БЕР-БЕРӘҮ
телһеҙ ҡала: бер торалар, бер ултыралар, күҙҙәрен бер ҙур асалар, бер кире йомалар; бер-береһенә ҡарашҡан булалар, тағы аймылышалар. Р. Камал.
БЕР V [дөйөм төрки бир ‘бер’] ҡар. берле II. Бер ҡуйыу. Бер алыу.
БЕР АҘ (Р.: немного; И.: a little; Т.: biraz)р.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә. □ Немного. Бер аҙ ял иткәс. ■ Ҡот осҡос шартлауҙан машина, ҡырға янтайып, бер аҙ барҙы ла туҡтап ҡалды, сытырлап яна башланы. Ә. Хәкимов. Әңгәмә, ошо урынға еткәс, бер аҙ туҡталып ҡалды. К. Мәргән.
БЕР АҘҒА (Р: ненадолго; И.: not for long; T.: kısaca) p.
Оҙаҡҡа түгел. □ Ненадолго, на некоторое время. Бер аҙға туҡтап торайыҡ. Бер аҙға онотайыҡ. ■ Тома һуҡыр әгәр көтмәгәндә күҙен асһа аҙға, бик аҙға, ул шул минут яҡты көнгә ҡарап, һүҙһеҙ ҡалыр ине бер аҙға. Р. Шаммас.
БЕР АҘҘАН (Р: через некоторое время; И.: after a while; T.: birazdan) p.
Аҙыраҡ ваҡыт үткәс. □ Через некоторое время, некоторое время спустя. ■ Тимербулат бер өйгә барып ингән. Тәүҙә унда бер кем дә булмаған. Бер аҙҙан бер ҡарт килеп сыҡҡан. Әкиәттән. Бер аҙҙан теге һылыу ҡатын, инде ҡулында батмус уйнатмай ғына, улар янына килде. 3. Биишева.
БЕР АРА (Р: одно время; И.: some time; T.: bir vakit) p.
Бер ваҡыт. □ Одно время, некоторое время, когда-нибудь; как-нибудь. Бер ара миңә инеп сыҡ. Бер ара бурандар булып торҙо. ■ Әйүп көсәнеп күҙен йомдо. Ҡайһылыр бер арала ҡабаҡтары эленде, күҙ алмалары йоҡоға ойоғандай итте. Т. Ғарипова. Инеүсе ҡапыл ғына өй ишегенә тотонманы, бер араға аяҡ тауышы тынып торҙо. Н. Мусин.
БЕР АУЫҘҘАН (Р: единогласно; И.: unanimously; T.: oybirliğiyle) р.
Бер тауыштан, берҙәм. □ Единогласно, дружно; без возражения, безоговорочно.
Бер ауыҙҙан ҡабул ителде. ■ Новиковтың был һүҙен һәр бер һалдат айырым тынлыҡ менән тыңлай, ул һөйләп бөткәс, бөтәһе лә бер ауыҙҙан: «Шулай инде ул, дөрөҫ һүҙгә ни әйтәһең?» — тиҙәр. Д. Юлтый.
БЕР АУЫМ р. диал. ҡар. бер аҙ. Бер ауым йоҡлап алыу. Саматтың йөрәге елкенеп ҡуйҙы, хатта бер ауым үҙенең бында ниңә килгәнен онота биреп ултырҙы.
БЕР-БЕР I (Р.: какой-либо; И.: some; Т.: bir) с.
Ниндәй ҙә булһа бер; берәй. □ Какой-либо, такой-то. Бер-бер кеше. Бер-бер хәбәр. Бер-бер эш. ■ Инәйем ут эсендә, бер-бер хәл булһа... Р. Камал.
БЕР-БЕР II (Р: некоторый; И.: some; Т.: bazı) а. диал.
1. Ҡайһы бер. □ Некоторый. Бер-бер малда ла булды бит ул ауырыу. ■ Туғандарым иҫемә, ай, төшкәндә, бер-бер төндәр була йыл кеүек. Халыҡ йырынан.
2. Бөтөнләй. □ Совсем, совершенно, полностью. Бер-бер һөйләй күрмә. Бер-бер ашай күрмә.
БЕР-БЕР АРТЛЫ (Р: один за другим; И.: one after another; T.: ardı ardına) p.
Бер туҡтауһыҙ, береһе артынан икенсеһе.
□ Один за другим, вереницей; гуськом, чередой. Бер-бер артлы һорау биреү. ■ Йондоҙҙар бер-бер артлы һүнеп, байып барған, уйһыу ерҙәргә ап-аҡ томан эркелеп ятҡан илаһи мәл. Ә. Хәкимов. Ваҡиғалар булманы түгел, бер-бер артлы тыуып торҙолар. К. Мәргән.
БЕР-БЕРЕ, бер-береһе (Р: друг друга; И.: each other; T.: birbiri) билд. a.
Ике аралағы мөнәсәбәтте белдерә; үҙ-ара.
□ Друг друга. Бер-береңде уйлау. Бер-береңде көтоү. ■ Бүлмә эсе ниңәлер ғәҙәттәгесә түгел, халыҡ йыйылған, һөйләшмәйҙәр, бер-береһенә шыбыр-шыбыр ғына өндәшәләр.
3. Ураҡсин. Оҙаҡ бергә йәшәгәндәр бер-береһенә эйәләшә, бер-береһенә эйәрә, тиҙәр. Р. Камал.
БЕР-БЕРӘҮ (Р: кто-нибудь; И.: somebody; T.: birisi) и.
221