БЕРЕМЕС
бөгөн ук Ынйыташ менән осрашып һөйләшһен. Сер беректерә алһалар, тағы ике аҙнанан яусыларҙы ҡаршы алырбыҙ. Я. Хамматов.
4. Нығытыу. □ Закрепить (в памяти). // Закрепление. Яңы теманы беректереу. Шиғырҙы хәтерҙә беректереу.
БЕРЕМЕС (Р: ба!; И.: oh!; Т: а!) ымл. диал.
Бэй (ғәжәпләнеу һуҙе). □ Ба! (слово, выражающее удивление). Беремес, ҡулымды бешерҙем.
БЕРЕН-БЕРЕ, БЕРЕҺЕН-БЕРЕҺЕ (Р: друг друга; И.: each other; T.: birin biri) билд. а.
Эш, хәрәкәттең ҡара-ҡаршы мөнәсәбәтлеген белдерә. □ Друг друга. Берен-бере һағалап тора. Береһен-береһе яҡын курә.
БЕР ЕНЕСЛЕ СӘСКӘ (Р: однополый цветок; И.: unisexual flower; T.: tek cinsli çiçek) и. бот.
Тик емешлеге йәки тик һеркәлеге генә булған сәскә төрө. □ Однополый цветок (лат. Flos dielinus). Бер енесле сәскәләр бер ук йәки икеһе ике уҫемлектә була алалар.
БЕРЕНСЕ I (Р: первый; И.: the first; T: birinci) рәт һ.
1. Урын тәртибе 1 менән билдәләнгән. □ числ. порядк. Первый. Беренсе йорт. Беренсе класс. ■ Март айында ғына хәрби хеҙмәткә алынған, ә уғаса ауыл хужалығы институтының беренсе курсында уҡып йөрөгән йәп-йәш егетең генә ту гел, тормошта байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән уҙаман ирҙәрең дә ҡапылда аптырауға төшөрлөк ғазаплы көндәр ине был. Ә. Хәкимов.
2. Бер нисәү эсенән тәүге. □ Первый, первоначальный, первичный. ■ Беренсе никах шуның менән бөттө. К. Мәргән. Кибеттә һатыусы булып эшләй башлағас, уҙенә беренсе бурыс итеп, Рауза ашлауын уҙгәртеуҙе ҡуйҙы. Т. Ғарипова.
БЕРЕНСЕ II (Р: первый; И.: number one, first rate; T: birinci) с. кусм.
Иң шәп, иң алдынғы. □ Первый, самый лучший, отличный. ■ Азаматтың йәне көйҙө. Институтта беренсе егеттәрҙән
һаналып йөрө лә, бында һиңә бер ашнаҡсы ҡыҙ инәлтеп маташһынсы. Р. Солтангәрәев.
БЕРЕНСЕ III (Р: первое; И.: the first course; T.: ilk) и.
Бер-бер артлы ашала торған өс төрлө аштың тәүгеһе (ғәҙәттә, һурпалы аш).
□ Первое (обычно суп, борщ и т. п). ■ Бе -ренсеһенә һуған ҡыҙҙырып ҡыҙартылған ҡыҫыр һурпа, икенсеһенә помидор соусы менән ҡойондоролған картуф котлеты ине. С. Ҡудаш.
БЕРЕНСЕЛ (Р: первичный; И.: primary; T: birincil) с.
Ниҙеңдер үҫешендә тәүге, беренсе баҫҡыс булған, башланғыс булған. □ Первичный; изначальный. Беренсел файҙаланыу. ■ Әҙәбиәт дөйөм кешелек ҡиммәттәрен бар итеусе образ төшөнсәһен булдырыуҙа беренсел булып тора, ни тиһәң дә, иң тәуҙә һуҙ булған бит. Д. Шәрәфетдинов.
БЕРЕНСЕЛЕК (беренселеге) (Р: главенство; И.: supremacy; T: birincilik) и.
1. Берәй нәмәләге өҫтөнлөк, беренсе урын. □ Главенство. ■ Кыпсаҡ аралары уҙҙәрен ауылдың аҫаба башҡорттары һанай. .. Ләкин шаҡмандар ҙа уларға беренселекте бирергә теләмәй. Б. Бикбай.
2. Ярыштағы алдынғы урын. □ Первенство. ■ Бикбауҙыҡылар йылдың-йылы беренселекте бирмәй килде, тик бына һуңғы ваҡыт ҡына рәттәре китеп барған һымаҡ. Р. Солтангәрәев. Йырҙа ла беренселекте ала инең, — тип ҡуйҙы Хәсән бабай, дәртләнеп. — Ул саҡта был тирәлә һинән шәп йырсы юҡ ине бит әле. 3. Биишева.
БЕРЕНСЕЛ ОҘОН ҺУҘЫНҠЫЛАР (Р: первичные долгие гласные; И.: primary long vowels; T: birincil uzun ünlüler) и. линг.
Төрки телдәрендә килеп сығышы билдәһеҙ булған оҙон әйтелешле һуҙынҡылар.
□ Первичные долгие гласные. Төркмән һәм яҡут телдәрендә беренсел оҙон һәм тар һуҙынҡылар билдәләнелә.
БЕРЕНСЕНӘН (Р: во-первых; И.: firstly; T: birincisi) инш.
226