БЕР
булмаһа, ала һыйырҙы һуйып, һиңә аҡса йүнәтербеҙ. Бер булыу 1) уртаҡ уй, ҡарашлы булыу, берләшеү. □ Единиться, соединяться.
■ Кискә тиклем был донъяла беҙ өҫөбөҙ бер булып йәшәнек — Аҡйондоҙ, Мәрәһим, мин. М. Кәрим; 2) аптырап бөтөү, дыу килеү. □ Теряться, удивляться. ■ Марфа әбей әллә ниндәй өгөттәрен тылҡый, әллә ниндәй хәтирәләрен иҫләй. Төргәктәрен ҡыштырлата, сәбәләнә, бушамай, өлгөрә алмай бер була. Р. Камал. Бер ҙә һис тә. □ Нисколько, совершенно, вовсе. Бер ҙә белмәйем. Бер ҙә күргәнем юҡ. Бер ҙә оҡшамай. Бер ҙә уйламаған ерҙән. ■ Һин әллә бер ҙә йоҡламаның инде? Ә. Хәкимов. Бер ҙә юҡтан буштан-бушҡа, ғәйепһеҙгә, һис сәбәпһеҙ. □ Безвинно, беспричинно. ■ [Ғәлимәне] бер ҙә юҡтан харап иттеләр. М. Ғафури. Бер епкә теҙеү барыһын бер төрлө һанау. □ Стричь под одну гребёнку, подгонять под один ковёр, ставить на одну доску ■ [Зөбәйҙә:] һеҙ бисәләрҙең бөтәһен дә бер епкә теҙергә ашыҡмағыҙ әле. Ғ. Әхмәтшин. Бер итеп <йөрөү> ҡуҙғатыу, хәрәкәткә килтереү; эҙләү. □ Всё растормошив {ходить, искать).
■ Эх, яҡшы аттар егеп, Ҡуштирәк урамдарын бер итеп йөрөйһөләр бар әле!.. Ә. Хәкимов. Бер йотом аҙ ғына. □ Немного. Бер йотом һыу ҙа ҡапмаған. Бер йәндән {йәки тәндән) дуҫ, татыу йәшәгән кешеләр хаҡында әйтелә. □ Душа в душу. Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта йәш саҡта ҡылғанды олоғайғас ҡабатлағанда, шаяртыбыраҡ әйтелә. □ Была не была. ■ Бикбауҙар, әллә аптыраштан, әллә күңелдәрен баҫыр өсөн генә геүләшеп алды: «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, ти, Әхмәҙиә ағай, күрһәт әле шуға Куғанаҡ тауының ҡатылығын!» Р. Сол-тангәрәев. Бер ҡалыпҡа һуғыу ҡар. бер епкә теҙеү. Бер ҡалыптан <һуғылған, яһалған> оҡшаш һыҙаттары булған кешеләр хаҡында әйтелә {ғәҙәттә, кире мәғәнәлә). П Одним миром мазаны, одним лыком шиты, из одного и того же теста сделаны, одного поля ягоды. ■ Ысынын әйткәндә, егеттәр, — тине Мәхмүт, — башҡорт байы ла, рус байы ла
бер ҡалыптан. Ж. Кейекбаев. Бер ҡалаҡтан {йәки табаҡтан) ашау үтә ныҡ дуҫ булыу. □ Жить душа в душу, на дружеской {короткой) ноге с кем-л. ■ [Шәмсикамал:] Кейәүең менән бер ҡалаҡтан ашаған кешеһең бит әле, етмәһә. Яр. Вәлиев. Бер ҡалаҡ {йәки ҡашыҡ) һыуға {йәки ҡалаҡҡа) һалып йоторлоҡ матур ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелә.
□ Антик с гвоздикой (с мармеладом). ■ Исе-мен-атын, ырыуы-затын һорап та торма. Килмәгән ере юҡ. Үҙен бер ҡашыҡ һыуға һал да йот. М. Кәрим. Бер ҡатлы хәйләһеҙ, эскерһеҙ. □ Наивный, простодушный, соотв. Душа нараспашку. ■ Ҡот осҡос оло ваҡиғалар араһында буталып ҡалған Фазлый бик бер ҡатлы ине был саҡта. Б. Бикбай. Бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға әйткән һүҙҙе, кәңәште, йомошто иғтибарһыҙ тыңлау йәки тиҙ онотоу. □ В одно ухо влетает, из другого вылетает. ■ Рәхимәнең аҙаҡҡы бойороҡтары ла Айбулаттың бер ҡолағынан инеп, икенсе ҡолағынан сыҡты. Һ. Дәүләтшина. Бер ҡырҡылған икмәк берекмәй айырылышҡан ир менән ҡатын кире ҡушыла алмай. □ Разбитую чашу не склеить. Бер ни тормау бик еңел башҡарыу. □ Ничего не стоит. ■ Әҙәм кәмһетеү уға бер ни тормай, холҡон беләбеҙ. М. Кәрим. Бер нигә ҡарамай һис бер сәбәпте иҫәпкә алмай, иғтибар итеп тормай. □ Несмотря ни на что. ■ Әгәр ҙә һуңғы мәлдә тормошоноң аҫтын өҫкә өйләндергән хәлдәр килеп тыумаһа [Марат], бер нигә ҡарамай, уҡыуын да дауам итер, бүтән ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сығыр ине. Ә. Хәкимов. Бер сама 1) күпмелер кимәлдә.
□ Определённое количество. Бер сама булыу. Бер сама эшләү; 2) әллә ни шәп түгел, уртасараҡ. □ Так себе. ■ Кем һуң ул Хисаметдин, арыу кешеме? — Арыу тип ни, бер сама инде. К. Мәргән. Бер сыбыҡтан ҡыуылған холоҡ-фиғеле оҡшаш кешеләр хаҡында әйтелә. □ Одного поля ягоды. ■ Кор-ниловтың олоһо ла, бәләкәйе лә — бер сыбыҡтан ҡыуылған инде. В. Исхаҡов. Бер табандан бергәләшеп, бер булып; бер төптән.
□ Дружно, единодушно. ■ Ҡатил серен
219