БЕР ҒАРА
БЕРГӘ-БЕРГӘ (Р.: совместно; И.: jointly; T.: birlikte) р.
Бергәләшеп. □ Совместно, сообща. Бергә-бергә йәшәу. ■ Гөлсөм менән Нурия, иртәнге тамаҡҡа әҙерләп, усаҡ тирәһендә ҡайнашты. Алсаҡ ҡыҙ менән илгәҙәк ҡатын, күптән ук бергә-бергә татыу йәшәгән кешеләр кеуек, дуҫлашып та алғайнылар. Н. Мусин.
БЕРГӘЙ а. диал. кар. берәй.
БЕРГӘЙЛӘШЕҮ (бергәйләш-) ҡ. диал. ҡар. башлы-күҙле булыу.
БЕРГӘ ҠУШЫЛЫУ (бергә ҡушыл-) ҡ. төш. ҡар. бергә ҡушыу 1. страд, от бергә ҡушыу 1. ■ Йәйге еңел, саф һауа юҡ инде хәҙер, серегән улән, бурһыған ағас, кәртәләрҙә-ге тиҙәк, дым, нилектәндер юғары кутәрел-мәй мөрйәләргә уралған төтөн еҫтәре — бөтәһе бергә ҡушылып, ошо мәлгә генә хас еҫ аңҡыта. Н. Мусин. Ер өҫтөндә шатлыҡ менән ҡайғы тойғолары бергә ҡушылып урғыла, ажғыра, ҡайнай, сөнки һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, һәр көн почта кемгә лә булһа яҡынының яраланыуы йәки һәләк булыуы тураһында хәбәр килтерә. 3. Биишева.
БЕРГӘ ҠУШЫУ (бергә ҡуш-) (Р: соединить; И.: unite, unifly; T.: birleştirmek) ҡ.
1. Берләштереү. □ Соединить. // Соединение. ■ Ниндәйҙер ҡоштар гармун, скрипка, гитара, мандолина, ҡыҫҡаһы, донъялағы барлыҡ музыканы бергә ҡушҡан шикелле, шундай моңло, шундай тәьҫирле һайрайҙар. Ғ. Хәйри. Халыҡ, гөж килеп, ике-өс кырандасҡа юл бирҙе. Мәликәнең әсәһе, ҡыуанысы менән ҡайғыһын бергә ҡушып, сеңләп илай башланы, уға йәш еңгәләрҙең, ҡыҙ-ҡырҡындың һамағы өҫтәлде. Ә. Хәкимов.
2. Бер үк ваҡытта алып барыу, үтәү. □ Совместить. // Совмещение. Ике эште бергә ҡушып башҡарыу. Эш менән ялды бергә ҡуша белергә кәрәк.
БЕРГӘЛЕК (бергәлеге) (Р: общность; И.: unity, community; T.: birlik) и.
1. Берҙәмлек, уртаҡлыҡ. □ Общность, единство; совместность. Тел бергәлеге. Мәҙәниәт бергәлеге.
2. Дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек.
□ Дружба, единодушие, согласие; сплочённость. Ике халыҡ бергәлеге. Сиктәш республикалар бергәлеге. ■ Рәсәй менән бергәлек — башҡорт халҡының яҙмышында артабанғы тупланыу һәм үҫеш өсөн нигеҙ булып хеҙмәт иткән мөһим боролош. М. Хужин.
3. Бәйләнеш, берләшмә. □ Тесная связь, союз. Туғандаш халыҡтар бергәлеге. ■ һәүкәштәр алдан елә, күрәһең, тыуған, кендек ҡаны тамған ерҙе мал заттары әҙәмдән нығыраҡ һиҙә, уларҙа тәбиғәт менән бергәлек, берҙәмлек хисе, ахыры, көслөрәктер. Т. Ғарипова.
БЕРГӘЛӘП (Р: вместе; И.: jointly; Т: beraber) р.
Үҙ-ара берлектә; бергә. □ Вместе, совместно, сообща. Бергәләп эшләү. ■ Бына бит, бергәләп ҡыуанышып сәхәр ашап ултырабыҙ. 3. Биишева. Егәр ҡарттың ҡатыны оло улы Николайға бергәләп һатыу итергә, лавканы асып ебәрергә тәҡдим итеп ҡараны, тауар алып килеү өсөн аҡса бирмәксе булды, ләкин эш барып сыҡманы. Ж. Кейекбаев.
БЕРГӘЛӘШЕП (Р: совместно; И.: in common; T: beraber) р.
Үҙ-ара бер булып; бергә-бергә. □ Совместно, сообща. ■ Ете батыр бергәләшеп артабан киткән. Әкиәттән. Колхозды бит [Мәҙинәнең] өләсәһе, әсәһе һәм үҙе менән бергә төҙөнөләр, бергәләшеп аяҡҡа баҫтырҙылар. Т. Ғарипова. [Азамат:] Беҙ барыһын да бергәләшеп эшләргә, табырға тейешбеҙ! Р. Солтангәрәев.
БЕРҒАҘАН (Р: пеликан; И.: pelican; Т.: pelikan) и. зоол.
Ауырлығы 12—14 килограмға еткән, дөйөм төҫө аҡ, баш һәм елкә ҡауырһындары бөҙрәләнеп торған ҙур ҡош; ҡотан, пеликан.
□ Пеликан (лат. Pelecanus). ■ Берғаҙан һай күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Башлыса балыҡ, һирәкләп тәлмәрйендәр менән туҡлана.
Э. Ишбирҙин.
БЕР ҒАРА (Р: длина четырёх мотушек; И.: length of four skeins; T.: iplik) и. диал.
223