Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 222


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕР БӨТӨН
Берәй кеше. □ Кто-нибудь, кто-то. Бер-берәу белеп ҡалмаһын. ■ Иҙеукәй фира-сәтле кеше булғанлыҡтан, уға бер-берәуҙән йәберләнгән халыҡтар хөкөмгә килә башлайҙар. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
БЕР БӨТӨН (Р.: целостный; И.: integral, whole; T.: bütün) с.
Бөтөн, теүәл, тулы. □ Целостный. Бер бөтөн куҙаллау. ■ Сәйфтең уҙ әҫәре, яңынан-яңы ботаҡтар ебәргән, бөрөгә тумалып ултырған ағас кеуек, тармаҡлана, шул уҡ ваҡытта бер бөтөн булып ойоша барҙы. Ә. Хәкимов. Ана, Аҡйондоҙ менән Мәрәһим ике яртынан бер бөтөн булырға тейеш йән эйәләре... М. Кәрим.
БЕР БӨТӨНЛӨК (бөтөнлөгө) (Р: целостность; И.: integrity; T.: bütünlük) и.
Бөтөнлөк, теүәллек, тулылыҡ. □ Целостность. ■ Шиғриәт — ул иң юғары әхлаҡ, халыҡ мәнфәғәтенә тоғролоҡ. Шәйехзада Бабич менән Рәми Ғариповтың, мәҫәлән, халыҡ намыҫына әуерелеуе уларҙың шәхес һәм ижадының бер бөтөнлөгөнән килә. Ф. Туғыҙбаева.
БЕРБЫУЫН (Р: одночлен; И.: monomial; T: birterimli) и. мат.
Ҡабатлау һәм дәрәжәгә күтәреү ғәмәлдәрен генә эсенә алған алгебраик аңлатма. □ Одночлен. Бербыуынды дәрәжәгә кутә-реу.
БЕРБЫУЫНЛЫ (Р: одночленный; И.: monomial; Т: birterimli) с. мат.
Бер быуын булып тороусы. □ Являющийся одночленом. Бербыуынлы формула. Бербыуынлы тигеҙләмә.
БЕР ВАҠЫТ (Р: однажды; И.: once; Т.: bir vakit) р.
1. Бер тапҡыр, бер мәл. □ Однажды, в одно время, как-то, когда-то, некогда, раз. Бер ваҡыт мин уға хат яҙғайным. ■ Барыһы ла бында бер ваҡыт ҡуйы урман булғанын әйтеп торалар. Ж. Кейекбаев.
2. Ҡасандыр, киләсәктә. □ Со временем, рано или поздно, когда-нибудь. Бер ваҡыт беҙ ҙә байырбыҙ. ■ Бер ваҡыт аңларҙар, укенерҙәр ҙә, һуң булыр. Р. Солтангәрәев.
БЕРГАМОТ [рус. < ит. bergamotto < төрк. веу ‘кенәз’ + armud ‘груша’] (Р: бергамот; И.: bergamot; Т: bergamot) и.
1. Грушаның төрө. □ Бергамот (лат. Citrus bergamia). Бергамотты сәйгә ҡушып эсеу.
2. Цитрустарға ҡараған бик еҫле ағас.
□ Бергамот.
БЕРГӨЙЛӨ (Р: придурковатый; И.: doltish; T: budala) с. диал.
Аҡылға еңел. □ Придурковатый. Бер-гөйлө бала булып тыуҙы.
БЕРГУТӘРӘМ (Р: тяжёлый; И.: heavy; T: ağır) с. диал.
Ауыр. □ Тяжёлый. Бергутәрәм кунәк. Бергутәрәм итеп һалып бирҙе.
БЕРГӘ (Р: вместе; И.: together; Т: birlikte) р.
1. Үҙ-ара берлектә, ҡатнашлыҡта; айырым түгел. □ Вместе, совместно. Бергә йәшәу. Бергә йөрөу. Бергә уҡыу. ■ Гел ситкә тибәрелеп йөрөгән малайҙың [Яҡуптың] уҙ тиҫтерҙәре араһында булғыһы, бергә уйнағыһы, шаярғыһы килде. М. Кәрим. • Яҡшы менән бергә булһаң — уңдың, яман менән бергә булһаң — туңдың. Әйтем.
2. Бер үк ваҡытта, бер юлы. □ В одно время, одновременно. Бергә килеу. Бергә ҡайтыу. ■ Ғилман уны белә — [Хәлитов] һәйбәт кеше, институтты Моратов менән бергә бөткән, байтаҡ йылдар бергә эшләгәндәр. Н. Мусин. Йәбешер нәмә таба алмай ел ыңғайына килә торғас, ҡылған һабағына һырыша, уны тамырынан йолҡоп, уҙе менән бергә алып китергә теләгәндәй, бөгөлдөрөп, һығылдырып ҡарай. 3. Ураҡсин.
♦ Шуның менән бергә шул уҡ ваҡытта.
□ В то же время, одновременно. ■ Ҡулдар ҡалтырай, шуның менән бергә дөп-дөп һуҡҡан йөрәк тауышы минең ҡолаҡҡа ишетелә. Д. Юлтый.
БЕРГӘ-БЕР (Р: один на один; И.: tete a tete; T: başbaşa) р.
Икәүҙән-икәү, аулаҡта. □ Один на один, наедине. Бергә-бер килеп һөйләшеу.
222