БЕР
7. Ниҙеңдер күмәк өсөн уртаҡ булғанлығын, дөйөмлөгөн белдерә. □ Общий, единый. Бер вагонда барыу. ■ Арынба-ҫаровтың, ҡыҫҡаһы, ниндәйҙер бер уртаҡ фекергә килергә башы етмәне. Д. Бүләков.
8. Сифат йәһәтенән ниҙеңдер икенсе нәмә менән тиң икәнен белдерә. □ Одинаковый. Икеһе лә бер ул. Урлыҡ менән алдаҡ бер ул: икеһе лә насар ғәҙәт. Ул хәҙер минең менән бер ул. ■ [Әхмәтҡол:] Бурылды егегеҙ. Алпамыша менән бер ул. Нәҡ һабан аты. Ш. Шәһәр.
9. миф. Бөтөнлөк, теүәллек символы; һәр нәмәнең башы менән бәйле. □ Один (в мифологии символ начала, целостности). ■ Бер тигәндә ни яман? Ҡобайырҙан.
♦ Бер аҙым да алға бармау (йәки китмәү) урындан әҙ генә лә ҡуҙғалмау. □ Ни шагу вперёд. ■ Тарихһыҙ бер аҙым да алға китеп булмай бында. Н. Мусин. Бер аҙым да (йәки ҡалмау, сикмәү) арттан ҡалмай йонсотоу. □ Ни шагу (не отставать, не уступать). ■ Бынан ары ул һинең яныңдан бер аҙым да ситкә китмәйәсәк! — тип белдерҙе. 3. Биишева. Камалдың уҙенән бер аҙым да ситкә китмәй йөрөй торған саптар аты менән ерән бурҙайы була. Риүәйәттән. Бер алдына, бер артына сығыу (йәки төшөү) кемгәлер ярарға тырышып төрлөсә ҡыланыу. □ Рассыпаться мелким бесом. ■ Йә, ярар, Сәйфулла, ҡуй! Етәр! Майҙы батманы менән кире бирә кур инде, — тип, ыуалана-ыуалана тегенең бер алдына, бер артына сыға, ти [бай]. Көләмәстән. Атай, нишләтәбеҙ, алып ҡайтабыҙмы? — Искәндәр атаһының бер алдына, бер артына сыҡты. — Ҡайҙа ҡуябыҙ, өйгәме, лапаҫҡамы? М. Ямалетдинов. Бер алдына, биш артына сығыу (йәки төшөү) ҡар. бер алдына, бер артына төшөү. ■ Шуға Малбай уҙе өсөн бик ҡурҡыныс та, сиртер ҡылын тапһаң, файҙалы ла куршеһен уҙ янынан ыскындырмаҫҡа, бер алдына, биш артына сығып, көйләп-сөйләп торорға мәжбур булған. Ф. Иҫәнғолов. Бер ауыҙ һүҙ әҙ генә хәбәр. □ Полслова, ни словечка. Бер ауыҙ һуҙ әйтмәу. Бер ауыҙ һуҙҙе йәлләу. ■ Юҡ,
юҡ! — тине Бәкер. — Ант-шинт. Бер кемгә, бер ауыҙ һуҙ ыскындырмайбыҙ. Малайҙар, ишеттегеҙме? Н. Ғәйетбаев. Басиров һөйләгәндә, мин бер ауыҙ һуҙ ҙә ҡыҫтырманым. Д. Юлтый. Һеҙгә бер ауыҙ һуҙем дә юҡ, ә хужаларығыҙҙы аҙ ғына тәртипкә кунек-тереп алаһы бар. Н. Мусин. Бер аяғы ерҙә, икенсеһе гүрҙә саҡ-саҡ йәшәй, үлер сиккә еткән (олоғайып хәлһеҙләнгән кешегә ҡарата әйтелә). □ Еле-еле душа в теле. ■ Бикмырҙа иһә тәуҙә сығырынан сығып: «Мин хәйерсе саҡта кем ярҙам итте? Межа ярғанда хатта, бер аяғы ерҙә, икенсеһе гурҙә, тип әсәйемде иҫәпкә индермәнеләр», — тине. Ә. Хәкимов. Бер аяғын атлағансы икенсеһен эт ашай бик әкрен ҡуҙғала торған, бызмыр. □ Медлительный. ■ Тик, әлеге лә баяғы, эшкә бик һалҡын, бер аяғын алғансы икенсе аяғын эт ашай тигәндәй... С. Агиш. Бер балыҡ башы бер үк хәл. □ Тянуть одну и ту же песню. ■ [Шатморат:] Шулай, инде, нисә тапҡыр һөйләһәң дә, бер балыҡ башы. Б. Бикбай. Бер баҫаһы урынға биш баҫа бик дәртле, осоп-төшөп тора. □ Делать что-л. с радостью, быстро. Бер баҫаһы урынға биш баҫып, ҡыуанысынан килеп тә еткән. Бер башҡа юғары кемдеңдер байтаҡҡа артыҡ булыуын белдерә. □ Выше на голову. ■ Ҡарабаш Ҡукбуренең уҙенән бер башҡа юғары булыуын — урман кейеге икәнен дә иҫенән сығармай. Т. Ғарипова. Бер бите ай, бер бите көн иҫ киткес матур ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында әйтелә. □ Красавица неописуемая. ■ Бер бите ай, бер бите көн кеуек һылыу был (йәш) ҡатындан ул тыуған. Әкиәттән. Бер бот тоҙ ашау бергә ауырлыҡтар кисереү. □ Съесть пуд соли. ■ Һалдаттың хөрмәтен яулар өсөн бергәләп ут-һыу кисергә, бер бот тоҙ ашарға кәрәк икән шул. Ә. Хәкимов. Берҙе биш итеү бәләкәй генә нәмәне ҙур итеп ҡабартыу. □ Делать из мухи слона. ■ Ташбатҡан ауылының берҙе биш итергә торған бисәләренә Әхсәндең хәбәре етә ҡалды. Ж. Кейекбаев. Бер ҙә булмаһа ахыр сиктә, бик тә булмаһа. □ На худой конец. Бер ҙә
218