БЕР
бирмәгән, бер табандан уҡталып, дүрт батырға ымлаған. «Урал батыр». Бер тамсы ҡан ҡалғансы Скөрәшеү, һуғышыу> үҙеңде аямай, бар мөмкинлегеңә. □ До последней капли крови {бороться, биться и т.п.). Бер тамсы ла бер ҙә, һис тә. □ Ни капли, нисколько. ■ Муйыл.. бер тамсыла тирләмәне. һ. Дәүләтшина. Бер тауыштан {йәки ауыҙҙан) бер фекерҙә булыу. □ В один голос. Бер тауыштан һайланылар. Бер тигән бик шәп, ғәжәп һәйбәт. □ Самый лучший, на редкость хороший. ■ Адвокаттың бөтә губернала бер тигәнен яллағанмын. Һ. Дәүләтшина. Иллә-мәгәр мин үҙем илдә бер тигән ҡыҙҙар менән йөрөгән кешемен. М. Кәрим. ...Тирә-яҡта бер тигән сибәр ҙә, аҡыллы ла, сәсән дә булып үҫеп еткән [Көнһылыу]. Ф. Иҫәнғолов. Бер тип тә бер һүҙ ҙә. □ Ни единого слова. Бер тип тә өндәшмәү. Бер тингә лә һанамау һанламау. □ Ни в медный грош не ставит, ни во что не ставит. Бер тотам <ҡалмау> ҡар. бер аҙым ҡалмау. ■ Әсә ат етәкләп ошо ергә килә. Әлбиттә, Биктимер ҙә әсәһенең артынан бер тотам да ҡалмай. Ә.Вахитов. Бер тотош бергә, беркетелгән. □ В целом, соединённый. Бер төптән берҙәм, бергәләп, татыу.
□ Все вместе, дружно. М Барыбыҙ бер төптән тороп, килешеп, артабан һуғышыуҙан баш тартырға кәрәк! — ти һалдаттарҙың береһе. Д. Юлтый. Бер төрлөрәк (кешегә ҡарата) иҫәр, алйот. □ Со странностями (о человеке), не все дома. ■ Аҡса кемгә лә кәрәк, — тине йәне көйөп киткән Инсаф. Был ҡатын ысынлап та бер төрлөрәк, ахыры, тигән шиге көсәйҙе. Г. Ғиззәтуллина. Бер урында тапаныу эштә, тормошта һ. б. алға бармай, бер кимәлдә ҡалыу. □ Топтаться на одном месте. Бер үк балыҡ башы һөҙөмтәһеҙ ҡабат-ҡабат һөйләнгән хәбәр. □ Одно и то же. ■ Күпме генә сәйнәһәң дә, бер үк балыҡ башы, тигәндәй, унан ғына бер ни ҙә артмаясаҡ та, кәмемәйәсәк тә. Н. Асанбаев. Бер һүҙ менән әйткәндә ҡыҫҡаса әйткәндә.
□ Одним словом. I Ватыҡ-емеректе төҙәтергә, хужалыҡты ипкә-һапҡа килтерергә, бер һүҙ менән әйткәндә, тормошто ҡәҙимге
тәбиғи көйгә һалырға кәрәк буласаҡ. Ә. Хәкимов. Бер шөрөбө етешмәй иҫәр, алйот.
□ соотв. Винтиков не хватает, не все дома.
БЕР II [дөйөм төрки бир ‘бер’] (Р.: один; И.: one; T: bir) билдһ. а.
1. Исемгә билдәһеҙлек, конкретһыҙлыҡ мәғәнәһе бирә. □ В сочет. с им. сущ. выступает в роли неопределённого артикля. Бер урын. Бер ҡыҙ. К Тап шул урында Шаҡман ҡапыл тертләп китте: бөтөнләй ят бер егеткә үҙенең күптәнге уй-фекерҙәрен һөйләп ташланы ла баһа! К. Мәргән. Балыҡтарҙы бер яман кеше һәләк иткән. М. Кәрим. Кыпсаҡ яғында мәрйә ҡыҙына өйләнгән бер егетте ана сход йыйып ауылдан ҡыуғандар хатта. Н. Мусин.
2. Ҡайһы бер сифат һәм рәүештәр менән килеп, саманы, конкретһыҙлыҡты белдерә.
□ В сочет. с некоторыми прил. и нареч. выражает неконкретность. Бер аҙ. Бер ауыҡ. Бер ни тиклем. Бер ҡәҙәр. ■ Халыҡ күп ине, Әхмәтхан бер арала улы Ғилемханға зыярат күрһәтеп китте. Р. Камал.
3. Бар булған кешеләрҙең йәки нәмәләрҙең һәр ҡайһыһына баҫым яһағанда ҡулланыла. □ Каждый, любой. Осраған бер кешегә ышанырға ярамай. ■ Уралып ятҡан Уралда теләгән бер януар бар. Ҡобайырҙан.
БЕР III [дөйөм төрки бир ‘бер’] (Р.: один; И.: one; T: bir) р.
Юҡлыҡ формаһындағы хәбәр менән килеп, көсәйтеү мәғәнәһен белдерә; һис.
□ В сочет. с гл. отриц. формы выражает усиление действия; ни, никак; нисколько. Бер һөйләргә ирек бирмәй. Бер тыңламайһың. ■ Ә ниңә һуң Ирназарҙың ятҡан урыны бер туҡтауһыҙ һелкенә, бәүелә? Ә. Хәкимов. Карайһың-ҡарайһың, бер ни абайлап булмай. Р. Солтангәрәев.
БЕР IV (бер бер ...) [дөйөм төрки бир ‘бер’] (Р: один; И.: one; T.: bir) терк.
Аллы-артлы теҙеп биргәндә йәки ҡаршы ҡуйғанда ҡулланыла. □ Союз. разд, то ..., то ... ■ Эшелон, йөрөшөн бер тиҙләтеп, бер әкренәйтеп, үҙ юҫығы менән туҡтауһыҙ бара ла бара. Ә. Хәкимов. Жандармдар
220