҙыйкүрпәс».
217