Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 224


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕРҒАРЫШ
Дүрт кәләп буйы еп. □ Длина четырёх мотушек. Бөгөн бары бер ғара йөн иләнем. Бер ғара еп өҙөп алды.
БЕРҒАРЫШ (Р.: жаба; И.: toad; Т.: karakurbağası) и. зоол. диал.
Баҡа, тәлмәрйен. □ Жаба, лягушка (лат. Bufonidac, Капа). Ямғырҙан һуң берғарыштар күпләп күренделәр.
БЕРҒАУЫМ р. ҡар. бер аҙ. Берғауым эшләп алыу.
БЕРҘӘЙ (Р.: одинаково; И.: equally; Т.: aynı derecede) р.
1. Бер тигеҙ, бер төрлө. □ Одинаково, равно, наравне. ■ Сәлимов ыңғай һәм ҡаршы һөйләүселәрҙе берҙәй ихлас тыңланы. 3. Биишева. Шакира Хисамовна бармаҡтарына ҡараны. — Бына улар... бишеһе биш башҡа тора, ләкин уларҙың ҡайһыһын тешләһәң дә .. берҙәй ауырта.Т. Ғарипова.
2. һөйл. Бик яҡшы, бик шәп, һәйбәт.
□ Отличный, замечательный. Ул берҙәй кеше. Берҙәй эшләп йөрөй.
БЕРҘӘЙЛЕК (берҙәйлеге) (Р: тождественность; И.: identity; T.: benzerlik) и.
Тиңлек, оҡшашлыҡ. □ Тождественность, тождество; полное сходство. Ҡараштарҙың берҙәйлеге. Фекерҙәр берҙәйлеге.
БЕРҘӘМ (Р: единый; И.: integrated; Т: bütün) с.
1. Бер бөтөн. □ Единый. Уҡытыу менән тәрбиә эше берҙәм процесс итеп ҡарала.
2. Бер уй, ниәт менән береккән. □ Дружный, согласованный, единогласный; сплочённый, слаженный. Берҙәм эш. Берҙәм булыу. Берҙәм тотоноу. Берҙәм ҡуҙғалыу. ■ Малайҙар берҙәм ҡул күтәрҙе. М. Кәрим. Йыр бөткәс, уғата дәртләнеп киткән ҡунаҡтар берҙәм ғауғалашып-гөрләшеп алды. Н. Мусин.
3. Уртаҡ. □ Совместный. Берҙәм ижад емеше.
БЕРҘӘМЛЕК (берҙәмлеге) (Р: единство; И.: unity, accord;T: birlik) и.
1. Дуҫлыҡ, береккәнлек, бер бөтөнлөк.
□ Дружба, единство, единодушие, сплочённость, слаженность, спаянность, согласо
ванность. Я [Боғара кет-кет көлөп ҡуйҙы:] Мәгәр, әйткәнеңсә, ил берҙәмлеге, татыулыҡ тип йән атһаң, минән айырыла алмайһың. Ә. Хәкимов. Аслыҡтан, тән язаһынан яфа сигеп, Һабрау элеккенән яман Урҙаның тетмәһен тетә, башҡорттарҙы берҙәмлеккә өндәй, Еҙүкәйгә ҡаршы ҡуя. Я. Хамматов.
2. Уртаҡлыҡ. □ Общность, единство, совместность. Тел берҙәмлеге. Хеҙмәт берҙәмлеге. Ҡараштар берҙәмлеге.
БЕРҘӘН I (Р: в один приём; И.: at one go; T: birden) p.
Бер юлы, бер ыңғайҙан. □ В один приём, сразу, зараз, разом. ■ Новиков мәсьәләгә берҙән төшөндө. Д. Юлтый.
БЕРҘӘН II инш. ҡар. беренсенән. Н Рая уның клубты ташлап киткеһе килмәгәнлеген белә ине. Берҙән, бында әле бик күңелле, икенсенән, буфет асылғанын күреп ҡалдымы, әрһеҙ егеттәр йәнә килеп туласаҡ... Р. Солтангәрәев. Ҡуҙыйкүрпәстең, берҙән, йәтим булып, икенсенән, шулай үҙ һүҙле, шуҡ булып үҫеүе Ҡүсәр ханға оҡшамай ине, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
БЕРҘӘН-БЕР (Р: единственный; И.: sole, unique; T: biricik) с.
1. Бер генә бөртөк, яңғыҙ, бер. □ Единственный, один-единственный; единичный. ■ Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң, ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр. М. Аҡмулла. Наҡыҫ ҡына булһа ла туй яһап, Мәликәһен килен итеп төшөрөп, өйҙән сығып китеүенә ун биш көн тигәндә, берҙән-бер хат ебәрҙе лә дүрт йыл инде бүтән хәбәре юҡ Хәйбулланың. Ә. Хәкимов.
2. Ваҡытты асыҡ итеп атамағанда ҡулланыла. □ Как-то раз, когда-то; однажды. Берҙән-бер ваҡыт. ■ Танауым төшөбөрәк йөрөгәнде һиҙептер инде, берҙән-бер көндө әсәйем: «Улым, ниңә улай бошоноп йөрөйһөң?» — тип һораны. Н. Мусин.
БЕРЕ а. ҡар. береһе. Ун ике бәпкәнең бере юҡ.
БЕРЕГЕҮ (берек-) (Р: срастаться; И.: accrete; T.: birikmek) ҡ.
224