Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 225


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЕРЕКТЕРЕҮ
1. Бергә тоташыу, йәбешеү. □ Срастаться, соединяться, скрепляться. // Соединение, скрепление. Бурәнәләр береккән.
■ [Рая:] Кендегең берекмәгәндер бит. Һин төшөңдә лә мине эҙләйһеңме икән? Р. Сол-тангәрәев.
2. Бергә тупланыу; берләшеү. □ Соединяться, сплачиваться, объединяться.// Сплочение, объединение. ■ Әхтәм, уҙ уйы менән булып, иптәштәренә берекмәне. Ә. Хәкимов.
3. Бер нөктәгә, берҙәмлеккә килеү.
□ Сходиться, сойтись (во мнениях), сговариваться. // Схождение, сговариванье. Фекер берегеу. Ҡараштар берегеу. ■ Бей менән [Котлоярҙың] һуҙе береккәнгә оҡшай оҡшауын. Я. Хамматов.
4. Нығыныу. □ Закрепляться, упрочиться, утвердиться. // Закрепление, упрочение, утверждение. Ике һуҙ берегеп ҡушма һуҙ яһай. Етәксе урынына ныҡ береккән.
♦ Кәңәшегеҙ берекһен һөйләшеп ултырған кешеләрҙе сәләмләү һүҙе. □ Совет да согласие вам! ■ [Сәхипгәрәй Әхтиәров:] Кәңәшегеҙ берекһен, ағай-эне! — тип иҫәнләште лә ауылдаштары араһына барып ултырҙы. — Йә, кәйефтәр нисек? Я. Хамматов.
БЕРЕГЕШЕҮ (берегеш-) ҡ. урт. ҡар. берегеү 2, 3. взаимн. от берегеү 2, 3.
БЕРЕККӘН (Р: спаянный; И.: unitied; T.: birleştirilmiş) с.
1. Тоташҡан, йәбешкән. □ Спаянный, соединённый, скреплённый, склеенный.
■ [Ғәйникамал абыстай:] Бер көн шулай, бергә береккән ике энәғарағын тотоп, шуны киптерҙем. Ғ. Хәйри.
2. Берләшкән. □ Сплочённый, объединённый. • Айырылған ир аҙыр, береккән ир уҙыр. Әйтем. Береккән көтөуҙе буре алмай. Әйтем. Береккән һыу Иҙел булған, таралған һыу тамсы булған. Әйтем. Береккәндән яу өрккән. Әйтем.
3. Берҙәм фекергә, һүҙгә һ. б. килгән.
□ Согласованный. Береккән һуҙ.
4. Нығынған. □ Закреплённый. Хәтергә береккән ваҡиға. Умартасылыҡ — башҡорт ҡанына береккән шөғөл.
БЕРЕККӘНЛЕК (береккәнлеге) (Р: сплочённость; И.: unity; T: birlik) и.
Берҙәмлек, тупланғанлыҡ, ойошҡанлыҡ. □ Сплочённость, спаянность. Куңел береккәнлеге. Фекерҙәр береккәнлеге.
БЕРЕКМӘ (Р: объединение; И.: association; T: birleşme) и.
Бер төрҙәге эш тармаҡтарынан торған эре ойошма; берләшмә. □ Объединение, союз, содружество, сообщество. «Башнефть» берекмәһе. Методик берекмә. ■ Сарай ҡалаһынан, Урҙаның төрлө тарафындағы ғәскәр берекмәләренән килгән сабармандар ғына тугел, хатта юғары мансаблы әмирҙәр, һанаттар ҙа тимер ҡоршаулы ҡапҡа төбөндә ук туҡтатыла. Я. Хамматов. [Ғәйнияр Ғәйнуллович] юрый «Химпром» берекмәһе начальнигы Хоменконы яҡшы белгәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Д. Бүләков.
БЕРЕКТЕРЕҮ (беректер-) (Р: соединять; И.: join; T: biriktirmek) ҡ.
1. Бергә тоташтырыу. □ Соединять. // Соединение. Сымдарҙы беректереу. Де-талдәрҙе беректереу. ■ [Мөғлифә:] Болот ҡупҡан инде, улым. Килә ята инде ул ҡара болот. Кук менән Ерҙе беректереп, һыуҙан — һул, һулдән сул яһап китергә килә болот...Т. Ғарипова. Таратайканы — беҙ, малайҙар, уҙебеҙ яһап алабыҙ. Ике-өс таҡта ҡағаһың, коньки беректерәһең дә эше лә бөттө. 3. Биишева.
2. Бергә туплау; берләштереү. □ Объединять, сплачивать. // Объединение, сплочение. Халыҡты беректереу. Йәштәрҙе беректереу. ■ Кинйәһолтан аталарының өлкән ҡатыны ғына тугел, сабыр аҡылы, кәрәк саҡта ҡаты ҡулы менән ҙур ғаиләне беректереп торған ил инәһе лә ине. Н. Мусин.
3. Берҙәмлеккә килтереү (һуҙҙе, фекерҙе)’, беркетеү, һүҙ беректереү. □ Прийти к соглашению, договориться. // Соглашение, договор. Хакимиәт башлыҡтары һуҙ беректерҙе. ■ [Юлыш:] Хуп курһәгеҙ, сәсән
8-1.0158.11
225