БЕР КЕМ
Әйтер фекерҙәрҙе бер-бер артлы һанағанда ҡулланыла. □ Во-первых. ■ Башҡорт һәм ҡаҙаҡ мәҡәлдәре араһындағы уртаҡлыҡтың куплеге шулай уҡ тәбиғи. Сөнки, беренсенән, ҡаҙаҡтар менән башҡорттар быуаттар буйы бик яҡын курше булып, уҙ-ара аралашып йәшәнеләр; икенсенән, уҙенең лексик составы яғынан башҡорт теле, ҡаҙаҡ теле һымаҡ, төрки телдәренең көнсығыш тармағына тартым. Ф. Нәҙершина.
БЕРЕТ [рус. < фр. beret] (Р.: берет; И.: beret; T.: bere) и.
1. Тирәсһеҙ түңәрәк ләпәш баш кейеме.
□ Берет. Берет кейеу. Берет бәйләу.
2. Католик руханиҙарының баш кейеме.
□ Берет.
БЕРЕТКА [рус.] и. ҡар. берет. ■ Ғилман туҡтаны ла уҙенең яғына ҡабаланмай ғына атлап килеусегә иғтибар менәнерәк куҙ һалды: өҫтөнә йоҡа ҡара тауарҙан тегелгән комбинезон, аяғына брезент туфли кейгән. Башында — беретҡа. Н. Мусин.
БЕРЕҺЕ (Р.: один; И.: one, a, an; T.: biri) а.
1. Берәүһе. □ Один, одна, одно; одни.
■ [Мәстурә] береһе — дурт, икенсеһе ике йәшлек кенә малайҙарын, Сафуан менән Су-фиянды, уҫтереп аяҡҡа баҫтырғансы купме яфалар курәсә[к]. Ә. Хәкимов. Риуәйәт буйынса, тап шул ҡаяла Юлиәләй йәш, матур ҡыҙҙың ғумере өҙөлгән, донъя тулып йөрөгән иҫәр егеттәрҙең береһенә лә тәтемәгән йәне зәңгәр киңлектәргә осоп киткән... Г. Ғиззәтуллина.
2. Кемдер, бер кем. □ Кто-то, кто-нибудь, некто. Береһе килмәнеме? Береһе ишетеп ҡалмаһын.
БЕРЕҺЕГӨН р. диал. ҡар. берһегөн. Береһегөн ҡайтып китә. Береһегөнгә һөйләшкән инек.
БЕР ЗАМАН р. ҡар. бер ваҡыт. Бер заман булды был хәл. Бер заман беҙ ҙә булмабыҙ.
БЕРИ-БЕРИ [рус. < синг. beri-beri ‘һуңғы сиктәге хәлһеҙлек’] (Р: бери-бери; И.: beri-beri disease; T: beriberi) и.
Bt витамины етешмәгәнлектән килгән ауырыу; авитаминоз. □ Бери-бери. ■ Бери-бери менән ауырығанда нервылар ҡаҡшай, йөрәк йыш тибә, аппетит юғала. В. Ғүмәров.
БЕР ИЛЕ (Р: шириной в один палец; И.: one finger breadth; T.: bir parmak) c.
Бер бармаҡ ҡалынлығы ара (улсәу берәмеге). □ Толщиной, шириной в один палец. Бер иле майы булған. Бер иле ҡалынлығы итеп киҫ. Н Батҡаҡ бер иле ҡалынлығындай булып ҡатҡан һәм тапа-ла-тапала йәйге таҡыр юл шикелле нығынған. Р. Солтангәрәев. Ниҙер һиҙенгән төҫлө, ҡарсыҡ, сәй урынын йыйыштырып бөтөр-бөтмәҫ, ҡабат Хәнифә янына ашыҡты, йугерә-атлай барып инһә, өйҙөң ишеге шар асыҡ, иҙәнен бер иле ҡар һырыған, ҡаҙанлыҡ яҡта һауыт-һаба елгә зыңғылдай. Ә. Хәкимов.
БЕР ИМСӘКТӘШ с. ҡар. имсәктәш. ■ Йөрәген дошман булгәне; сер һөйләгән дуҫтарың, тушәктәге һөйгәнең, бер имсәктәш туғаның ситкә серең биргәне. Ҡобайырҙан.
БЕРИҪӘП р. диал. ҡар. бер аҙ. Бериҫәп йоҡлап алырға кәрәк. Бериҫәп эшләп алдыҡ.
БЕР ИШ (Р: одинаковые; И.: identical, similar; T: aynı) с.
Бер төрлө, бер үк, оҡшаш. □ Похожие, подобные, сходные, однотипные, одинаковые. Бер иш кейенгәндәр. Бер иш йорттар. ■ [Юлдыбай:] Эйе, беҙ икебеҙ ҙә бер иш икән. М. Буранғолов. Бер иш төҫһөҙ әҫәрҙәр урсеп китеуҙәнме — әҙәби мираҫ мәсьәләһе һанланмай башланы. Ә. Хәкимов.
БЕР ЙОҺОҠ (Р: попутно; И.: on one’s way; T.: geçerken) р. диал.
Бер ыңғайҙа. □ Попутно. Бер йоһоҡ беҙгә лә инеп сыҡ.
БЕР КЕМ I билдһ. а. ҡар. береһе 2. Бер кем килер әле. Бер кем беләме?
БЕР КЕМ II (Р: никто; И.: nobody, по one; T.: hiç kimse) юҡл. а.
Берәүҙә,һискем. □ Никто. ■ Мөхәббәт — ул, әйтерһең дә, утлы йәшен, һанап-һорап тормай һис бер кемдең йәшен. Р. Наза-
8*
227